«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Уҡыу йылы фажиғәнән башланды



14.09.2012 Уҡыу йылы фажиғәнән башланды

Уҙған йәкшәмбелә иртән Өфөнөң 10-сы дауаханаһына Өфө тимер юл техникумынан ағыуланған өс егетте алып киләләр.
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу өсөн табиптар күпме генә тырышмаһын, студент вафат була. Үлемдең сәбәбе – аҙыҡ менән ағыуланыу, пациенттың һуңлап дауаханаға мөрәжәғәт итеүе. Виктор шәмбелә көнө буйы сирләй. Хәле булмай, бер туҡтауһыҙ уҡшып, ҡоҫоп ятһа ла, дауаханаға мөрәжәғәт итмәй. Иптәштәре әйтеүенсә, ул паштет ашаған. Әлеге көндә аҙыҡ экспертизаға алынған.
I курс студенты Виктор Мищихин Өфөгә Яр Саллы ҡалаһынан уҡырға килгән була. Әгәр ҙә ятаҡта бергә йәшәгән дуҫтары ваҡытында «тиҙ ярҙам» саҡыртһа, бәлки, егет иҫән дә ҡалыр ине...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға