21.09.2012 16 бала ағыуланған
Белорет ҡалаһының 3-сө мәктәбендә 5-се һәм 6-сы синыф уҡыусылары газ менән ағыуланған.
18 сентябрҙә бер уҡыусы мәктәптә үҙ-үҙеңде һаҡлау сараһы – газ баллонын һиптерә. Һөҙөмтәлә 16 бала үҙен насар тоя башлай, күҙҙәре әсетә, тын алыуы ауырлаша. Дауаханала уларға “газ менән ағыуланыу” диагнозы ҡуйыла.
Әлеге мәлдә балаларҙың хәле яҡшырған. Бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторҙар, полиция хеҙмәткәрҙәре мәктәптә тикшереүҙәр үткәрә, кемдең газ баллоны һиптергәне асыҡлана. Хулигандың ата-әсәһенә улдарының был ҡылығы өсөн яуап бирергә тура киләсәк.