«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Иҫертә... Эҫенән



20.07.2012 Иҫертә... Эҫенән

Иҫертә... Эҫенән
Бына инде өс аҙна тирәһе күмәкләшеп иртәнән кискә тиклем «иҫерешеп» йөрөйбөҙ. Төнөн дә тулыһынса айығып булмай, исмаһам. Бөтәһенә лә ҡояш ғәйепле – эҫелек кешегә спиртлы эсемлек кеүек тәьҫир итә, был фәнни раҫланған. Шуға ла эсеп түгел, ҡояштан, эҫенән иҫерә халыҡ.
Тик был яңы асыш бер ҙә күңелгә ятмай әле ул, сөнки эҫе көндәрҙә республика юлдарында фажиғәләр ҡырҡа артып китә. БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов билдәләүенсә, республикала июль айында кәмендә 266 юл фажиғәһе теркәлгән. һәләк булыусылар бик күп. 18 июлдә генә өс машина бәрелешеүе арҡаһында биш кеше яҡты донъя менән хушлашты. Уларҙың икәүһе – бала. Юлдарҙа көн һайын авария, көн һайын кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Бөтә фажиғәләрҙә лә кешеләр үҙҙәре ғәйепле – водителдәр тиҙлекте арттыра, светофорға иғтибар итмәй.
Эҫелектән баштың йүнләп эшләмәүе генә етмәй, спиртлы эсемлектәр ҡулланып та рулгә ултырыусылар бик күп. Республиканың ЮХХДИ инспекторҙары көн һайын кәмендә йөҙ иҫерек водителде туҡтата. Дәүләкәндә, мәҫәлән, бер эскән әҙәм күл буйындағы пляжда ҡояшта ҡыҙынып ятҡан ике ҡыҙҙы машинаһы менән тапатып киткән.
Динар Ғилметдинов эҫе көндәрҙә машина менән идара итеүселәргә бер нисә кәңәш тә еткерә:
* эҫелә асфальт ҡыҙа һәм туҡталыу арауығы оҙоная. Шуға ла машиналар араһындағы дистанцияны мотлаҡ һаҡлар­ға кәрәк;
* йәштәр резина тапочкалар (шлепанцы) кейеп йөрөүҙе хуп күрә. Тик улар иң яуаплы ваҡытта аяҡтан шыуып китеп, аварияның сәбәпсеһе лә булыуы ихтимал. Шуға ла уны кеймәү хәйерлерәк;
* юл аптечкаларында тиҙ ярҙам күрһәтеү өсөн дарыуҙар булһын;
* машинаға мөмкин тиклем һирәгерәк ултырырға кәрәк, эҫелә кеше тиҙ ҡыҙып барыусан була, йоҡомһорап та китә;
* ашыҡмағыҙ!
Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға