«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?



20.07.2012 Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?

Йәйге матур бер көндә тыуған яғыма ҡайтып барыуым. Ауылыбыҙға йөрөүсе автобусҡа инеп, буш урынға барып ултырыуым булды, оло йәштәрҙәге, ап-аҡ ҡына яулығын килешле итеп бәйләп алған инәй кеше әйтеп ҡуйҙы:
− Уй, Аллам! Бынау бала йәш кенә көйөнсә, ғүмерен заяға уҙғарып, ҡалайтып уранып алған!..
Бер генә осраҡ түгел был, ундайыраҡ һүҙҙәрҙе йыш ҡына ишетергә тура килә. Хиджаб кейгән ҡыҙҙы, йә һаҡал ебәргән егетте күреү менән шунда уҡ уҡтай ҡараштары менән, ҡырағай кеше күргәндәй, тишә яҙып ҡарайҙар. Ә бына ҡыҙҙарыбыҙҙың бот төбөнән булған итәктәре, ярым-асыҡ түштәре, егеттәребеҙҙең алҡа тағып йөрөүе, һығып торған килеш­һеҙ салбар кейеүе бер кемде лә аптыратмай. Бер аҡыллы баш ағайыбыҙ әйтеүенсә: «Урамда һыра эсеп, тәмәке тартып торһаң, береһе лә аптырамай, ә бына кишер ашап торһаң, көләләр». Ысынлап та, урам уртаһында кишер кимереп ҡара әле, шунда уҡ үҙеңде әҙәп­һеҙлектә ғәйепләйәсәктәр, етмәһә, алйотҡа ҡараған кеүек ҡараясаҡтар. Ә бит кишер һаулыҡ өсөн файҙалы, ә һыра, тәмәкенең зыяндан башҡа бер нәмәһе лә юҡ.
Тағы дингә әйләнеп ҡайтҡанда, һәр саҡ ишетергә тура килгән киң билдәле фекер­ҙәр: «Тәрбиә генә бит ул, Аллаһ барлығына ышанһаң, шул еткән», «Күңелемдән Аллаға ышанам, мин былай ҙа аҡыллы, миңә дин юлында йөрөү кәрәкмәй», «Беҙ ҙә ҡөрьән уҡыйбыҙ, беҙ ҙә Аллаһы Тәғәлә тип йәшәйбеҙ, дин юлында йөрөү мотлаҡ түгел» һ.б. Ярар, шулай булһын да, ти. Ә хәҙер уйлап ҡарайыҡ…
Ниндәй тәрбиә яҡшыраҡ? Динле булып, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарҙы үтәп йәшәүме, әллә тәмәке тартып, һыра һемереп, төнгө клубтарҙа ваҡытыңды бушҡа сарыф итеүме? Дин юлында йөрөү, үҙеңде ҡиәмәт көнөнә әҙерләү (Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында яуап бирә торған көн) ғүмереңде заяға уҙғарыу икән, ары-бире һуғылып, йәшәү мәғәнәһенең ниҙә икәнен дә белмәү ғүмереңде файҙаға үткәреү буламы ни? Иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан тип, күңел асып ҡына йәшәү йәштәрҙе маҡсатһыҙлыҡҡа килтерә. Әлеге көндә йәштәребеҙҙең күбеһе маҡсатһыҙлыҡтан ыҙа сигә. Йәшәү мәғәнәһен таба алмай аҙап­ланалар. Ахыр сиктә күптәре оло гонаһ эшләп ҡуя – үҙ-үҙенә ҡул һала.
Беҙҙә Аллаһы Тәғәләгә ышаныуҙы аңлап етмәйҙәр. Уға күңелдән ышаныу ғына етмәй. Ышанаһың икән, Раббыбыҙ ҡушҡандарын үтәү мотлаҡ. Дини фанатизм тигән төшөнсә юҡ ул. Кеше Хоҙайға йә ышана, йә юҡ. Ышана икән, ул ҡушҡанды үтәй. Ышанмай икән, дини ҡанундарҙы кире ҡағып йәшәй бирә. Йөрәгеңдән ышанһаң, тәнең, телең менән дә булышлыҡ итәһең – харамдан һаҡланаһың, ғибәҙәт ҡылаһың, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн изге ғәмәлдәр башҡараһың. Ниндәй генә изгелек эшләмә, ул Раббыбыҙ ризалығы өсөн булырға тейеш, ә кемдәндер маҡтау һүҙе ишетеү, абруйыңды күтәреү, ярамһаҡланыу өсөн түгел. Бәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис-сәләм) «Ғәмәлдәр ниәт буйынса баһалана, был ғәмәлеңдән ни көтәһең, шул була», − тигән (Әл-Бохари һәм Мөслим килтергән хәҙис). Әйтәйек, маҡтау һүҙҙәре ишетеү өсөн яҡшы эш башҡараһың икән, шундай әжерен аласаҡһың. Беҙ һәр нәмәне Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн эшләргә тейешбеҙ. «Минең эшләгәнем изгелек кенә, мин гел изгелек ҡылам», − тип үҙеңә иғтибар көҫәп, ниндәйҙер бүләк, маҡтау өмөт итеп йөрөү дөрөҫ түгел. Ниәтте йөрәк йөрөтә. Ихлас йөрәктән эшләйһең икән, һин бынан үҙеңә ниндәй­ҙер файҙа эҙләмәйһең.
Аллаға күңелем менән генә ышанам, тип йөрөүҙе бер нисек тә аңлап булмай. Ышанаһың икән, Уның ҡушҡандарын да үтәргә кәрәк бит. Дини тәғлимәттәрҙән көлөп, уларҙы әкиәт итеп күреп, дини тормошто иҫкелек ҡалдығы итеп ҡарап йәшәүҙе ышаныу тип атап булмай. Ә нишләп һуң беҙ башҡа донъяуи нәмәләргә күңелебеҙҙән генә ышанмайбыҙ? Күңелебеҙҙән генә кер йыумайбыҙ, ашар­ға бешермәйбеҙ, бала баҡмайбыҙ? Күңелдән генә ышанһаң, шул еткән бит. Бик сәйер тойолһа ла, шулай килеп сыға ла инде. Күңелемдән генә кер йыуыуға ышанам, тип өҫтөбөҙ таҙарып китмәй, күңелдән генә ашарға бешереп, тамағыбыҙ туҡ булмай. Бала баҡҡанда ла, күңелдән генә яратып ҡалмайбыҙ, ә һөйөүебеҙ аша ниҙер эшләйбеҙ ҙә.
Аллаһы Тәғәлә, тип йәшәү, тимәк, Уның ризалыған алыу өсөн тырышыу, шуға ынтылыу. ҡөрьән уҡыу − бер, ә Уның ҡанундары буйынса йәшәү – бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Изге китапта яҙыл­ғанды аңларға, Уның буйынса йәшәргә тырышҡанда ғына, Аллаһы Тәғәлә һүҙҙәрен уҡыу иманыбыҙҙы арттырыр, бәрәкәт бирер, иншаллаһ.
Бәғзе берәүҙәрҙең фекеренсә, дингә йә бик гонаһлылар ғына, йә бик булдыҡһыҙҙар ғына килә. «Мин унһыҙ ҙа аҡыллы, кешесә йәшәп ҡалырға кәрәк», − ти ундайҙар. Улар, ғәҙәттә, дин юлына баҫҡан кешенән етешһеҙлектәр эҙләй, уның үткәнендә ҡылған гонаһтарында соҡона. Имеш, эсеп, аҙып-туҙып йөрөгәнендә эше юҡ, үҙе лә фәрештә түгел әле һ.б. Үҙҙәрен аҡыллы тип иҫәпләгән кешеләр бер нәмәне аңлап етмәй: дин гонаһлыларҙы һәм тәртипһеҙҙәрҙе тәрбиәләү ысулы түгел. Ислам – ул йәшәү рәүеше, йәшәү мәғәнәһе.
Аллаһы Тәғәләгә буйһонмау, Унан ҡурҡмау төрлө гонаһтарға юлыҡтыра ла инде. Дин юлына баҫҡан кеше үткәнендә ниндәй генә гонаһ ҡылмаһын, уның харамдан арынып, дингә килеүе бик мәртәбәле ғәмәл. Кешенең үткәнендә соҡон­ғансы, үҙеңдең бөгөнгөңә байҡау яһау тик файҙаға ғына булыр. Эсмәй, тартмай, зина ҡылмай йөрөүең һинең иманлы, аҡыллы булыуыңды аңлатмай әле. Ә бит эсеп-тартыуға ҡарағанда намаҙ уҡымау күпкә гонаһлыраҡ. Ғәйбәт һөйләп, кеше тикшереп, хөсөт таратып йөрөү ҙә – харам эш. Беҙ − бөтәбеҙ ҙә Әҙәм балалары. ҡайһы саҡ тигеҙ ерҙә абынабыҙ – гонаһ ҡылабыҙ. Диндә йөрөгән кеше лә ҡайсаҡ яңылыш аҙым яһап ҡуя. Һәм тағы ла, Аллаһы Тәғәлә ары торорға ҡушҡан төрлө тыйыуҙар һаҡал ебәргән егеттәр, йә хиджаб кейгән ҡыҙҙар өсөн генә түгел, ә бөтәһенә лә ҡағыла. Аллаһы Тәғәлә ҡөрьәндә әйтә: «Беҙ һеҙгә китап индер­ҙек, унда һеҙгә һабаҡ һәм иҫкәртеүҙәр. Ниңә һуң һеҙ уйлап ҡарамайһығыҙ?» («Ән-Нәбийү» сүрәһе, 10-сы аят).
Кешесә йәшәп ҡалырға кәрәк, тиеүселәрҙән һорағым килә: ә нимә һуң ул – кешесә йәшәү? Дин юлын һайлаусылар кешесә йәшәмәйме ни? Минеңсә, кешесә йәшәү – ул йәшәү мәғәнәһен табыу, алдыңа ҡуйған маҡсатыңа ынтылыу. Дингә килгән кешенең маҡсаты – Аллаһы Тәғәләнең ризалығы аша Йәннәткә эләгеү. Ана шул маҡсатына ирешеү өсөн ул харамдан ары торорға, изгелеккә ынтылырға тырыша. Был насармы ни? Иң үкенесе, атай-әсәйҙәрҙән башлап олатай-өләсәйҙәргә тиклем балаларының ҡылған һәр бер ҡырын эшенә аҡлау табыуы. Улдары эсә икән, тимәк, насар компанияға эләккән. Бер кемдең дә ауыҙына хәмерҙе көсләп ҡоймайҙар бит, һәр кемдең һайлау хоҡуғы бар. Үҙ башы менән уйлай белмәйме ни ул? ҡыҙҙары ситтә йөрөп, ауырға ҡалған икән, тик егеттәр ғәйепле, ҡыҙҙарҙы боҙалар, йәнәһе. Бейә кешнәмәһә, айғыр тешләмәй, тиҙәрме әле? ҡыҙҙарыбыҙ хәҙер үтә әрһеҙгә, үтә «модный»ға әйләнде бит. Ярым шәрә тән, оялсанлыҡты белеү юҡ. ҡайҙа һуң ҡатын-ҡыҙҙарға хас нәзәкәтлек, серлелек?
Үкенескә күрә, эсеп, теләһә ҡалай йөрөү беҙҙең йәмғиәт өсөн бөгөн ғәҙәти күренешкә әйләнде. Һәр бер ҡырын эшкә бер яуап: «Бөтәһе лә шулай итә». Күренекле яҙыусы Л. Толстой әйтеүенсә, тап ана шул «бөтәһе лә шулай итә» кешелекте оло һәләкәттәргә килтерә лә инде. ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең улдары, йә ҡыҙҙарының боҙоҡ эш ҡылып йөрөүенә тыныс ҡына, «бөтәһе лә шулай итә» тип ҡарауы борсолдора. Ә бына яҡындары дин юлына баҫһа, шунда уҡ ҡаршы сығалар, намаҙ уҡыуҙарын, ураҙа тотоуҙарын, дини белемгә ынтылыуҙарын йөк күрәләр. Ә бит Аллаһы Тәғәлә Изге ҡөрьәндә былай тигән: «Аллаһ кеше йәненә уның көсөнән килмәҫлек бер нәмә лә йөкмәтмәй» («Әл-Бәҡәрә» сүрәһе, 286-сы аят). Намаҙға ваҡыт тәмәке тартып, бәҙрәфкә барып килгәнгә ҡарағанда ла әҙерәк китә. Ураҙа кешене физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә сыныҡтыра, ихтыяр көсөн көсәйтә, астарҙың хәлен аңларға ярҙам итә. Сәғәттәр буйы ғәйбәт һатып, кеше сәйнәп, телевизор ҡарап, кәрәкһеҙгә интернетта соҡоноп, төнгө клубтарҙа күңел асыуға ҡарағанда дини белем алыу күпкә файҙалыраҡ.
Йәштәргә шуны әйтергә теләйем: йәш ғүмерегеҙҙе бер ниндәй маҡсатһыҙ, заяға уҙғармаһағыҙ ине. «Нимә ул йәшәү мәғәнәһе?» − тип һораһаң, күптәр: «Аҡса табыу, бала үҫтереү, уларҙы кеше итеү», − тип яуап бирәсәк. Был – өлкәнерәк быуын вәкилдәренең яуабы. Сөнки улар­ҙы тиҫтәләгән йылдар буйы шулай тәрбиәләгәндәр. Ә бына йәштәребеҙҙең күбеһе был һорауға яуап таба алмаясаҡ. Бала табып, аҡса эшләп, байлыҡ туплау­ҙа ғынамы икән йәшәү мәғәнәһе? Түлһеҙҙәр, зәғиф кешеләр бөтөнләй йәшәү мәғәнәһен юғалта килеп сыға түгелме? Бала таба, байлыҡ туплай алмаусылар өсөн йәшәүҙең мәғәнәһе бөтөнләй юҡмы ни? Ә бит байҙар ҙа илай, бер нисә балаһы булып та, береһенән дә изгелек күрмәй ыҙа сигә ҡайһы бер атай-әсәйҙәр. Бәхет ялтырап торған донъяңда, балаларҙа ғына түгел, бәхет – ул булғанына шөкөр итеп йәшәй белеүҙә.
Аллаһы Тәғәлә Изге ҡөрьәндә кешеләр­ҙең барлыҡҡа килеү сәбәбе тураһында былай ти: «Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе Үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә барлыҡҡа килтерҙем» («Әз-Зәриәт» сүрәһе, 56-сы аят). Беҙҙе барлыҡҡа килтереүсебеҙ − Аллаһы Тәғәлә. Ни генә эшләмәйек, нәмәгә генә тотонмайыҡ, нәмәгә генә ынтылмайыҡ, беҙ Уға мохтаж. Бөтә нәмә – Алланан. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе барлыҡҡа килтергән икән, был донъяла йәшәү өсөн дөрөҫ йүнәлеш тә күрһәтә. Юл төҙөүсе лә, өй һалыусы ла, әҙәби әҫәр тыуҙырыусы ла быны ниндәй маҡсат менән эшләгәнен белә. Аллаһы Тәғәлә лә беҙҙең өсөн йәшәү мәғәнәһен билдәләгән – Уға табыныу, Ул тыйғандан тыйылыу, Ул ҡушҡандарҙы үтәү.
Һүҙемде ошондай изге аят менән тамамлап ҡуйырға теләр инем: «Аллаһ һеҙҙе әсәләрегеҙ ҡарынынан сығарҙы, ә һеҙ бер нәмә лә белмәй инегеҙ. Һәм һеҙгә Ул ишетеү, күреү һәләттәре, йөрәк бирҙе, − бәлки, һеҙ шөкөр итерһегеҙ» («Ән-Нәхел» сүрәһе, 78-се аят).

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға