«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Аҡса әтәс булып ҡысҡырһа...



18.09.2012 Аҡса әтәс булып ҡысҡырһа...

Дыуан районында 65 йәшлек ир ике егеттең ҡорбанына әүерелә.
Пенсионер Ләмәҙ ауылы магазинында әйберҙәр ала. ҡулында байтаҡ ҡына аҡса тотоп торған ирҙе 17 һәм 20 йәшлек егеттәр күреп ҡала. Ир магазиндан сыҡҡас, ҡотрас ауылына йәйәү юллана. Велосипедҡа атланған егеттәр уны яланда ҡыуып етә һәм иҫәңгерәтә һуға. Шунан улар уның алты мең һум аҡсаһын тартып ала.
Анһат ҡына байыҡҡан йәштәр Мәсәғүткә күңел асырға китә. Әммә уларға оҙаҡ шатланырға тура килмәй – полиция эҙҙәренә тиҙ төшә. Егеттәр тотоноп өлгөрмәгән аҡса хужаһына ҡайтарылған. ҡараҡ­тарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Етмәһә, уларҙың элек тә закон менән проблемалары булған.
Ошо хәлдән ике һабаҡ – аҡсағыҙҙы халыҡ алдында иҫәпләмәгеҙ, шул рәүешле насар ниәтле кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итерһегеҙ. Ә икенсеһе – еңел табышҡа өмөтләнеп, енәйәт юлына баҫмағыҙ, юғиһә аҙағы бик күңел­һеҙ тамамланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға