«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Монстр» күрше менән нисек йәшәргә?



07.09.2012 «Монстр» күрше менән нисек йәшәргә?

«Монстр» күрше менән нисек йәшәргә?
Күптән түгел редакциябыҙҙың дежур телефонына бер ҡатын шылтыратып, күршеһенә ҡарата дәғүәләрен белдерҙе. “Улар беҙгә психологик ҡына түгел, матди зыян да килтерә”, – тип зарланды ул. Әлбиттә, урынға сығып, кемдең хаҡлы, ә кемдең хаҡһыҙ икәнлеген тикшереп йөрөй алмайбыҙ. Ундай мәсьәләләргә закон әһелдәре аныҡлыҡ индерергә тейеш. Трубканың теге осондағы ханым: “Монстр күрше менән нисек йәшәргә? Берәй әмәлен өйрәтегеҙ әле”, – тине.
Барыбыҙ ҙа кемдеңдер күршеһе. Ә арабыҙҙа ауыр холоҡло, тиҙ ҡыҙыусан, сабыр­һыҙ кешеләр етерлек. Шуларға күрше булғансы, әҙәм аяғы баҫмаған утрауға йәки тайгаға китеү мең артыҡ кеүек тойола. Бер-береңә ҡарата ихтирам, аҡыл һәм яҡшы тәрбиә булмаһа, ҡала фатирында ла, ауылдағы шәхси йортта ла күршеләр менән һыйышыуы ауыр.
Астропсихолог Людмила Занинаның кәңәше күршегеҙ менән уртаҡ тел табырға ярҙам итер тип ышанабыҙ.

Тик яҡшылыҡ хаҡында ғына уйлағыҙ

Ер йөҙөндә насар йәки яҡшы кеше юҡ. Бары донъяға үҙ ҡарашы, үҙ ҡиммәте, принцип-идеалдары булған әҙәмдәр бар. Эргә-тирәләгеләр һәр саҡ һинең үҙеңде сағылдыра. Әгәр ҙә эске күңелең менән гармонияла булһаң, башҡалар һиңә тартылыр, яуызлыҡҡа урын булмаҫ. Кеше энергияһы тирә-яҡ мөхиткә ныҡ бәйле. Нимәнән ҡурҡабыҙ – алға шул килә. Шуға күрә иң алда үҙебеҙҙе тәртипкә килтерергә, тик яҡшылыҡ тураһында ғына уйларға кәрәк.
“Монстр”ҙар – бәхетһеҙ кешеләр, эстәре тулы проблема, үҙҙәрен яратмайҙар. Улар яҙмыштарына асыулы, тормошҡа ашмаған хыялдары күп, бик йыш зарланалар. Ә һинең уңыш-ҡаҙаныштарың көнләшеү тойғоһо уята, асыуҙарын ҡабарта. Улар, башҡалар­ҙың кәйефен боҙоп һәм эштәренә аяҡ салып, үҙҙәренең һыҙланыуҙарын сағылдыра. “Монстр”ға мөхәббәт, наҙ, аңлау, иғтибар етмәй. Шуға күрә улар донъяны тик һоро төҫтә күрә.
Күршегеҙ ғауғалашһа, һеҙҙән дә шундай уҡ реакцияға өмөтләнеп, үс ала башлауығыҙҙы көтә. Кәңәш: яуызлыҡтың артабан үҫеүенә юл ҡуймағыҙ. Таш бәргәнгә аш тәҡдим итегеҙ.
Араны көйләү схемаһын тәҡдим итәм. Уның йортона килеп ингәс тә, йылмайып, һаулыҡ һорашығыҙ. Шунан: “Һин нисек?” – тигән һорауҙы бирегеҙ. Ауыҙ эсенән генә мығырлып әйтмәгеҙ, ә бөтә күңел йылығыҙҙы һалып өндәшегеҙ. Һөйләшкәндә күҙенә туп-тура ҡарағыҙ. Шунан тышҡы ҡиәфәтенә йәки өйөнә (хужалығына, баҡсаһына, балаларына һ.б.) ҡағылышлы ике комплимент әйтегеҙ. Әммә улар урынлы булһын, ялғанлыҡ ноталары һиҙелмәһен. Кәңәш һорағыҙ, мәҫәлән, сәскә үҫтереү сере менән уртаҡлашыуын үтенегеҙ. Уға ҡарата ихтирамығыҙҙы белдерегеҙ, шул рәүешле уның өҫтөнлөгөн һәм дәрәжәһен күрһәтәсәкһегеҙ. Шунан уның тауыш ҡуптарған проблемаһының сәбәбен һорашығыҙ, үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе тыныс ҡына еткерегеҙ. Алтын урталыҡ табыу мөмкинлеген бергәләшеп эҙләгеҙ. Артабан да уның менән йылы мөнәсәбәт һаҡлағыҙ. Күршегеҙҙең фекерен ишетергә өйрәнегеҙ, әгәр ҙә уны ҡабул итә алмаһағыҙ, был хаҡта белдермәгеҙ.
Әгәр ҙә йыһанға изгелек нуры ебәрһәгеҙ, ул ике-өс тапҡыр артып, үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтыр. Бер ҡасан да кешегә насарлыҡ теләргә ярамай, ул да кире ҡайта. “Монстр” кеше менән араны көйләү бер ни кимәлдә һеҙҙе лә тәрбиәләйәсәк. Конфликттың ыңғай яғын табып, үҙегеҙҙең эске донъяғыҙҙы камиллаштыра алырһығыҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға