«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡәләмдәр



07.09.2012 Ҡәләмдәр

Ҡәләмдәр
Ете туған төҫлө буяу ҡәләмдәре юлға сыҡ­ты. Йәшәгән өйҙәре матур, йылы булһа ла, донъя күреп ҡайтырға ҡарар итте улар. Киләләр, һәр кемдең уйында иҫ киткес ғәжәп, бер кем дә күрмәгән, бер кем дә ишетмәгән ниндәй ҙә булһа мөғжизәле эш эшләү. ҡыҙыл ҡәләм түҙмәне, башҡаларҙан айырылып, алға йүгерҙе. Йүгерҙе лә, күк менән ерҙе тоташтырып, ҡыҙылға буяны, донъяны ут-ялҡын ҡаплап алды.
– Шаярма! – тип ҡысҡырҙы уға уҫал ҡара буяу. – Кемгә кәрәге бар донъя матурлығын ашаған ут, етер!
ҡыҙыл буяу үҙ эшенән ҡәнәғәт булып көлдө.
– Ә һеҙҙең берегеҙ ҙә бындай тыңлауһыҙ утты һыҙа алмай, минең эшем – мөғжизә!
Ул шундай ҡыҙҙы һәм… ҡапыл ҡоторған ут ҡыҙыл буяуҙың үҙенә тоҡанды.
– ҡотҡарығыҙ! – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ул.
Ә аҡ буяу тонсоғоп артҡа йүгерҙе, башҡалар ҙа сигенде, бөтәһе үтенеп ҡара буяуға ҡараны. Ут, күк менән ерҙе ҡаплап, уларға яҡынлашып килә ине.
– Их, һин, маҡтансыҡ!
ҡара буяу асыуынан күҙ асып йомғансы ҡап-ҡара, ҡурҡыныс ямғыр болоттары эшләп ташланы ла аяуһыҙ, көслө ямғыр яуҙырырға тотондо. Шундай ҡойҙо ямғыр, шундай ҡойҙо!..
ҡоторонған ут ары һикерҙе, бире һикерҙе, ләкин еңелде. Тик төҫлө буяуҙар һыуланып, ныҡ өшөнө.
– Йылынырға ине… – тине уйсан зәңгәр буяу, ҡыҙыл буяуға төбәлеп. Тегеһе, уңайһыҙланып, яңынан ут тоҡандырырға батырсылыҡ итмәй, аҫҡа ҡарап тора бирҙе.
– Тиҙерәк ут яҡ, – тине ҡоро ғына эшсән һоро буяу һәм, ҡоро сыбыҡ-сабыҡ яһап, тиҙ генә өйөп ташланы.
Ут әкрен генә, зәңгәр төтөн сығарып, ҡыйыуһыҙ янып китте. Һөйләшмәй генә ут тирәләп ултырҙылар, йылынып кибенделәр.
– Эйе…– тине аҡыллы йәшел буяу бер аҙҙан, бәләкәйләнә төшкән ҡыҙыл буяуға ҡарап. – Донъяның йәмен ебәрҙек, хәҙер төҙәтәйек. Насар эш эшләп, ғүмер уҙҙырмайыҡ…
Шулай тине лә, янған ер өҫтөнән йүгереп, тирә-яҡты йомшаҡ йәшел үләнгә күмде, йәшел япраҡлы ағастарҙа ҡоштар һайрашты. Башҡалар ҙа уға ҡушылды. Зәңгәр буяу әле һаман баҫылмаған әсе төтөндө күмеп, зәп-зәңгәр итеп күк йөҙөн буяны; ҡара буяу үлән араһынан киң, оҙон юл һалды; аҡ буяу еңел ел болоттарын яһай-яһай, саф тауышы менән көлөп, аҡ сәскәләр эшләргә туғайға, һоро ҡаҙҙар яһаған һоро буяу эргәһенә төштө. Һәр ваҡыт сабыр йөрөгән һары буяу ҙа түҙмәне: насар ҡыланышы өсөн туғандарынан ғәфү үтенә-үтенә, уңайһыҙланып торған ҡыҙыл ҡәләмде етәкләп алды.
– Әйҙә, бөтә донъяға нур һибеп, йылылыҡ, көс биреүсе яҡты, ҙур ҡояшты эшләйек.
– Киттек!
Улар зәп-зәңгәр күк буйлап йүгерҙе. Нур һипте ҡояш, йылмайҙы ҡояш!..
Донъя яҡтырып, матурланып китте. Төҫлө буяуҙар мөғжизәле эштәре өсөн үҙҙәре лә ныҡ шатлана ине. Тик ҡыҙыл буяу ғына оялышынан ҡыҙарғандан-ҡыҙара барҙы…

Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға