«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Теш пастаһын нисек һатырға?



14.09.2012 Теш пастаһын нисек һатырға?

Теш пастаһын нисек һатырға?
Дамир Шәрәфетдинов. Был исем гәзит-журнал уҡыусыларға ла, әҙәбиәт һөйөүселәргә лә, интернет илен гиҙеүселәргә лә яҡшы таныш. Сирек быуат йыл инде ул ең һыҙғанып журналистика һәм шиғриәт илендә хеҙмәт итә. Заманса зиһен туплап, ҡыйыу яҙылған көнүҙәк мәҡәләләре, төрлө жанрҙағы уйландырғыс һәм ҡабатланмаҫ фекерҙәре өсөн Дамирҙы уҡыусылары ярата. Яңыраҡ билдәле журналисты республика баҫмаларында, шулай уҡ интернетта Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше, йәмғиәт именлеге мәсьәләләрен сағылдырған материалдар серияһы өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына тәҡдим иттеләр. Ошо айҡанлы беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Һүҙҙе шунан башлайыҡ: һинеңсә, нимә ул журналистиканың асылы һәм ижад сере?
– Киң ҡолас менән ҡарағанда, журналистика – халыҡҡа, ҙур төркөмдәргә ситтән тәьҫир итеп, бик күп кешенең аңын, фекерләү рәүешен кәрәкле яҡҡа йүнәлтеү системаһы ул. Был бик ҡатмарлы, ҡатлы-ҡатлы ҡоролош. Әйҙә, уны ябай ғына миҫалда ҡарайыҡ. Ойошмаға, әйтәйек, берәй төр теш пастаһын һатырға кәрәк, ти. Идеаль вариантта алғанда, иң тәүҙә кешеләргә ни өсөн тештәре һыҙлауын аңлатыр­ға, унан һуң һыҙламаһын өсөн теште көн һайын таҙартып торорға кәрәклеген һеңдерергә кәрәк. Шуға ышандырып бөткәс кенә тап шул теш пастаһының иң файҙалы икәнлеген дәлилләй башлай­һың. Был система теш пастаһын һатыуҙа ла, ике илде бер-береһенә ҡаршы һөсләтеүҙә лә бер төрлө эшләй, бер үк ысулдар ҡуллана. Беҙҙең осраҡта тештең ниңә һыҙлауы һәм уны таҙартырға кәрәклеге беҙгә тиклем үк иҫбатланған, кешенең ҡанына уҡ булмаһа ла, аңына һеңдерелгән тип ҡарайбыҙ һәм эшебеҙ яртылаш еңелләшә. Йәғни тарихҡа һәм медицинаға, һуңғы фән ҡаҙаныштарына һылтанып тороуҙың кәрәге юҡ. Әммә артабан һин башҡортҡа һәм ҡытайға – төрлөсә, оло кешегә һәм балаға ла төрлөсә, гәзит һәм радио аша ла төрлөсә аңлатырға тейеш булаһың. Иң мөһиме – һиңә ышанырға тейештәр: әгәр кеше бөгөн шул теш пастаһын алмаһа, иртәгә үк тешһеҙ ҡаласаҡ! Ә ошо хаҡта ул күршеһенә һөйләй башлаһа, үҙенән-үҙе “ҡайҙа яҙылған, кем яҙған” тигән һорау­ҙар ҡалҡасаҡ. Бына шунда инде баҫманың һәм айырым журналистың абруйы күренә: кеше “әй, улмы ни” тип ҡул һелтәп ҡуямы, әллә “ай-һай, былар юҡҡа һөйләмәҫ” тигән шиктә нығынамы...
Ижад сере һәр журналиста үҙенсә була. Минең командировкаға бөтөнләй бармайынса ла, барып ҡайтҡан һымаҡ материалдар яҙған хәбәрселәрҙе күргәнем булды. Ә үҙемдең, әйтәйек, ҡайҙалыр барырға сыҡҡанда, сығараһы материалым башымда тыуған була ине, уның дөрөҫлөгөнә инаныр өсөн генә юлға сыға торғайным. Бының өсөн яҙаһы темаңды яҡшы белергә генә кәрәк. Йыш ҡына, командировкаға барып ҡайтып та, бигерәк тә низағ осраҡтарында, материалдың баҫылып сыҡмауы яҡтарҙы килешеүгә булышлыҡ итә торғайны – бүре лә туҡ, һарыҡ та имен була инде. Ул ваҡытта хәбәрсе яраштырыусы ҡазый ролен үтәй, яманатты сығарыу кем файҙаһына икәнлеген самалай. Үҙ исемеңде сығарыу өсөн махсус рәүештә низағлы тема эҙләп йөрөмәһәң, әлбиттә.
Ә шулай ҙа ижад серенең асылдарын, ғөмүмән, яҙыу асылында эҙләргә кәрәктер. Әйтәйек, барыһы ла белгән берәй күренеште, ваҡиғаны ла бит тағы ла күберәк кешегә һөйләр өсөн береһе лә яҙырға ултырмай бит, уның өсөн махсус рәүештә хәбәрсене саҡырталар. Журналистарҙы ауылдағы ғәйбәтсе менән дә сағыштыралар, бында ла хаҡлыҡ юҡ түгелдер. Икеһе лә бер үк эште башҡара бит – хәбәр тарата. Тик ғәйбәтте күп башлы дейеү менән сағыштыралар – береһен ҡырҡһаң, тағы икәүһе үҫеп сығып тора, ә журналист хәбәре өсөн үҙ башы менән яуап бирә. Әйткәндәй, баш менән яуаплылыҡ беҙҙең илдә тамыр йәйә башланы шикелле. Мин, мәҫәлән, Өфө – аэропорт юлын ҡайтанан эшләтеүҙәренә һөйөнөп бөтә алманым: хаталар өсөн һорауҙар күренә башланы түгелме?
– Нимә ул ҡәләм ҡөҙрәте?
– Һүҙ менән кешене терелтеп тә, үлтереп тә була, тибеҙ. Ошоноң менән барыһы ла әйтелгән тиер инең. Ләкин уныһы әле ғәйбәт, ошаҡ кеүек аҫтыртын һүҙҙәр тураһында әйтелгән. ҡәләм ҡөҙрәте тураһында һөйләгәндә, беҙ яҙма, икенсе төрлө әйткәндә, баҫма һүҙҙе күҙ уңында тотабыҙ, йәғни – асыҡтан асыҡ ғәм халыҡ хөкөмөнә сығарылған мәғлүмәтте. Уның аныҡ авторы була һәм ул кеше үҙ һүҙе өсөн яуап та тота. Был хаҡта беҙ тағы халыҡта “тураһын әйткән – туғанына ярамаған” тигән һәм тағы ла бик күп мәҡәл-әйтемде беләбеҙ. Тимәк, ҡәләмде ҡөҙрәтле итеп тотоу, ай-һай, еңел эш түгел! Беҙгә йыш ҡына кешеләрҙең “былай ғына әйтәм, яҙып ҡуймағыҙ” тигән иҫкәрмәһен ишетергә тура килә, урыҫ телендә “не для протокола” тигәнде беләбеҙ, былар ҙа яҙма һүҙҙең хәүефен, тимәк, ҡөҙрәтен күрһәтә.
Матбуғатты дүртенсе власть тип атайҙар. Ул закон сығарыу, башҡарма һәм судтан ҡала, халыҡ хөкөмө тигәнде аңлата. Элек беҙҙең илдә уны ниңәлер туранан-тура ҡабул итеп өйрәнгәйнеләр – гәзиткә яҙһаң, власты ҡулланыу­ға бәрәбәр ине. Халыҡ хөкөмөнөң ниндәй оло власть икәнен дә беләбеҙ: йорттан сүпте сығармаҫ өсөн кешеләр ниҙәргә генә бармай!
Икенсе яҡтан, ҡәләм бит тик кире эштәрҙе фашлауҙа ғына ҡөҙрәтле түгел. Бик шәп эштәрҙе, уларҙы башҡарған яҡшы кешеләрҙе, мөһим тарихи ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙа ла уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Моғайын, һәр журналистың күңелендә көйөк булып кем менәндер ваҡытында күрешеп ҡалмауы, шул арҡала бөтөнләйгә юғалып ҡалған мәғлүмәттәр, яҙылмаған ҡыҙыҡлы материалы йәшәйҙер. Журналист ҡәләменең ҡөҙрәте шунда – ул яҡшы башланғысты күптәр өсөн өлгө итеп тәҡдим итә ала, ә насар эштәрҙе иһә ғибрәт алыр өсөн сығара.
– “Йәшлек” гәзитен даими алдырып уҡыусылар Дамир Шәрәфетдинов атлы ҡыйыу, үҙенсәлекле журналисты иҫләйҙер әле. Шул осорҙа иң иҫтә ҡалған берәй хәлде һөйләп үтмәҫһеңме?
“Йәшлек”тән хәтерләрлек нәмәләр кү-үп, мин әле лә студент йылдарын, унан һуңғы ғүмеремде йәшлек йылдары тип түгел, ә тап гәзиттә эшләгән дәүерҙе ялҡынлы һәм дәртле йәшлегем тип иҫәпләйем. Премьер-министрҙың ҙур бер кәңәшмәлә: “Йәшлек”тән бармы әле бында берәйһе?” – тип баҫтырып ҡуйып тороп, гәзит өсөн мине әрләп ташлағаны хәтерҙә. “Эшкә килгәс тә иң беренсе “Йәшлек”те алып ҡарап сығам. Тик быны маҡтау тип ҡабул итмәгеҙ – тағы берәй этлек сығарманылармы икән былар, тип тынысланыр өсөн ҡарайым мин уны!” – тигәйне ул ғәм халыҡ алдында. Һәм йыйылған етәкселәрҙе иҫкәртергә лә онотманы: “Ана, ҡарағыҙ, һеҙ миңә әйтмәй ҡалдырғандарҙы улар барыбер күрәсәк, улар аша булһа ла килеп етәсәк, белеп ҡуйығыҙ – һеҙҙең яңылышҡанығыҙҙы көтөп ултыралар улар!” Кәңәшмәләрҙә артҡы рәттәрҙә журналистар ҙа теҙелешеп ултырған осор ине, унан сыҡҡас, үҙемдең бик мөһим эш башҡарғаныма ышаныс бермә-бер артып киткәйне.
– Бар журналистар ҙа аналитик фекерле булырға тейешме?
– Журналист мотлаҡ аналитик булырға тейеш. Нимә ул анализ? Бик күп төрлө мәғлүмәтте йыйып алып, иләк аша үткәрергә лә, тейешле һығымталар яһарға кәрәк. Хәҙерге заманда мәғлүмәт былай ҙа күп йыйыла, сөнки уны бер-береңә еткереү, таратыу саралары күбәйҙе һәм тиҙләште. Ләкин кеше шул мәғлүмәт урманы эсендә аҙашып ҡала, зиһене томалана. Тағы ла күпселек өсөн хас ялҡаулыҡты ла онотмайыҡ; килешерһегеҙ, хәҙер кеше башын әллә ни эшләтергә өйрәнмәгән, әҙерҙе генә ҡабул итергә ярата. Журналистың аналитикаһы – ана шул мәғлүмәт урманы эсендәге күрһәткестәр, сәйнәп ҡаптыр­ғанды йоттороу ул. Оҫталыҡ та ана шунан тора: кеше һинең яҙғандарыңды уҡып сыҡҡас, был асыш-һығымталарға үҙе килеүенә инанырға тейеш, йәғни “дөрөҫ яҙған, мин дә күптән шулай уйлай инем ул” тиергә тейеш уҡыусы. Һәр кешелә тиҫкәрелек бар, ул көсләп таҡҡанды яратмай, ә журналист аналитикаһы уны: “Ана бит, бер мин генә түгел, хатта улар ҙа шундай фекерҙә!” – тип үҙ позицияһын нығытыуға этәрергә тейеш. Шуға ла журналистар бәхәс тыуҙырырлыҡ темаларҙы ярата, үҙ сығышына яуаптар көтә. Бәхәстә хәҡиҡәт эҙләү түгел ул, ә иләүҙе болғап ебәреп, кешеләрҙең мөнәсәбәтен самалау – ҡайһы “ем”де йоторҙар?
Бындай тәжрибәләрҙе, халыҡҡа ташланған имеш-мимеш рәүешендә, беҙҙең ил етәкселәре лә әленән-әле һынап ҡарай: йәнәһе, әҙерҙәрме яңы боролошҡа?
– Бөгөнгө башҡорт журналистикаһына ҡарашың нисек? ҡәләм көсөн нисек баһалайһың?
– Үҙем шул журналистика вәкиле булғас, ни әйтһәң дә хилаф булыр һымаҡ. Әммә шуны беләм: тиҙлек етешмәй, тынғыһыҙлыҡ етешмәй, ҡолас киңлеге етешмәй бөгөнгө журналистикаға. Әҙерәк кенә алданыраҡ булыу ҙа ҡамасауламаҫ ине. Булған саранан әллә ниндәй репортаж эшләһәң дә, ул туй үткәс дөмбөр ҡағыу ғына була бит, ә башҡортта шундай әйтем бар: туйҙың үҙенән була тигәне ҡыҙығыраҡ... Тимәк, журналист мәҡәләһе туйҙан һуң түгел, ә туйға тиклем сығырға тейеш, халыҡты шуға әҙерләргә тейеш. Репортаждар өсөн сит илдәр­ҙә репортер тигән һөнәр бар, улар, ғөмүмән, редакцияға килеп тә урамай, ваҡытын төрлө сараларҙа үткәрә. Иҫләйһеңме икән, “Йәшлек”тә “летучка”ларҙа мәҡәләләрҙе тикшереү китһә, ул саҡтағы баш мөхәррир Нияз Сәлимов: “Йүнле нәмә редакцияла эш ваҡытында түгел, ә төндә тыуа!” – тип әйтергә ярата ине. Уның был фекеренең тағы бер ишараһы бар: журналист көнөн бүлмәгә бикләнеп үткәрергә тейеш түгел, ул хәрәкәттә булырға бурыслы, ә яҙыу, ижади эш булараҡ, аулаҡ һәм яңғыҙлыҡ талап итә.
Үҙең барып ҡараған тамашаны уны ҡарамаған кешеләргә яҙып аңлатып биреү (шулар сығыш яһаны, былар килгәйне һ. б.) журналистика түгел ул. Уны хәҙер интернет селтәрендә бала-саға ла эшләй. Журналистың эше – ҡарамай ҡалған кешене уйға ҡалдырыу: “Нисек күрмәй ҡалғанмын, әлдә бармағанмын, алйоттар – ни ҡылалар тиң...” Ана шунда ул ҡәләм көсө – меңәрләгән кешенең уй-кисерешен дөрөҫ тойомлап, уны дөйөмләштереү һәм “бына шундай хәлдәр!” тигән дәлилде сығарып һалыу.
– Торғонлоҡ осоро менән сағыштырғанда, бөгөн журналистика ниндәй функция үтәй икән? Цензура, өлгө алырҙай, таянырҙай, остаз булырҙай ҡәләм оҫталары бармы?
– Бая әйткәнемсә, журналистика төрлө осорҙа ла, төрлө системаларҙа ла бер үк эште башҡара. Минеңсә, торғонлоҡ осоронда ла ул үҙ эшен яҡшы башҡарған – халыҡтың аңында “беҙҙең ил иң шәбе” тигән фекер сәскә атмай инеме ни? Ул фекерҙе әле һаман емереп бөтөп булмай түгелме? Ә бөгөнгө журналистика шуны емерергә тейеш: беҙ үҙ йәмғиәтебеҙҙең ниндәй сир менән ауырыуына дөрөҫ диагноз ҡуйырға бурыслы. Юғиһә бәләләрҙең осон һаман ситтән эҙләйбеҙ, әйтерһең дә, башҡа илдәрҙең, халыҡтарҙың беҙҙе ҡыйырһытыуҙан, талауҙан башҡа мәшәҡәте юҡ.
Дәүләт булғанда, цензура һәр ваҡыт буласаҡ. Бер хөкүмәт тә үҙ халҡын теләһә кем, теләһә ҡайһы яҡҡа борғослауына юл ҡуймаясаҡ. Бының өсөн һәр дәүләттең бик ҡатмарлы һәм көслө институттары бар, уларға бик ҙур сығымдар түгелә. Тик беҙҙә цензураны бик ябай күҙ алдына килтерәләр: йәнәһе, кемдер берәү ултыра ла, нимәне яҙырға ярай, ә нимәне ярамай икәнен күрһәтеп, ярамағанын һыҙып, яратмаған авторына ишеккә күрһәтеп ултыра. Ул юл үткән быуатта ҡалды, хәҙер цензор һәр яҙыусының күңеленә инеп ултырған. Дөрөҫөрәге, беҙ уны үҙебеҙ индереп ултыртабыҙ, “тыялар” тип ситтәргә һылтаныу еңелерәк бит.
Цензура бар, әммә ул беҙ уйлағанса “тоталь” түгел, рәсми рәүештә тыйыл­ған темалар бик әҙ генә ул. ҡалғаны уның – “ас тамағым, тыныс ҡолағым” тип йәшәүселәрҙең кредоһына аҡланыу ғына. Ысын сенсация, йәмғиәттә бомба шартлатырлыҡ материалды әҙерләү һәм сығарыу өсөн ғәләмәт ҙур көс, ҡеүәт, тәүәккәллек талап ителә, ә эш хаҡы былай ҙа килеп торғанда, нимә тип күрәләтә алышҡа ташланырға?
– Тормошобоҙҙа интернет, электрон саралар, телесистемалар ныҡлы урын алып бара. Киләсәктә гәзит-журналдар­ҙы ҡулға тотоп уҡыу кәрәклеге булмаясаҡ, тигән хәүеф беҙгә янамаймы икән, һин был турала нимә уйлайһың?
– Уны мин хәүеф тип әйтмәҫ инем. Гәзит тигән нәмә булмағанда ла хәбәр нисектер таралған бит, ул бөтһә лә әллә ни үҙгәрмәҫ. Бәләкәй саҡта беҙ Морзе әлифбаһын өйрәнеп, малайҙар үҙ-ара стена аша туҡылдатып аралаша инек. “Пейджер” тигән хатсыҡ тапшырғыс та үтте беҙҙең тарихтан... Әле бына конверттарҙағы хаттар, уларҙы ташыусы почтальон һөнәре юҡҡа сығырға тора...
Ә журналист материалы, ул ҡағыҙҙа яҙылһынмы, экран аша килһенме, үҙ асылын юғалтмай. Электрон баҫмаларҙы ла кемдер эшләп ултырырға тейеш. Интернетта ни өсөн насарлыҡ күп? Сөнки оҫта журналистар нисбәте әҙ унда, улары әлегә ҡағыҙ баҫмаларҙан бушай алмай. Үҙем сайт һәм блог алып барғас, уны эшләүҙең ни икәнен беләм. Ана шул интернет беҙҙең дөйөм аң-белем кимәлен асыҡ күрһәтә лә инде: һәр кем үҙе инеп, теләгән нәмәһен ҡуя алған заманда ни өсөн интернетта иҫ китерлек бер нәмә лә пәйҙә булманы? Юҡ улар, сөнки булмаған да. Техник саралар артыу менән аҡыллы баштар күберәк булып китмәй шул. Яңы технологиялар ҡулланыусылар даирәһен генә арттыра, ә ижади кешеләр йәмғиәттә һәр осорҙа ла бер нисбәттә ҡала. Әллә һеҙ, гәзиттәрҙә урын етмәү арҡаһында әллә күпме шәп нәмә баҫылмай ятҡан, интернет тигән икһеҙ-сикһеҙ донъя асылып киткәс, яҙыусылар һаны ла иҫәпһеҙ булып китер, тип уйлайһығыҙмы?
Интернет та тиҙҙән был “сирен” үткәрәсәк, иректән кире ситлеккә ҡайтҡан ҡошсоҡ хәленә төшәсәк. Уның тик яҡшы яҡтары – бик күп күләмдән шәхси һайлау мөмкинлеге һәм тиҙлек кенә ҡалыр, уларына әлегә алмаш юҡ. Яңы уйынсыҡтан ялҡҡан бала һымаҡ, халыҡ та биҙер был тәтәйҙән, мәғлүмәт урманында һөрән һалып эҙләнеп ялҡып, аныҡ күрһәткестәр таптырасаҡ. Ана шунда журналистар кәрәк булыр тағы...
– Нишләп беҙҙә Мәскәү журналистары кеүек тәүәккәллек, глобаль фекерләү үҫешмәгән? Аш һоғондора беләбеҙ ҙә, ә ниңә таш ата белмәйбеҙ икән?
– Бының сәбәптәрен мин беҙҙең сиңдең үтә бәләкәй булыуында күрәм. Урыҫтарҙа “ҙур карапҡа – оло диңгеҙҙәр” тигәнерәк төшөнсә бар, ана шул әйтем килешер ине һорауыңа яуапҡа. Беренсе һорауыңда уҡ журналистика асылын асыҡлағайныҡ инде, тимәк, башҡорт теле менән генә донъя кимәленә сығып булмаҫын да танырға тейешбеҙ. Ул үҙ бурысын башҡорт халҡы араһында, Башҡортостанда үтәргә тейеш. Ситкә эшләү өсөн һәр ведомствола махсус рәүештә матбуғат хеҙмәте эшләй, тап улар үҙ мәнфәғәттәрендә үҙҙәренең ҡаҙаныштарын башҡаларға таратыу менән шөғөлләнә лә инде. Һәм етештереүсе ойошмалар ғына түгел, ә ҙур илдәр ҙә реклама өсөн, хатта юҡты бар итеп күрһәтеү өсөн дә бик күп аҡса түгә. Олимпиадаларҙы ғына алып ҡарағыҙ! Ә насар яҡты күрһәтер өсөн әллә ни талап ителмәй, уны беҙҙән башҡалар ҙа аҙым һайын күҙәтеп, соҡсоноп, тағы нимә табып яманлайыҡ икән, тип кенә йөрөй­ҙәр. Кешене яманлау аша үҙеңде шәп күрһәтеү, йәғни ҡара пиар тип атала был.
Ә беҙҙә донъя үтә тар, уныһын һәр журналист белә – өсөнсө быуынға төшөп китһәң, һәр ауылда тиерлек йә туғаныңа, йә ҡоҙаңа юлығыу ихтималлығы бар. Ана шуның өсөн дә беҙҙә, һин әйтмешләй, “аш һоғондороу” яйға һалынған. Уның да саралары күп, әлбиттә. Миңә, мәҫәлән, “Шоңҡар” журналы әле алып барған сәйәсәт оҡшай: улар үҙ статусына – йәштәр баҫмаһына ярашлы, өлгөр һәм уңышлы йәштәр тураһында күп яҙа, шулай итеп, уңышҡа ирешеү өсөн кәрәкле сифаттар­ҙы пропагандалай.
“Таш атыу” өсөн журналист үҙ аллы булырға тейеш. Минең бер дуҫым, көслө журналист, кешегә “юҡ” тип әйтер өсөн, һин унан бәйһеҙ булырға тейеш­һең, тип әйтергә ярата, йәғни ул кеше, берәй яйын табып, һинең тәгәрмәсеңә таяҡ тыға алмаһын. Кешенең юлын ҡыяһың икән, тимәк, һиңә ҡаршы ла шундай саралар күреләсәк икәне тәбиғи. Ана шул ваҡытта һине бөтөнләй бөтөрөп ташламаһындар өсөн журналистика “үҙйөрөшлө” булырға тейеш тә инде. Журналистарҙы яҡшы нәмәләр тураһында яҙған өсөн аталар һәм шартлаталармы ни?
Ә һөрөлөү, кире һөжүмгә әҙер булмайынса, һин башҡа кеше баҡсаһына “таш ата” алмайһың. Ана шул тылыңдың йомшаҡ булыуы иң беренсе сиратта беҙгә эске цензор булып инеп ултыра ла инде. Ни өсөн бер журналистың да үҙ ауылына ҡайтып, ундағы кире күренештәрҙе ҡағыштырып, усаҡты дөрләтеп ебәргеһе килмәй? Сөнки унда тағы ла ҡайтаһы бар әле, үҙең булмаһа ла, туғандарыңа шунда йәшәйһе. Мәсетленән бер авторҙың хикәйәһендәге геройҙарҙа ла үҙҙәрен таныған ауылдаштарының асыулы хатын иҫләйем, Пушкиндың көҙгөнө бәреп ватҡан батшабикәһе һымаҡ... Донъяның тарлығы һәм интернеттың киңлеге беҙҙә юҡҡа сығып бөткән анонимдар системаһын ҡайтанан тергеҙеп ҡуймағайы, тигән шик тә бар. Изге урын буш тормай, тигән һымаҡ, ысын журналистика бөткән ерҙә тыуа ул аноним хаттар һәм авторһыҙ шикәйәттәр. Юҡҡамы ни бөгөн полиция ла, төрлө башҡа органдар ҙа халыҡтан сигналдар һорай, гражданлыҡ әүҙемлеге талап итә. Ул таштар­ҙы тап ана шул рәсми яуаплылығы булған журналистар, улар терәге булған баҫмалар атырға тейеш, шул саҡта ғына халыҡ араһында болғансыҡ имеш-мимештәр әҙерәк йөрөйәсәк.
Мөнир ҡУНАФИН әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға