«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Исеме башҡа, ә есеме?



31.08.2012 Исеме башҡа, ә есеме?

Исеме башҡа, ә есеме? йәки ҡомарлы уйындар ҡоло булмағыҙ!
Законды урап үтеп
Хәтерегеҙҙә булһа, Федераль законға ярашлы, 2009 йылдың 1 июленән Рәсәй биләмәһендәге казино һәм башҡа ҡомарлы уйын учреждениелары ябылғайны. Тик дүрт уйын зонаһы – Алтай крайы, Калининград өлкәһе, Краснодар крайы һәм Ростов өлкәһе сиге һәм Приморье ҡалдырылды.
Бар аҡсаһын ҡомарлы уйын автоматында ҡалдырыусыларҙың яҡындары иркен тын алып ҡуйғайны. Ниһайәт, бер бәләнән ҡотолдоҡ, тип шатланғайныҡ. Әммә кешенең рухи көсһөҙлөгөнән файҙаланып кеҫә ҡалынайтыуcылар башҡа әмәлен тапты. Улар законда күрһәтелгән һүҙҙәрҙе икенсе төрлө бәйән итеп, яңы ҡағиҙә булдырҙы. Уйын автоматтары, йәнәһе, лотереяға әйләнде, ә ҡомарлы уйын ойоштороусы учреждениелар “күңел асыу комплексы” булып китте. Әммә исемдәре башҡа булһа ла, есеме шул көйө ҡалды.
Һуңғы ваҡытта, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк кеүек, ҡомарлы уйын клубтары күпләп барлыҡҡа килде. Алтаҡталары булмаған, тәҙрәләре ҡарайтылған, ишегендә ни бары “24” һаны яҙылған ойошманы ҡапыл-ғара аңғармаҫһың. Әммә улар аҙым һайын осрап тора. Мин, мәҫәлән, Матбуғат йорто тирәһендә генә шундай дүрт клубты тап иттем. Үкенескә күрә, унда халыҡ күпләп йөрөй. Еңел һәм тиҙ табышҡа өмөт итеп, һуңғы тиненән дә ҡолаҡ ҡаға улар.

Бушлай сыр... тик уйын клубында

Ошо көндәрҙә БР буйынса Эске эштәр министрлығының Коррупцияға һәм иҡтисад өлкәһендәге енәйәттәргә ҡар­шы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә ҡомарлы уйын клубтары эшмәкәрлеген туҡтатыу маҡсатында махсус операция уҙғарҙы.
Ухтомский урамы, 14 адресы буйынса урынлашҡан уйын клубы янында туҡталдыҡ та, машинанан сыҡмай ғына тирә-яҡты күҙәтәбеҙ. ҡойоп ямғыр яуа, шулай ҙа әлеге бинаға инеп-сығыусылар байтаҡ. “Ишеккә ҡыңғырау ҡуйыл­ған, тышта күҙәтеү камералары урынлаштырылған. Тимәк, полицияны аңдып торалар. Кемлегебеҙҙе белеп ҡалһалар, үткәрмәүҙәре лә ихтимал... Ямғыр – һәйбәт маскировка, яҡшыға өмөтләнәйек”, – тине оперуполномоченный Антон Тоскин. Бер аҙҙан ул клубҡа инеп китте, уның артынан беҙ ҙә йүнәлдек.
Ярым-ҡараңғы бүлмәлә көслө музыка яңғырай. Уйын автоматтары, мең төрлө уттар менән балҡып, үҙенә әйҙәй. Полиция хеҙмәткәрҙәре таныҡлыҡтарын күрһәткәс, клиенттар тиҙ генә бынан сығыу яғын күрҙе. Тик бер ир менән ҡатын бар донъяһын онотҡайны, улар экрандан күҙен алмай, төрлө төймәләрҙе баҫҡыланы.
Биш минуттай ваҡыт үткәс, баяғы ҡатын иҫенә килде. Күрәһең, иҫәбендә аҡсаһы бөттө. Ул йән асыуы менән ултырғысты этте лә, ишек яғына йүнәлде.
– Ни өсөн бында уйнайһығыҙ? – тигән һорауға ҡатын:
– Үҙем дә аңлай алмайым. Аяҡтарым мине үҙенән-үҙе ошонда алып килә. Байырмын, фортуна миңә йылмайыр, тип көтәм.
– Клубтарҙың ябылыуын теләр инегеҙме? – был һорауҙан һуң ҡатын ҡыҙып китте, ҡулдарын болғай-болғай ҡысҡырып һөйләргә тотондо:
– Эйе! Уларҙы ябып бөтөрөгөҙ, ә хужаларының башын төрмәлә серетегеҙ. Күрәләтә тороп халыҡты талайҙар! Мин бында миллиондарымды юғалттым. Клубтар бөтөрөл­һә, исмаһам, аҡсам янымда ҡалыр ине.
Клуб һаҡсыһы Азамат оператив хеҙмәт­кәр­ҙәрҙең һорауҙарына яуап биреүҙән баш тартты. Оҙон буйлы һөйкөмлө егет, уҡытыу­сы алдында бер ни белмәй торған уҡыусы кеүек, ҡыҙарынды ла, башын аҫҡа эйеп тора бирҙе. Ә бына администратор ҡыҙ тәртип һаҡсылары менән телләшеп маташты.
Автоматтарға “стимул биреүсе лотерея”, “видеоуйын” тигән яҙыуҙар беркетелгән. ҡыҙыҡ, ә нимәгә стимул бирә икән? Балаларыңдың тамағынан өҙөп, аҡсаңды бында ҡалдырырғамы, әллә тағы ла бурысҡа батырғамы?
Бында швед өҫтәле тәҡдим ителгән. Теләй икәнһең, бушлай кофе йә сәй эсергә мөмкин, шулай уҡ, ойошма иҫәбенән, араҡыһын да ҡойорҙар, колбаса-сыр менән дә һыйлар­ҙар. Сыр тигәндән, уның тик тоҙаҡта ғына бушлай булыуын иҫтә тоторға кәрәктер. Шул рәүешле яңынан-яңы клиенттар йәлеп ителә.
Левитан урамының 8-се йортондағы ҡомарлы уйын учреждениеһына еңел генә үтеп индек. Бындағы һаҡсы егет телсәр булып сыҡты, етмәһә, арыу уҡ ҡырын тейәгән.
Юлиә исемле администратор ҡыҙҙан ни өсөн ошо эште һайлауын һорағас, ул: “Юғары белемле иҡтисадсымын. Һөнәрем буйынса заводта эш тапҡайным, әммә бик бәләкәй хеҙмәт хаҡына тир түкке килмәне. Ә бында яҡшы аҡса алам. Хилафлыҡ ҡылам, насар юлдан барам, тип уйламайым. Үҙем автоматта уйнамайым, клиенттар­ҙы бында килергә өгөтләмәйем, мин уларҙы бары хеҙмәтләндерәм”, – тип аҡланды.

ҡомарлы уйынды уңышһыҙҙар уйнай

Документтар тултырған арала ғына клубҡа байтаҡ клиент килде. ҡайһылары беҙҙе күреп, ишек төбөнән үк кире боролдо, кемеһелер берәүгә лә иғтибар итмәй автомат янына ҡунаҡлап, администратор ҡыҙға аҡса һондо.
Кейеме генә түгел, үҙе лә ярайһы таушалып бөткән утыҙ йәштәр самаһындағы ир килеп инде. Оперуполномоченныйҙар унан ниндәй маҡсат менән инеүен һорағас, ул ҡапыл ғына барыһын да аңлап: “Мин бында магазин тип торам, һыра алырға ингәйнем... Ә-ә-ә, яңылышҡанмын икән”, – тип сығыу яғын ҡараны. Шуныһы ҡыҙыҡ – сираттағы уйын клубында беҙ был ирҙе тағы тап иттек.
Килеүселәрҙе анализлаһаң, ҡомарлы уйындарҙы күберәк ир-егеттәр уйнай, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙан 45 йәштән олораҡтар килә. Уларҙың барыһы ла иҫке, һәләмә кейемдә ине, хәмер менән дуҫ булыуҙары асыҡ күренде. Билдәле булыуынса, тормошта үҙ урынын тапмаған, үҙе менән ҡәнәғәт булмаған, еңел аҡса тураһында хыялланыу­сылар ҡомарлы уйындарҙа, лотереяларҙа ҡатнаша.
Тәртип һаҡсылары әйтеүенсә, ҡомарлы уйын ҡолдарының яҡындары йыш ҡына полицияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Бар мөлкәтен оттороусылар, үкенескә күрә, бик күп.

Проблеманан ҡотолоу юлы бармы?

ҡомарлы уйындарҙы тыйыу тураһындағы закон үҙ көсөнә ингәс, уйын автоматтарының хаҡы 100 меңдән 10 мең һумға тиклем төшә. Улар Мәскәүҙә етештерелә, һатыуҙа ирекле. “Бер ҡуллы бандиттар” тартып алыныу менән урынына шундуҡ икенсеһен ҡуялар. Оператив хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, ҡайһы берҙәрҙең келәтендә әҙер автоматтар тора. Клуб аҙна-ун көн эсендә генә бик ҙур сумма аҡса эшләй, шуға күрә штраф­тар­ҙан да, конфискациянан да ҡурҡмайҙар.
Операция барышында 35 уйын автоматы, бухгалтерия документтары, видеотеркәүсе аппарат тартып алынды. Законһыҙ рәүештә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәре өсөн клуб етәкселәренә ҙур күләмдәге штраф йәки биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү ҡаралған.
Әгәр ҙә яҡын-тирәгеҙҙә ҡомарлы уйын клубтары эшләһә, был турала полицияға еткерегеҙ. Интернет аша “02.МВД.ру” сайтында “Казино.нет” адресы буйынса аноним хәбәр ҡалдырырға мөмкин.
Коррупцияға һәм иҡтисад өлкәһендәге енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре республика район-ҡалаларында ошондай сараларҙы даими үткәрә. Ғәйеплелергә яза бирелә, әммә клубтар эшләүен дауам итә. ҡомарлы уйынды тыйыу тураһындағы законға үҙгәреш индермәйенсә, был проблеманы хәл итеп булмаясағы көн кеүек асыҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға