«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йылға-күлдәр һайыға



17.07.2012 Йылға-күлдәр һайыға

Йылға-күлдәр һайыға
Был һыу транспорты эшендә ауырлыҡтар тыуҙыра
Дүртенсе йыл рәттән йәйҙең ҡоро килеүе арҡаһында Башҡортостанда йылға-күлдәр һайыға. Был пассажир һәм йөк һыу транспортына проблемалар тыуҙыра.
Бер нисә йыл элек Ағиҙелдең туҡтал­ҡаһында тәрәнлек 2,5 метр булһа, хәҙер – 1,55 метр. Бындай шарттарҙа суднолар­ҙың һай урынға ултырыу ҡурҡынысы бар. Уларҙың эшендә өҙлөгөү булмаһын өсөн һыу кимәле 180 сантиметрҙан кәм булырға тейеш түгел. Шул арҡала йөк һәм пассажир транспорты коммерция юғалтыуҙарына дусар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға