«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡымыҙы ла ҡымыҙы!..



17.07.2012 Ҡымыҙы ла ҡымыҙы!..

Ҡымыҙы ла ҡымыҙы!..
Баймаҡ районының Темәс ауылында йүнсел хужалар йәшәй
Борон башҡорттар өйөр-өйөр йылҡы көтөп, йәйләүҙәрҙә йәйләгән. Заманалар үҙгәргәс, шәхси милекселек юҡҡа сығарылды. Әле кире асылыбыҙға ҡайта башланыҡ: ауылдар­ҙа йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр арта. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе Әсхәт Мәмбәтҡолов, Шәйхетдин Хөсәйенов, Алмас ҡотлоғәлләмовтар баһадирҙар эсемлеге етештереү менән бер нисә йыл уңышлы шөғөлләнә. Шуларҙың береһе, ауылдың ихтирамлы ир-уҙаманы Әсхәт Әүхәҙи улы тураһында һүҙем.
Әсхәт Мәмбәтҡолов ғүмер буйына урындағы совхозда баш зоотехник булып эшләй. Хужалыҡ тарҡалғас, йүнсел ир бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай. Ул йылҡы малын ишәйтеп, ҡымыҙсылыҡҡа тотона. Бөгөн уның хужалығында 21 баш иҫәпләнә. Малдар ауылдан алыҫ булмаған ерҙә йәйләүҙә аҫрала. Йылҡыларҙың күбеһе “башҡорт” тоҡомло. Уларҙы Тәлғәт Ғәлин көтә. Ә Мәрйәм Илгина бейәләрҙе көнөнә биш мәртәбә һауа. Уларға хеҙмәт килешеүе буйынса айына ике мәртәбә эш хаҡы түләнә.
Мәрйәм Илгинанан эше тураһында ҡыҙыҡһынғас: “Ауыр тип әйтмәҫ инем. Бейәне, һыйырға ҡарағанда, һауыуы еңелерәк тә, тиҙерәк тә. Саф һауала, тәбиғәт ҡосағында булыуы бик оҡшай. Эш хаҡы ваҡытында бирелә, “тере” аҡса күрәм – шуныһы яҡшы“, – тине ул.
Әсхәт Әүхәҙи улы бейә һөтөн көн һайын өйөнә алып ҡайтып тора. Хужабикә Әлмира Рәхимйән ҡыҙы иңенә ҡымыҙ бешеү бурысы төшә, көнөнә 40 литрға яҡын баһадирҙар эсемлеге етештерелә. Һауынсы ялға киткән саҡта, уға һауынға ла сығырға тура килә. Шәхси хужалыҡтары ишле, һыйырҙары ғына ун өс баш. Йорт-ҡуралары хужаларҙың тырыш, эшһөйәр булыуы, матурлыҡ яратыуы хаҡында асыҡ һөйләй. Мәмбәтҡоловтар ике балаға ғүмер бүләк иткән. Улдары Юнир табип һөнәрен һайлаған, Баймаҡ үҙәк дауаханаһында эшләй. ҡыҙҙары Альбина тормош иптәше менән Сибай ҡалаһында йәшәй, ҡыҙ үҫтерә.
“ҡымыҙҙы ҡайҙа һатаһығыҙ?” – тип һорағас, Әсхәт Әүхәҙи улы: “Ауыл магазинына ҡуям, даими клиенттарым йорттан уҡ килеп ала. Литрын 70 һум менән тәҡдим итәм. Эше барҙың – ашы бар, тигәндәй, сәй-шәкәрлек булһа ла аҡсаһы килеп тора. Йәшәйем тиһәң, ҡыбырларға кәрәк, тик ятып булмай бит”, − тине.
Халыҡты шифалы эсемлек менән тәьмин иткән, шулай уҡ эш урындары булдырған тырыш ир-уҙаманға, афарин, тип әйтергә ҡала.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға