«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡулы аҫтында тыуа мөғжизә



11.09.2012 Ҡулы аҫтында тыуа мөғжизә

Ҡулы аҫтында тыуа мөғжизә
“Бәйләнештә” (“Вконтакте”) сайтында яңылыҡтар ҡарап ултырғанда, ғәжәп бер һүрәткә тап булдым. Киң билдәле поп-йырсы Леди Гаганың асфальтта төшөрөлгән портреты ине ул. Ә уның аҫтында аңлатма – Рөстәм ВӘЛИЕВ, 2D форматында, 17 сәғәт. Бына, исмаһам, портрет! Уның авторы Рөстәмдең эштәре менән яҡыныраҡ танышыу маҡсатында, “Бәйләнештә” сайтында эҙләй башланым. Баҡтиһәң, Рөстәм Салауат ҡалаһы егете икән...
Донъя гүзәллеген күреп кенә түгел, ә йөрәктәре аша үткәреп, уны бөтә нескәлегендә һынландырырға һәләтле кешеләр һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята. Сәнғәткә һөйөүен үҙенсәлекле һәм шул уҡ ваҡытта заманса шөғөл аша еткерергә тырышҡан Салауат егете Рөстәм Вәлиевты ла шул иҫәпкә индереү яҙыҡ булмаҫ.
Рөстәм Гөлнур һәм Илдар Вәлиевтарҙың бәхетле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәстән һүрәт төшөрөүгә әүәҫ була.
– Матурлыҡты һәм зауыҡты тойоуға, күрә белеүгә миңә балалар сәнғәт мәктәбендәге тәүге, юғары категориялы уҡытыусым Татьяна Алексеевна Андреева йүнәлеш бирҙе. Үҙем дә ҡул ҡаушырып ултырманым, реализм, гиперреализм, фотореализм йүнәлешендәге портреттарҙы өйҙә төшөрөргә өйрәндем, – ти егет.
Әле ул Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Стәрлетамаҡ филиалында дизайн факультетының 5-се курс студенты. Рөстәмдең төп ижади йүнәлеше – портрет төшөрөү.
Ике йыл инде йәш ижадсы арт-стрит (урам һынлы сәнғәте) менән мауыға һәм ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был төр һынлы сәнғәт өлкәһендә ҙур уңыштарға ла өлгәшә. Рөстәм фантастик геройҙар­ҙы, хайуандарҙы, билдәле актерҙарҙы асфальтта төшөрә. Был осраҡта төшөрә тип кенә әйтеү ҙә дөрөҫ булмаҫ кеүек. Бер портретты эшләү өсөн ҙур түҙемлек кәрәк, 5 – 18 сәғәт ваҡытты ала, шулай уҡ 30 – 60 киҫәк аҡбур китә. Ул – Жан Рено, Мерилин Монро, Пенелопа Круз, Леди Гага, Венсан Кассель кеүек билдәле кешеләрҙе, фантастик геройҙарҙы асфальтта һынландырған.
30 июндән 1 июлгә тиклем Санкт-Петербург ҡалаһында “Петербург буяуҙары” I халыҡ-ара урам һынлы сәнғәте фестивале үтә. Был кимәлдәге фестивалдә Рөстәм беренсе булып Башҡортостан һәм Салауат ҡалаһы исеменән ҡатнашып ҡайтты.
– Фестивалдә юғары кимәлдәге оҫталар ҡатнашты. Мин киң билдәле поп-йырсы Леди Гаганы 2D форматында, аҡ-ҡара төҫтәрҙә 17 сәғәт, йәғни ике көн буйы төшөрҙөм. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урын яулай алманым, шулай ҙа бар халыҡ, Петербург минең эшемә юғары баһа бирҙе, – ти Рөстәм ғорурлыҡ менән.
Егетте Ижевск ҡалаһында үткән «Street Art Izhevsk» I урам һынлы сәнғәте фестиваленә лә саҡыралар. Был сарала ул Венсан Касселде төшөрә, һәм эше шулай уҡ юғары баһалана.
Аралашҡан саҡта әңгәмәсемдең спорт менән ҡыҙыҡһыныуы, 2008 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Эльдорадо” клубында Рөстәм Рәшит улы Ишморатов етәкселегендә кикбоксинг менән шөғөлләнеүе, ярыштарҙа призлы урындар алыуы тураһында белгәс, һоҡланыу тойғоһо тағы ла артты. Был ғына түгел, Рөстәмдең, ҡалала үҫеүенә ҡарамай, саф башҡорт телендә һөйләшеүе, ғаиләһенең шәжәрәһен белеүе, ғәҙәти аралашыу барғанда бирелгән һорауҙарға тос фекерҙәр менән яуап биреүе, ябай, шул уҡ ваҡытта тормошҡа етди ҡарашлы, башҡорт рухлы, ҡыйыу егет булыуы ҡыуандырҙы. Йәш рәссам бының менән туҡтап ҡалырға теләмәй. Үҙе әйтеүенсә, ул күптәр кеүек маҡсатын хыялға түгел, ә, киреһенсә, хыялын маҡсатҡа әйләндерә.

Альбина ҡОТЛОГИЛДИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға