18.07.2012 Мин нисек әхирәтемде кейәүгә бирештем
Сатнама ғинуарҙың бер йома кисендә әхирәтем миндә ҡунаҡта ултыра. Тегеһе-быныһы тураһында һөйләшәбеҙ, тәмле итеп сәй эсәбеҙ, ниһайәт, эш аҙнаһы тамамланды – иркенләп ял итәбеҙ. Бер саҡ Зареманың телефоны шылтыраны: «Теге тағы шылтырата әле», − тип, егете менән һөйләшеү өсөн, серле генә йылмайып, йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Әхирәтем был егет менән көҙ танышҡайны. Алтын ҡуллы, төҫкә-башҡа бына тигән егет тураһында Зареманың ауыҙынан тик маҡтау һүҙҙәре генә ишеткәс: «Бындайҙы көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың», − тип тел шартлаттыҡ. «ҡулыңдан ысҡындыраһы булма!» − тип кәңәштәр бирҙек.
Күпмелер ваҡыт уҙғас, Зарема күрше бүлмәнән сыҡты ла: «Илдар миңә, кейәүгә сыҡ, тип әйтәсе», − тип, бер ни булмағандай урынына килеп ултырҙы. «Әсәһе менән дә һөйләштем, ул, киләһе айҙың тәүге аҙнаһында һоратырға барасаҡбыҙ, тине», − тип өҫтәне сәйен эсә-эсә тыныс ҡына. Иҫ киткес һалҡын ҡанлылыҡ менән әйтелгән һүҙҙәргә (әйтерһең дә, ул көн һайын кейәүгә сыға!) мин нимә тип яуап бирергә белмәй, асҡан ауыҙымды ябырға онотоп, бергилке уға төбәлеп ултырҙым.
− Ә һин? − тип һораным ахырҙа.
− Нимә мин? − Зареманың башына һаман был хәлдең барлыҡ мөһимлеге барып етмәй ине шикелле.
− Ә һин ризамы һуң?
− Әлләсе... − әхирәтем ғәмһеҙ генә иңбаштарын һелкетеп ҡуйҙы. Был бер аҙ шаңҡыу кисерҙе, буғай.
− Нисек инде − әлләсе, бер аҙнанан һине һоратасаҡтар! − түҙемлегем шартлар сиккә етте.
− Нисек инде − бер аҙнанан, шулай тиҙме? Уй-й, әсәйемдәргә шылтырата һалайым, әҙер торһондар!.. Ай, Алла, мин бит ризалығымды бирҙем! Ә һин минең шаһитбикәм бул инде, йәме?
Никах
Шулай итеп, ҙур тиҙлектә әйләнгән тәгәрмәс шикелле ваҡиғалар әйләнеше башланып китте. Буласаҡ ҡоҙағыйҙар көнөнә ике-өс тапҡыр телефон аша «һөйләшеүҙәр» алып бара, аҙ-маҙ бәхәсләшеүҙәр ҙә булып ҡуйғылай − хас та ике янарал. Улар, буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙасаларҙың исемдәренән тыш, уларҙың холоҡ-фиғелдәре менән дә ныҡлап танышты. «Вәли ҡоҙағыҙға таҫтамал бүләк итерһегеҙ, ә Ғәлиһенә − сәскәле эске күлдәк, Вәлимә ҡоҙағыйың минераль һыу эсмәй, Ғәлимәһе эҫе мунсала мәтрүшкә миндеге менән сабынырға ярата һ.б.» ҡыҫҡаһы, килешелгән көнгә «Никах» хәрби операцияһына ике яҡтан да тулы әҙерлек тәьмин ителде. Кейәү, дәрәжә һаҡлап ҡына, яусылар, туған-тыумасаһы оҙатыуында, ниһайәт, берҙән-бере йәшәгән тарафтарға юл тотто. Райондар алыҫлығы, аҙ ҙа түгел, күп тә түгел − 400 саҡрым тирәһе. Йөрәк, мөхәббәттән иҫереп, тик йән һөйгәнеңдең исемен ҡабатлап типкәндә, бындай алыҫлыҡ һиҙелмәй ҙә, күрәһең. ҡояш төшкә ауышып та өлгөрмәне, ҡыҙ йортонда берәү: «Киләлә-әр!» − тип һөрәнләп ебәрҙе.
Бер яҡ һата, икенсе яҡ һатып ала, тип уйлап ҡуяһың, ирекһеҙҙән, никах шарттарын күҙәтеп. Ике ғаилә араһындағы килешеүҙең (мәңгелеккә була күрһен!) һөҙөмтәһен раҫлап, батмусҡа мәһәр һәм башҡа бүләктәр һалынды. Никахта ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Мулла, аятын тамамлап, битен һыпырып ҡуйыуға, туғандары йәштәрҙе ҡотлай ҙа башланы. Аҡ түбәтәй кейеп, яулыҡ ябынып ултырған кәләш менән кейәү, уңайһыҙланып, ҡайһы бер урындарҙа ҡыҙарышып, теләктәрҙе ҡабул итте. Артабан шаяртыу һәм уйын-көлкө ауаздары аҫтында мәжлес башланды. ҡунаҡ барышында кейәүҙең иғтибарын ситкә йүнәлтеп, сос енгәйҙәр бикәсен урланы һәм йәшерҙе. Эй, Аллам, ошо наҙлы кәләштәрҙе! «Өшөнөм, был өйгә ут яғылмаған. Әгәр ҡояшым биш минуттан мине эҙләп тапмаһа, үҙем сығам да ҡуям! Һыуыҡ бит!» Туныңды сисеп, өҫ кейеменә ҡатлап уға ябаһың. Биш минут үтә. «Ул бит ауылды бөтөнләй белмәй! Нисек эҙләп тапһын инде?! И-и, бахырғынамды йәлләйем шул. Тағы биш минуттан тапмаһа − үҙем сығам, уф, илайым хәҙер!». Һине бит усаҡлыҡҡа ғына йәшерҙеләр, түҙеп тор инде, зинһар! Ниһайәт, тыштан тауыш ишетелде: «Ағай, таптым, еңгәйҙең эҙҙәрен таптым, кил бында, тиҙерәк кил!» Ур-ра, еңгәһенең итегенең эҙҙәрен иҫендә ҡалдырған ҡәйнеш мең йәшәһен! Их, ошо шаян, өлгөр ҡоҙасалар, шаһиттың муйынына, көсөк тип, һөйәк тә таҡтылар, аңғармаҫтан йығып һалып, өҫтөнә менеп ҡунаҡланылар (аҡса түләп кенә аяғына баҫа алды, бисара), төртмә таҡмаҡтарын да йырланылар. Йолаһы шулай – туғанлашыусы ике яҡ араһында үҙ-ара йәшертен ярыш бара, һәр кем үҙен данлыраҡ, шәберәк тип күрһәтергә тырыша. Туй ваҡытында шаян йырҙар менән бер-береңә төрттөрөү ҙә ошо сәбәпле башҡарыла инде. Быны кемдәндер шәхси көлөү тип аңларға ярамай, бындай таҡмаҡтар күптән формалашҡан йолаларҙы дауам итеү рәүешендә генә башҡарыла бит. Тик традицияларҙы, шаяртыуҙы аңламай үпкәләп йөрөүселәр табыла, ундайҙар һәр мәжлестә осрай, ни хәл итәһең.
Ни тиһәң дә, ҡоҙалар – ҡыҙ яғы өсөн ҡәҙерле ҡунаҡ. ҡоҙалар килде – ҡот килде, бер ҡыҙ өсөн ут килде, тип бушҡа әйтмәгән бит ата-бабаларыбыҙ. Иртәгәһенә: «Тағы бер кис ҡунып ҡайтығыҙ!» – тип инәлеүҙәренә ҡарамаҫтан, егет яғы килендәрен ҡәҙерләп кенә ебәк таҫмалар менән тышаулы «ат»тарына ултыртып, ҡар бураны уйнатып ҡайтыр юлға сыҡты. Ихлас, асыҡ күңелле, йомарт, шаян ҡоҙалар һәм ҡоҙасалар, туйҙа күрешкәнгә тиклем һау булығыҙ!
Туйға әҙерлек
Зарема менән мин һәр аҙна диетаға ултырырға маташабыҙ. Тик йәшелсә-емеш, һөт аҙыҡтары, һоло бутҡаһы, йәшел сәй генә, ә майлы аҙыҡтарҙы, ҡамыр аштарын ауыҙыбыҙға ла алмаясаҡбыҙ! Тә-әк, бөгөн ниндәй көн һуң әле? Шаршамбы? Киләһе дүшәмбе диетаны мотлаҡ башлаясаҡбыҙ, аҙна уртаһында булмаҫ инде. Китсәле, туйға тиклем ике ай ғына ҡалдымы?! Киләһе дүшәмбенән әбизәтелне башларға кәрәк!
Был донъяла туй күлдәген кейергә хыялланмаған ҡатын-ҡыҙ бармы икән ул? Үҙ-үҙебеҙҙе хәтерләй башлағандан алып, аҡҡоштай кәләштәрҙең ап-аҡ күлдәгенә ҡарап, татлы уйҙарға сума торғайныҡ. Бына ул мин − һуштар китерлек сибәр, матур, өҫтөмдәге туй күлдәгем батша ҡыҙыныҡынан һис тә кәм түгел, ә ергә тиклем етеп торған бөркәнсегем миңә сихрилек, нәзәкәтлек өҫтәй... Их-х...
Зареманың да ошондай уҡ хыялын ысынбарлыҡ итеү өмөтөндә, икһеҙ-сикһеҙ интернеттың беҙ ҡапшап сыҡмаған берәй мөйөшө ҡалдымы икән? Юҡтыр. Туй күлдәктәренең меңәр төрөн тикшерҙек, тикшереүҙәр әле лә дауам итә. Ниндәйен һайларға − ҡыҫҡаһынмы, оҙононмо? Биле аҫтаныраҡ булғанынмы, әллә киреһенсә? Бөркәнсектең ҡайһы төҫтәгеһе килешер икән? Ә бирсәткәләр кәрәкме? Эшләпә, корсет, митенкалар, сумочка, флердоранж − ни өсөн кәләштәр барыһын да бер юлы теләй икән?! Гөлләмәлә мотлаҡ ҡыҙыл раузалар булырға тейеш! Ә бөгөн ниндәй айҙың ҡайһы көнө?
Ах, ЗАГС-ҡа ғариза биреү хаҡында бөтөнләй баштан сыҡҡан! Баш ҡаланан алты йөҙ саҡрым юл үтеп, Зареманың тыуған районының ЗАГС-ына барыуҙары бушҡа ғына. «Туйығыҙға әле биш аҙна ваҡыт бар, һеҙгә ғариза яҙырға иртәрәк, теүәл бер аҙнанан килерһегеҙ», − тип яуап ҡайтара уларға гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге начальнигы.
− Беҙгә ҡат-ҡат йөрөргә юл бигерәк алыҫ бит! Зинһар, ғаризабыҙҙы алығыҙ инде!
− Это ваши проблемы! Бер аҙнанан, тинем мин һеҙгә!
Туҙға яҙмаған закондарҙы уйлап сығарыусы чиновниктарға беҙҙең илдә берәй саҡ лайыҡлы яза уйлап табылырмы? Ришүәт бирергә кәрәклеген һуңынан ғына аңлаталар Зарема менән Илдарға. Бер аҙнанан тағы юлға сыҡты йәштәр. Был юлы сәфәрҙәре уңды, шөкөр, ришүәтһеҙ генә.
Кәләшкә көндән-көн «баш етмәҫлек» мәсьәлә нығыраҡ янай − нисек итеп туй күлдәге һайларға? Бик күп гәзит-журнал аҡтарылды, интернетта туй темаһына тау-тау материал уҡылды, «Бәйләнештә», «Класташтар» сайттарында барлыҡ таныш-тоноштарҙың туй фотолары энәһенән ебенә тиклем тикшерелде − тик теләгәне табылмаған кеүек. Күргәҙмә материалдары менән етерлек тупланып, туй салондары буйлап сәйәхәткә сыҡтыҡ. Тәүҙә кеҫәңдә нисә тәңкә аҡса булыуы менән ҡыҙыҡһыналар. Һатыусылар һүҙҙе ҡыҫҡа тота: «Мотлаҡ минән һатып алыр булһағыҙ ғына кейеп ҡарарға рөхсәт». Бер кейҙең икән, көҙгө алдында өйрөлтөп, күлдәкте шаштырып маҡтайҙар − анһат ҡына сисермен тимә. Һәр нәзәкәтле кәләштең талабын ҡәнәғәтләндерерлек модалы туй күлдәктәренең хаҡтары һушты алырлыҡ. Осһоҙораҡҡа биш-алты йыл элек моданан сыҡҡан күлдәктәрҙе тәҡдим итәләр һәм күҙҙәрен дә йоммай, былары яңы модель, тип алдашалар. Уларҙы тыңлаһаң, бөтөнләй килешмәгән туй күлдәге менән бөркәнсекте ҡосаҡлап ҡайтып китеүең дә мөмкин.
Икәүләшеп кәңәшләшкәндән һуң, күрше ҡалаға юлландыҡ. Ишетеүебеҙсә, унда туй кейемдәре һәм кәрәк-яраҡтары күпкә арзан. Был ҡалала тәүге салонға барып та индек, Зарема беренсе оҡшатҡан күлдәген кейеп ҡараны һәм ... тәндәр зымбырлап китте, күҙҙәргә йәш тулды. Бына ул күлдәк! Ниһайәт, таптыҡ, ур-ра! Ысынлап та, хаҡы баш ҡала магазиндарыныҡынан ике тапҡырға арзан.
Иртәгә туй
Туй − ике ҡуйыңдың береһен һуй, тигән ата-бабаларыбыҙ. Ысынлап та, был тантаналы сара бик күп сығым талап итә. Беҙҙең көндәрҙә, әҙәмсә кәләш алам, йәки кейәүгә сығам тиһәң, кәмендә ярты йыл тирәһе аҡса туплап, әҙерләнергә кәрәк. Кәләш менән кейәүҙең өҫ, аяҡ кейемдәренә һәм балдаҡтарына 25 мең һум самаһы аҡса китте. Ә йорт-ҡураға ремонт, аш-һыу һәм башҡа кәрәк-ярағы менән бергә был сумма ике яҡ өсөн дә өсләтә күбәйҙе.
Иртәгә туй. Барлыҡ туған-тыумаса Зареманың өйөндә мәж килә. ҡапҡа эсенә япмалы махсус мәжлес урыны яһалған, тирмә ултыртылған, эскәмйәләр өҫтөнә йомшаҡ япмалар түшәлгән. Мунсанан һуң, репетиция уҙғарайыҡ тип, көлөшә-көлөшә иртәгә ултырасаҡ урындарыбыҙға ҡунаҡлап, үҙ-ара төрлөһө тураһында һөйләшәбеҙ. Ваҡыттың ни тиклем тиҙ уҙғанына иҫең китер − әле генә ҡыш ине, ҡоҙалар менән бер-беребеҙҙе ҡарға сумдырып шаярыша инек.
Зареманың күҙҙәрендә бер аҙ һағыш бар. Тиҙҙән ул, законлы ҡатын булараҡ, ата-әсәһе, туған-тыумасалары, дуҫ-әхирәттәре, тыуып үҫкән ер-һыуы менән хушлашасаҡ. Иренең йортонда, яңы ғаиләлә сит бауыр итмәҫтәрме, үҙ кешегә әйләнерме − бындай уй-шиктәр һәр кәләштең башынан үтәлер, ахырыһы. Нишләйһең, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы шулай, ҡыҙ бала ҡунаҡ ҡына, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.
Кәләшләнеү − пеләшләнеү
Әллә тулҡынланыуҙан, әллә ҡурҡыуҙан туйҙа көтөлмәгән көлкөлө хәлдәр була. Уларҙан Хоҙай аралаһын, тип теләй-теләй, иртәнге сәғәт алтынан тороп биҙәнәбеҙ-кейенәбеҙ. Зарема район үҙәгенә прическа яһатырға юлланды. Кейәү төшкә, сәғәт икегә килеп етергә тейеш, ә ЗАГС өскә билдәләнгән. Яҙылышырға алып китер алдынан Илдарға, йола буйынса (урыҫтарҙың), һынау-ҡаршылыҡтарын (выкуп) уҙғарырға һөйләштек. Әхирәтемдең ғаиләһе, баҫалҡы, осоноп-шашып йөрөүҙе хушһынмаған кешеләр булараҡ, кейәүҙәренә үткәрәсәк һынауҙар менән танышып сыҡты. «Итәктән түбән» уйын-шаярыуҙарҙың юҡлығын күреп тынысландылар һәм, «Кейәүебеҙҙе ыҙалатма, ауыр һорауҙар менән башын ҡатыраһы булма!» − тип киҫәттеләр. Ә инде хөрмәтле кейәүҙәре билдәләнгән ваҡытҡа килеп етеп өлгөрмәгәс, ҡыҙҙарын ЗАГС-ҡа бөтөнләй ҡаршылыҡтарһыҙ ғына биреп ебәрергә ҡарар иттеләр. Мин, үҙемдең әрһеҙлегемә барып, программаны ҡыҫҡартып булһа ла, Зареманы анһат ҡына «бирмәҫкә» күндерҙем.
Һуңлау тигәндәй, кейәү һуңлаһа, кәләш менән ни буласағын алдан әйтеп булмай. Иң һалҡын ҡанлыларҙы ла сығырынан сығара, үкертеп илата, макияжды һәм прическаны боҙҙора һөйгән йәрҙәрҙең туй көнөндә ярты сәғәткә һуңлауы. Беҙҙең хәл һуңғы пунктҡа тиклем барып етмәне, шөкөр, шулай ҙа телефон аша юғары тонда янау-ҡурҡытыуҙар әйтелде. Кәләшләнеү – пеләшләнеү, тигән бер аҡыл эйәһе. «Биш минуттан килеп етмәһәң, мин ЗАГС-ҡа бармайым, теләһә кем менән бар, ишетәһеңме?! Ниндәй кейенеү ти ул, кейенмәһәң дә яраған!» (Иҫегеҙгә төшөрәм, аралар 400 саҡрым, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ауылға инер алдынан туҡтап, байрамса кейенеп-яһанып алырға булған, юл оҙон, аңларға була. Ошо минуттарҙа Зарема белһә ине ҡыҙ яғының егет яғына биш сәғәткә (!) һуңлап киләсәген).
ҡапҡа алдына сығып баҫтыҡ. ҡулымда туй үткәреү тәртибе яҙылған ҡағыҙҙар. Ауылға инеүсе машина сигналдарын ишетеү менән, һалдаттар кеүек теҙелеп көтөп торабыҙ. Ғәйепле йылмайып килеп төшкән Илдар менән шаһитҡа тын алырға ла ирек бирмәйенсә, пулеметтан атҡан шикелле, бер-бер артлы эш ҡушам. Бүтән ҡунаҡтар шау-гөр килеп туҡтағансы, егеттәр хәйләкәр һынауҙарҙың яртыһын үтәп тә ҡуйҙы. Алдан өйрәтелеп ҡуйылған Зареманың ҡустыһы «Ишек бауы»н таҡмаҡланы:
− Ишек бауы бер тәңкә,
Беҙҙең апай мең тәңкә, −
тип, малай еҙнәһенән һораған суммаһын алды һәм атҡа менгәндәй шатланды. Һәр дөрөҫ булмаған яуабы өсөн, штраф тәртибендә, аҡса түләй-түләй, көлкөлө хәлдәргә ҡала-ҡала, Илдар менән шаһит, ниһайәт, кәләше бикләп ҡуйылған йорттоң асҡысын ҡулдарына төшөрҙө. Еңеүле ҡиәфәт менән соланға уҙғас, һынауҙарҙың бөтмәгәнлеге асыҡланды. Йәһәтләп (осрашыу минуттары яҡынлаша, тиҙерәк!) кәләшенең түшәмгә беркетелгән портретын шаһит ярҙамында үпкәс, бик ауырлыҡтар аша үткән әкиәт батырҙары кеүек, өйгә инделәр. Тупһала өс еп, Илдар шулар араһынан һөйгән йәрен табып, тартып сығарырға тейеш. Беренсе тапҡыр − аҡ бөркәнсек ябынған ҡайнағаһын, икенсе юлы «ҡәҙерлем, мин һине үлә яҙып һағындым!» тип ҡосаҡлап алған шуҡ ҡайынбикәһен тартып сығарҙы кейәү. Көлкөгә ҡалған һайын аҡса түләне. Аҡсаһы аҡса, ә бына ғәрлегенә нисек түҙергә? Юҡ, һис ғәрләнергә кәрәкмәй. Был юрый яңылышырлыҡ итеп төҙөлгән шаян һәм эскерһеҙ шаярыу ғына. Уңайһыҙ хәл ни, кәләшеңде тартып сығарып, ҡосағыңа алыу менән үк иреп юҡҡа сыға ла ҡуя. Беҙҙең осраҡта ла тап шулай булды.
Барыһы ла йыйылып, еңелсә әҙерләнгән табын артына ултырышты. Оҙаҡлап ашап ултырырға форсат юҡ, урамда ЗАГС-ҡа барыу өсөн биҙәүле «тимер ат»тар көтөп тора. Етмәһә, бер аҙ һуңлап киттек.
«Бер кем һине миндәй яратмаҫ...»
Тынды быуырлыҡ эҫе көндө кондиционерлы машина хужаһына рәхмәт уҡый-уҡый район үҙәгенә килеп еттек. Тантананы алып барырға тейешле ханым, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, ярһып ҡаршы сыҡты: «Һеҙ ярты сәғәткә һуңланығыҙ! Ни эшләп мин һеҙҙе көтөп ултырырға тейеш? Минең бөгөн ял көнөм, ни өсөн ялымда мин әҙәмсә ял итмәҫкә тейеш?!» Эйе, тотҡарландыҡ, беҙ ғәйепле, тик ниңә ул тиклем истерикаға бирелергә? Ул был хеҙмәтте түләүле хаҡҡа үтәй, буш эшләһә бер хәл. Әллә ханымға беҙҙең бөйөк һәм көслө держава милләтенән булмауыбыҙ оҡшап етмәне. ҡыҙыҡ, ә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре бер ниндәй ризаһыҙлыҡ күрһәтмәне, тәү сиратта, беҙгә уларҙан эләгергә тейеш ине. Был көндө бер генә яҙылышыу билдәләнгәнгә күрәме, улар үҙҙәрен тыныс тотто. Алып барыусы ҡурҡытып-янаны, туҙынды ғына. Ни өсөн йәштәрҙең иң бәхетле көнөндә ошолай йәмһеҙ ҡылана икән бәғзеләр? Кәңәш: яҙылышыу тантанаһына алып барыусы итеп туған телдә һөйләшкән, тотанаҡлы, тәрбиәле кешене һайларға тырышығыҙ.
Бындай ҡаршы алыуға иғтибар итмәҫкә тырышып, ғәфү үтендек. ҡаршы һүҙ әйтеү урынһыҙ, сөнки ханым тағы ла нығыраҡ ҡотороп, кәйефте тулыһынса ҡырасаҡ. Мендельсон маршы аҫтында етәкләшеп ингән Зарема менән Илдарҙың тулҡынланыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан. Уларға ҡарап туған-тыумаса ла ипләп кенә шатлыҡ йәштәрен һөрткөләп ала. Законлы никахҡа инеү өсөн ризалыҡ белдергәс, пар балдаҡтар алмашынды һәм тантаналы «Һеҙҙе ир һәм ҡатын тип иғлан итергә рөхсәт итегеҙ!» – тигән һүҙҙәр яңғыраны. (Нилектән һәр туйҙың тап ошо мәлендә күңелем тула икән?)
– Зарема менән Илдарҙың ҡорған ғаиләһен ҡотлап, уларға иң изге теләктәребеҙҙе еткерергә ошо байрамға йыйылдыҡ, – яҙылышып ҡайтыуға тамаданың икмәк-тоҙ менән ихлас ҡаршы алыуы ЗАГС-тағы күңелһеҙлектәрҙе осороп ебәрҙе. ҡыҙыҡлы уйындары менән күңелдәрҙе асты, моңло тауышы менән йырланы, матур тостар һөйләне ул. Анау матур ҡыҙҙы ла, бынау «крутой» егетте лә, эре генә эсмәй ултырған теге ҡоҙағыйҙы ла, өҫтәл түренә ҡунаҡлаған арҙаҡлы апайҙы ла – һәммәһен дә көлдөрҙө (ә үҙе – иҫ киткес етди кеше!).
Тамада ял иткән арала үҙемдең шаһитбикә бурысымды лайыҡлы үтәргә тырыштым. Ике ғашиҡ йөрәктең «Һөйөү йыры»н башҡарыуы туйҙың онотолмаҫ иҫтәлеге булып ҡалыр, моғайын. Рания Билалова һәм Фәрүәз Урманшин башҡарған дуэт − яратҡан йырҙарымдың береһе. Туй программаһында ошо йыр яңғыраһын өсөн миңә аҙмы-күпме көс түгергә тура килде. Көйҙөң «минусовка»һын Өфөнөң йыр-моң студияларында оҙаҡ таба алмай аптырағас, Рания апайҙың өйөнә үк барып еткәйнем. Алсаҡ, изге күңелле Рания Билалова дискын бер һүҙһеҙ тотторҙо һәм йәштәргә һаулыҡ, бәхет теләп ҡалды. Быға тиклем сәхнәлә сығыш яһап өйрәнмәгән Зарема өсөн был оло һынау булһа ла, әхирәтем бына тигән итеп йырланы. Илдар ҙа, репетицияһыҙ-ниһеҙ, кәләшенән ҡалышманы. Бына бит мөхәббәт ғашиҡтарҙы ниндәй батырлыҡтарға өндәй, йәмәғәт!
... Егет яғында ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы ҙурлап, элеккесә йыр менән ҡаршы алдылар. ҡәйнә киленен ап-аҡ мендәргә баҫтырып, бал-май ҡаптырғас, Зареманың бирнәһен һаттылар. Ике яҡтың үҙ-ара һатыулаша-һатыулаша юрый талашыуы, бер-береһенә һыр бирмәй, оҙаҡ ҡына уртаҡ һүҙгә килә алмауы ҡыҙыҡ күренеш булды.
Тиҙҙән киленгә һыу юлын күрһәтергә шишмәгә алып киттеләр. Сәсен-башын туҙҙырып, ҡыҫҡа халатта, ялан аяҡ йүгереп килеп сығып, барыһын да миндек менән туҡмай башлаған Һыу инәһен күреү ҡайһы берәүҙәргә көтөлмәгәнерәк булды. Беҙҙең яҡта, мәҫәлән, Һыу инәһе образы − изге, миһырбанлы, шәфҡәтле. Бәләкәй саҡтан, эңер төшкәс һыу алғанда мотлаҡ Һыу инәһенә уның яҡын туғаны Сәхрәташ шишмәһенән сәләм әйтегеҙ, тип өйрәтте өләсәйем. Һәр яҡтың үҙ ғөрөф-ғәҙәте бар инде, ҡалай итәһең.
Йыр, музыка менән әҫәрләнгән ҡунаҡтарҙы күтәренке рух биләп алды, табында моң менән хозурланған ҡунаҡтар береһенән-береһе ярышып йыр һуҙҙы. Ах, шайтан алғыры, Зареманың яңғыҙ ҡалғанын күреп, кәләште еңгәйҙәре тағы урлаған! «Һинең эшең уның янынан тамсы ла китмәҫкә ине, ҡайҙа йөрөнөң?» − тип шелтәләй мине Илдар. Ғөмүмән, туйҙа шаһиттарҙың яҙмышы − булған уңышһыҙлыҡтарҙа ғәйепләнеү. Тышҡа сыҡҡан арала йәштәрҙең урынын биләгәндәр, әлеге лә баяғы шаһиттарыбыҙ уяу түгеллеге арҡаһында, бына хәҙер урынды һатып алырға кәрәк! ҡыҫҡаһы, әрләнеп тә, маҡталып та туйҙы үткәреп ебәрҙек. «Курьездар» ҙа булды, мәҫәлән, кәләш гөлләмәһен ташларға онотто. (Туйҙарыбыҙ урыҫ, Көнбайыш йолаларына яраҡлашып бөттө, тиергә була). Ә бит мин ул гөлләмәне тоторға тейеш инем, алдан уҡ был хаҡта килешеп ҡуйылғайны.
Бөгөн туйҙың һәр мәрәкәһен иҫләп, көлөшөп, фотоларҙы ҡарап алабыҙ. Ни тиһәң дә, һиңә оло бурыс йөкмәтелгән икән, кәләш менән кейәү үҙҙәренә шаһитлыҡҡа алған икән, тимәк, һин уларҙың яҡын дуҫы, йән күргән кешеһе. Һәм һин был пар өсөн һәр саҡ яуаплы булып ҡалырға тейеш. Шатлыҡ-ҡыуаныста ла, ҡайғы-хәсрәт килгәндә лә уларҙың янында терәк-таяныс, ярҙамсы, кәңәшсе. Был ике йәрҙең йөрәктәрендә мөхәббәт һүнмәһен, ҡайнар хистәр һүрелмәһен, бәхет һәм һаулыҡ уларҙы ғүмер буйына оҙата барһын, тип теләйем уларҙы телгә алған һайын.
Лилиә ХӘЛИТОВА.
P.S. Гөлләмәне мин ике аҙна элек булып үткән ике туған апайымдың туйында тоттом. Юрау тап киләме-юҡмы, күҙ күрер. Сер итеп кенә әйтәм, Зареманың туйында минең менән утты-һыуҙы бергә кискән шаһит егет менән осрашабыҙ. Быныһы инде айырым көндәлектәр...