«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Балаларҙы ҡыуып сығарған



18.09.2012 Балаларҙы ҡыуып сығарған

Стәрлебаш районының ­Йә­лем­бәт ауылынан бер ҡатын, 10 һәм 5 йәшлек улдарының өйгә ҡайтмауына борсолоп, полицияға мөрәжәғәт итә. Улар менән бергә 9 йәшлек күрше малай ҙа юғалған. Ата-әсәләр балаларҙы үҙ аллы эҙләп маташа, тик бушҡа ғына.
Район полицияһы тревога иғлан итә. Илленән ашыу полицейский, урындағы халыҡ ауыл янындағы урмандан малайҙарҙы тетеп эҙләй башлай. Таңға ҡасҡындар ауыл ситендә имен-һау табыла.
Балалар өйгә ҡайтмауын былай тип аңлата. Баҡһаң, ағалы-ҡустылы бер туғандар үгәй атаһының ағаһынан ҡурҡҡан. Эсергә яратҡан ир был ғаилә менән бер йортта йәшәгән, йыш ҡына тауыш ҡуптар­ған. Был көндө әлеге ир, ҡырын тейәп, малайҙарҙы ныҡ итеп әрләгән һәм өйҙән ҡыуып сығарған. Ә күрше малай дуҫтарын бәләлә ташлап китмәҫкә булған һәм ул да өйөнә ҡайтмаған. Балалар төндө һарайҙа уҙғарған һәм, яҡтырта башлағас, йылыраҡ урын эҙләп киткән.
Табиптар балаларҙы тикшергән. Уларҙың һаулығына бер ниндәй ҙә зыян килмәгән. Ә бына бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекция ғаиләләге хәлде ныҡлап тикшерәсәк һәм бындай хәл бүтән ҡабатланмаһын өсөн саралар күрәсәк.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға