«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Егәрлеләрҙең донъялары көлөп тора!



31.07.2012 Егәрлеләрҙең донъялары көлөп тора!

Егәрлеләрҙең донъялары көлөп тора!
Учалы районының Оҙонгүл ауылынан Венера һәм Ирек Рамазановтар, бер-бер береңде аңлап, ихтирам итеп йәшәгәндә генә тормош алға бара, ти
Учалы районының Оҙонгүл ауылы мөһабәт тауҙар, ҡуйы урмандар ҡуйынына һыйынып ҡына ятҡан. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылда йәшәгән кешеләр ҙә бик матур, үҙенсәлекле. Күпме ерҙәрҙе гиҙеп тә, оҙонгүлдәр кеүек тотош ауылдары менән һылыу кешеләрҙе осратҡаным булманы. Әле бына Зөһрә Рамазанованың фотоһына ҡарап ултырам да, ниндәй ҡупшы ҡыҙ, тип һоҡланам. ҡалаҡҡа ғына һалып йоторлоҡ, тиҙәр уның кеүек һылыуҙар хаҡында. Ә һуң уның бер туған ҡустылары – Иҙел, Ирәмәл, Заһир ниндәй сибәр егеттәр! Ата-әсәләре матур булғас, балалары ла уларға оҡшап матур. Ләкин тышҡы матурлыҡ менән генә алдырмай Рамазановтарҙың ғаиләһе. Уларҙың холоҡтары ла күркәм − эшһөйәрҙәр, нимәгә тотонһалар ҙа, ҡулдары килешеп тора, яҡты йөҙлө, алсаҡтар, шуға ла өйҙәренән кеше өҙөлмәй, йорттары ла кәртинкә кеүек. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, өйҙәр ҙә хужаларына оҡшай: берәүҙәрҙең тупһаһы аша үтеү менән үҙеңде ҡайҙа ҡуйырға белмәй этләнәһең − ниндәйҙер тантаналы һалҡынлыҡ йәнде ҡороштора, икенселәрҙең йорттары ҡобараһы осҡан бала кеүек − эстә иреш-талаш күп булғанға шулай, ахыры, ә Рамазановтарҙың «Өлгөлө йорт» билдәһе торған өйҙәренә килеп инһәң, тыныс, йылы, яҡты бер мөхиткә эләгәһең − тын алыуы ла рәхәт! Тап-таҙа, зауыҡ менән йыһазландырылған бүлмәләргә хужабикәнең ҡул эштәре айырым бер күркәмлек, наҙ өҫтәй.
Венера бәйләргә, тегенергә ярата, аш-һыуға ла оҫта. Тағы ла бер яратып, күңел һалып башҡарған шөғөлө − баҡса сәскәләре үҫтереү. Йәй етһә, Рамазановтарҙың баҡсалары шау сәскәгә күмелә, төрлө төҫтәге астралар, раузалар күҙ яуын ала. Иректең иһә булмышын үҙе әйткән бер һөйләм сағылдыра: «Нимә эшләйем − шуны яратып башҡарам, яратып башҡарған эшемде рәхәтләнеп эшләйем». Шундай тырыштарҙың балалары ла эшкә шәп, аҡыллы. Сөнки ата-әсә нимәгә тотонһа ла, ҡыҙ-улдарын да ҡул араһына индерә. Ә иң мөһиме, был ғаиләлә балалар ышаныслы, бөтөн күңел менән үҫә. Венера Шәүкәт ҡыҙы әйтеүенсә, уларҙың ғүмерҙә лә балалар алдында зыҡ ҡупҡаны юҡ, бер-береһенең йөҙөн йыртып, ауыҙ күтәреп ирешеп ултырмайҙар: «Йәш саҡта бер-беребеҙгә үпкәләшһәк, бер-ике көн һөйләшмәй йөрөй инек, аҙаҡ был насар ғәҙәтте ташланыҡ. Донъя көткәндә ниҙәр генә булмаҫ, әммә бер-береңде яратып, аңлап, ихтирам итеп йәшәү мотлаҡ, шунда тормош алға бара».
Быйыл Ирек менән Венераның өлкәндәре, Зөһрәләре, мәктәпте тамамлап, үҙ аллы тормош юлына баҫа. Ун биш йәшлек Иҙел менән Ирәмәлгә лә тиҙҙән бейек үрҙәр яулайһы, Заһирҙың ғына бошмай йөрөгән сағы – уға ни бары туғыҙ йәш, киләсәк тураһында уйланырға иртәрәк.
− Дүрт бала ла уҡырға сығып китһә, нишләрбеҙ, тип аптырайбыҙ, − ти Венера, − тик улар менән бергә донъябыҙ тулы. Атайҙары вахтала булғанда, бар эште лә ошо балалар менән еңеп сығабыҙ. Малайҙар бит, ҡайсаҡ баш бирмәҫкә маташып, тыңламайыраҡ башлайҙар. Ул саҡта, атайығыҙға әйтәм, тиһәм, улар тыйыла. Ә атайҙары нимә, вахтанан балаларҙы һағынып ҡайта ла, уларға йылмайып-һөйөп ҡарап тик ултыра. Хет баш түбән йөрөһәләр ҙә риза.
Ата-әсә балаларына бәләкәй саҡтарынан, уҡығыҙ, төплө белем алығыҙ, тип йүнәлтмә биргәс, ғаиләлә аң-белемдең баһаһы һәр саҡ юғары. Зөһрә һылыуҙың дизайнер, йә журналисҡа уҡығыһы килә, «Оҙонгүл» бейеү ансамбленә йөрөгән Ирәмәл профессия һайламаған, уйлайым әле, ти, тимер-томорҙа соҡонорға яратҡан игеҙәге Иҙел үҙен программист һөнәрендә күрә, Заһир, супер иретеп йәбештереүсе булырмын, ти. Балаларҙың дүртеһе лә мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, сараларға әҙерләнгәндә тип тормай, дәрестән ҡайтып, өй эшендә ярҙамлашалар ҙа, яңынан Озерныйға сабалар. Уларҙың урамда эшһеҙ йөрөгәнен һис бер ҡасан күрмәҫһең. Зөһрә китап тип йәнен фиҙа ҡыла, Иҙел буш сағында мотоцикл, машина ремонтлай, Ирәмәл шашка-шахмат уйнай (олатаһы – уҡытыусы Ишмөхәмәт Рамаза­нов өйрәткән), Заһир балта-бысҡыға йәбешә.
− Сөй күҙенә салынһа, бөтөн ергә ҡағып бөтә, әле яңыраҡ ҡына бер йәшник сөйҙөң осона сыҡты, − тип көлә атаһы. − Берәй таҡтаны бысырға тиһәң, уға ҡуш, йүгереп йөрөй!
ҡасандыр Венера – бухгалтер, Ирек водитель булып «Оҙонгүл» совхозында эшләгәйне, ләкин күмәк хужалыҡ тарҡал­ғас, улар юғалып ҡалманы, эш, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, хәйерселәр һанын ишәйтмәне. Ғаилә башлығы хәҙер Себерҙә эшләй, Венера ул вахтала саҡта усаҡты һүндермәй, йорт йылыһын һаҡлауға бар көсөн һала. Өйҙәре генә түгел, бар йорт-ерҙәре ҡыйып баҡҡыһыҙ икән, бында хужабикәнең дә өлөшө ҙур.
Совхоз булһа, Ирек ситтә йөрөмәй, ошонда эшләр, Венера ла үҙенең һөнәри талаптарын ҡәнәғәтләндерер ине лә бит, ҡайҙа һуң...
− Балаларым барыһы ла матур йәшәй, Аллаға шөкөр, − тип күңелһеҙ уйҙарҙы Венераларға ҡунаҡҡа килгән әсәһе Әлфиә апай таратты. − Ирек кейәүем һәйбәт, ҡулынан бөтә эш килә, беҙгә һәр саҡ ярҙам итә. Йәшәй-йәшәй донъя тоҙо татыулыҡта, бәхет бер-береңде аңлап йәшәүҙә икәнен төшөнәһең. Балалар шуны сәстәрен-сәскә бәйләгәндә үк аңлағас, шатланып бөтә алмайым. Улар татыу булһа, беҙҙең өсөн дә оло ҡыуаныс. ҡыҙым, кейәүем ауылда йәшәһә лә, тик донъя мәшәҡәттәренә генә батмай. Әле бына яңыраҡ ҡына Ғәҙелша шарлауығына барып, Талҡаҫта һыу инеп, Бөрйән аша ер-һыу күреп ҡайттылар. Балаларға әҙме бәхетле сәғәттәр бүләк итте ата-әсә, ғүмер буйы иҫләрлек бит!
− Яҡын дуҫтарыбыҙ, күршебеҙ Марс ағайым, Дамира еңгәм менән беҙ гелән шулай походтарға йөрөйбөҙ, − тип әсәһен ҡеүәтләне Венера. − Йыл һайын тәьҫораттарҙы яңыртып торабыҙ. Балаларға ғына түгел, үҙебеҙгә лә тирә-яҡты байҡап сығыу ныҡ оҡшай.
Бер-береһенә наҙлы ҡарай-ҡарай һөйләшкән Венера менән Иреккә, балаларға һоҡланып, бәхетлеләрҙе ихлас тыңланым. Йорт-ерҙәре көлөп торған Рамаза­новтарҙың ғаиләһе бик күптәргә йәшәү өлгөһө − йәшәгәс, шулай йәшәргә кәрәк, тигән фекер төйнәгәндә, янымда оҙаҡ урал­ған Заһир күптән телен ҡысыттырған һорауын бирергә батырсылыҡ итте:
− Ә һеҙ ниндәй гәзиткә беҙҙең турала яҙаһығыҙ ул?
Яуабымды ишеткәс, һыҙғырып уҡ ебәр­ҙе:
− О-һо, шәп!
Мин уның менән тулыһынса килештем.

Б. ЛАТИПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға