14.09.2012 Ҡурсаулыҡтар ҡурсыймы?
йәки Башҡортостан туризм мәккәһенә әйләнһен өсөн тәбиғәткә ҡарашты үҙгәртергә кәрәк
Хаҡ Тәғәләбеҙ ер йөҙөндәге ниғмәт, байлыҡтарҙы кеше өсөн яралтҡан… Тәбиғи байлыҡтарыбыҙ Аллаһ тарафынан бирелгән бер бүләктер, тип ҡабатларға яратабыҙ. Ысынлап та, бүләк. Ә уларҙың ҡәҙерен беләбеҙме һуң?!
Беҙ бөгөн килеп тәбиғәт миҙгелдәренең үҙ ваҡытында, көҙҙөң көҙ урынында, ҡыштың ҡыш булып, яҙҙың яҙға оҡшап килеренә лә икеләнә башланыҡ шикелле. Киң мәғлүмәт сараларында ла тирә-яҡ мөхиттең үҙгәреүе, тәбиғәттәге сиктән тыш хәлдәрҙең йышайыуы тураһында ла көндән-көн йышыраҡ һөйләйҙәр. Сөнки донъялағы экологик хәл, ысынлап та, яҡшыларҙан түгел. Миҫалға Күгәрсен районының Эйек ҡурсаулығын килтерергә мөмкин. Ул райондың ҙур өлөшөн үҙ эсенә ала.
Аңлауым һәм белеүем буйынса, ҡурсаулыҡ ‒ тирә-яҡ мөхитте тәбиғи хәлендә һаҡлай торған урын тигәнде аңлата. Тимәк, ҡурсаулыҡ булдырғанда тәбиғәтте һаҡлап алып ҡалыу, уны тәләфләүгә юл ҡуймау һәм уны бысратыусылар, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып ҡул һуҙыусыларҙы иҫкәртеү маҡсат итеп ҡуйыла. ҡурсаулыҡтар буйынса дәүләт тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙар тураһында ла йыш ишетәбеҙ. ҡурсыуға алынған тәбиғәт мөйөшөн бысратҡан, зыян килтергән кеше язаға ла тарттырылырға тейештер. Бында урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, урман һаҡсылары, экологтарҙың роле беренсе урынға сыға. Эколог, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәтте ҡулланыу үҙенсәлектәренә арналған кандидатлыҡ диссертацияһы авторы, фән кандидаты Гөлназ Кинйәбаева әйтеүенсә, кеше факторынан башҡа ла Башҡортостандың тәбиғи мөхитенә нефть сығарыу, уны эшкәртеү һәм иҡтисади яҡтан күтәрелеш вәғәҙә иткән башҡа өлкәләрҙән бик ҙур зыян килә. Атап әйткәндә, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡтан ғына ла 70 процент зарарлы ҡалдыҡ бүленеп сығыуы билдәле.
Туризмды
үҫтереүселәр ҡайҙа әҙерләнә?
Быйыл ҡышҡы ялда Әбйәлил районының Яҡтыкүл, Белорет районының дан алған Абҙаҡ ҡышҡы ял базаһын күреп ҡайтыу форсаты тейҙе. Ял итеүселәр араһында үҙебеҙҙекеләргә ҡарағанда күрше өлкәләрҙән, хатта сит илдән килеүселәр күберәк тойолдо. ҡыҙығыуҙары ла бер ҙә юҡҡа түгелдер, моғайын. Сөнки илебеҙҙең һәр мөйөшө үҙе бер ожмах.
Бөгөн эске туризмды үҫтереү тураһында йыш ишетәбеҙ. Республикабыҙҙа туризм буйынса белгестәр әҙерләп сығарыусы иң ҙур уҡыу йорто – Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы. Киләсәктә туризм юҫығын үҫтереүҙә ҡатнашасаҡ белгестәрҙе әҙерләүсе факультет 1996 йылдан эшләп килә. Бөгөнгө көнгә һандар ҙа ярайһы... Быйыл академия туризм буйынса 134 белгес әҙерләгән, шуларҙың 23-ө бакалавр баҫҡысында.
Эшмәкәрлеген тик эске туризмға ғына йүнәлткән туризм агентлыҡтары, яңы маршруттар ҙа барлыҡҡа килә башланы. Быныһы, әлбиттә, һөйөнөслө хәл.
Күгәрсендә
ни хәлдәр?
Күгәрсен районында ла эске туризмды үҫтереүгә өлөш индерерлек урындар бихисап. Туристар араһында Мораҙым тарлауығы менән Йомағужа һыу һаҡлағысы айырыуса ныҡ популяр.
Районда мәктәп балалары өсөн йәш туристар үҙәге эшләп килә. «Беҙҙең үҙәккә йөрөгән уҡыусылар район эсендә генә түгел, Ирәмәл, Шүлгәнташтың да кеше белмәгән урындарын ҡыҙырып сыҡты», – ти үҙәк етәксеһе Закир ағай Йәрмөхәмәтов.
Уның менән быйыл ғына Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының коммуникация һәм туризм бүлеген тамамлап, әлеге көндә алған һөнәренең серҙәрен ғәмәли яҡтан үҙләштереүсе 23 йәшлек Гөлназ Йәнтүрина ла килешә. «Районда туризмды үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар», – ти ул.
Гөлназ, туризмды һөнәре итеп һайлауҙан тыш, үҙенең диплом эшендә район эсендә булдырырлыҡ туристик маршруттар теҙмәһен дә тәҡдим итә: «Абысҡан» иппоүҙәге, Йомағужа һыу һаҡлағысы, «Аҡтау» турбазаһы, мәсет һәм сиркәүҙәр, Бикбулат ауылының Эйәрлетау ҡосағы, Бәндәбикә кәшәнәһе, республикала киң билдәле шәхестәр 3әйнәб Биишева һәм Шәһит Хоҙайбирҙиндың музейҙары.
«Тәбиғәт хазиналары буйлап сәйәхәттәрҙе һәр ерҙә ойоштороп була. Сөнки туристарҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ объекттар һәр районда бар. Башҡортостандың тәбиғәте, уны тирә-яҡҡа данлаған башҡорт нефте, бал, ҡурай, ҡымыҙ кеүек үк, үҙенә күрә бер визит карточкаһы булып китә ала. Тик еренә еткереп эшкә тотонорға ғына кәрәк», – ти йәш белгес.
Райондағы «Абысҡан» иппоүҙәге һәм «Аҡтау» турбазаһын булдырыуҙы үҙ ҡарамағына алған «Күпер төҙөү» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары Әхтәм Әҙһәм улы Абдуллин да объекттар хаҡында былай ти: «Аҡтау» 1995 йылда үҙебеҙҙең эшселәребеҙҙең ялын ойоштороу өсөн булдырылғайны. Ул Күгәрсен районының Ыуары ауылынан бер саҡрым алыҫлыҡта, бик матур урында урынлашҡан. Ял итеүселәрҙең уңайлыҡтары өсөн йорттар һалынды. Эргәләге быуаға балыҡ ебәрелде. Был да халыҡты ылыҡтырҙы. Ошо уҡ урында күптәр белмәгән мәмерйә лә бар. Күп тә үтмәй, кешеләр ҡыҙыҡһына башланы һәм шишмәле, балыҡлы был урын уларҙың иң яратҡан урындарының береһенә әүерелде.
Киләсәктә Ыуарынан – Нөгөшкә, Нөгөштән – Бөрйәнгә, Бөрйәндән Белоретҡа ат сәйәхәттәрен (маршруттарын) булдырыу ҡаралған».
Ашаған ҡаҙанға
төкөрөп...
Миҙалдың икенсе яғына күсәйек. Элек-электән һәр төбәктең изге урындары булған. Ауыл халҡы был урынға ғибәҙәт ҡылыу, әруахтарҙы иҫкә алыу өсөн йыйылған. Күгәрсен районының ожмахтай тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Эйәрлетау итәге лә ошондай матур урындарҙың береһе.
Борон-борондан Бикбулат ауылы халҡы ошо урынды төйәк итеп, еләк-емешен йыйырға ла, балығына ла Эйәрлетау итәгенә йөрөнө. Бер нисә йыл рәттән райондың йәштәр һабантуйы, ауыл халҡының милли байрамдары ла ошонда уҙғарыла килде.
Тап ошо хозур урында Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ауылдың ир-уҙамандары, урман хужалығы эшселәре ҡарағай үҫентеләрен ултыртып ҡалдыра. Бөгөн шаулап үҫеп ултырған ҡәләмдәй төҙ ҡарағайҙарҙа яу яланында ятып ҡалған батырҙарыбыҙҙың да рухы һаҡлана. Ошонан сығып та, ауыл халҡы был урынға иҫтәлек итеп ҡарап өйрәнгән.
Ғөмүмән, был матур тәбиғәт ҡосағынан кеше өҙөлгәне юҡ. Айырыуса ҡала ерендә йәшәүселәр үҙ итә уны. Кеше бит тәбиғәт балаһы. Ни тиһәң дә, тормош ығы-зығыһын да, көндәлек мәшәҡәттәрҙе лә бер аҙға онотоп торғо килә...
«Күпер төҙөү» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары Әхтәм Абдуллин үрҙә телгә алған аттарҙа сәйәхәт итеү маршрутында ла Эйәрлетау аша үтеү күҙ уңында тотола.
Белеүемсә, ҡурсаулыҡ биләмәһендә һунар итеү, хатта бер ағасын ҡырҡыу өсөн дә бик күп ҡағыҙ эше аша үтергә кәрәк.
ҡасандыр барыһын да хозурлығы менән үҙенә ылыҡтырып торған биләмә, дөрөҫөн генә әйткәндә, бөгөн ҡыйлыҡ, сүплек урынын хәтерләтә. Эйәрлетау аша аҡҡан Кесе Эйек йылғаһы ла, кем тарафынандыр өҫ яҡтан аяуһыҙ быуылып, ауыл яғына ағыр өлөшө бөтөнләй ҡорор сиккә еткән. ҡасандыр бала-саға тауыштарынан шау-гөр килеп торған Эйек буйы бөгөн етемһерәп ҡалды. Йәй башынан уҡ хәтфә үлән тапандыға әүерелә. Йылға ярҙары һут һауыттары, быяла ярсыҡтары, пластик пакеттар, шешәләр менән тула. Күрәһең, артыҡ ныҡ ял иткәндән һуң арттарынан йыйырға хәлдәренән килмәйҙер инде.
Һығымта
Таҙартҡан ерҙә түгел, бысратмаған ерҙә таҙа, тиҙәр. Республикабыҙ киләсәген тап эске туризмды үҫтереү менән бәйләгәндә, тәбиғәткә айырыуса һаҡсыл ҡараш талап ителергә һәм уның байлыҡтарын бөтә тулылығында һаҡлап ҡалыу ҙа күҙ уңында тотолорға тейеш. Бер нисә йыл элек кенә кеше аяғы баҫмаған саф мөхитебеҙ менән маҡтана инек. Маҡтаныуҙан ары китә алмай, әле генә һоҡланыу тыуҙырған матур урындарыбыҙ юҡҡа сыҡһа, нимә эшләрбеҙ? Тәбиғи байлыҡтарҙы, матурлыҡты кире ҡайтарып булмауы ҡурҡыныс.
Бик күп сит илдәр юғары кимәлдәге туризм селтәрҙәре менән танылған. Ысынлап та, бер нисә йылдан хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә булған туризм тармаҡтары ныҡлы аяҡҡа баҫыу менән бөтә Башҡортостандың да киләсәге үҙгәреүе бар. Яҡшы яҡҡа. Әгәр ҙә тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙы тәләфләүгә бошмай ҡарауҙан арынһаҡ.
Алтынай КИНЙӘБАЕВА.