«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һыра тыйылды, сират тәмәкегә етте



04.09.2012 Һыра тыйылды, сират тәмәкегә етте

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы телевидение һәм сауҙа нөктәләрендә тәмәке күрһәтеүҙе тыйыу, йәмәғәт урындарында тартыуҙы сикләү тураһында закон проектын ил хөкүмәтенә тәҡдим итте.
«Тәмәке тартыу эҙемтәләренән халыҡ һаулығын һаҡлау тураһында»ғы документта тормошҡа ашырылған осраҡта киоскыла тәмәке һатыу, уны рекламалау, балалар өсөн тәғәйенләнгән аудиовизуаль сараларҙа тәмәке һәм уны тартыу процесын күрһәтеү тыйыласаҡ. Үҙгәрештәр 2014 июлдең 1 июленән һәм 2016 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк.
Был закон проекты хуплау тапһа, кескәй саҡтан яратып ҡараған «Ну, погоди!» йәнһүрәтенең «ҡара исемлек»кә индерелеүе, 18 йәшкә тиклемге балаларға күрһәтеү тыйылыуы ихтимал (хәтерегеҙҙә булһа, ундағы персонаждар тәмәке көйрәтә).

Г. БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға