22.06.2012 «Һағына, ахыры, урман...»
Көн оҙоно бесән сабып арытҡан. Арбаға яңы сабып һалынған бесән өҫтөндә салҡан ятып, татлы хыялдарға бирелеп, күктә йөҙгән болоттарҙы күҙәтеп киләм. Тау юлында арба һикертә-һикертә келтерләй, ара-тирә бышҡырғылап, ерән бейә һалмаҡ ҡына юрта, дилбегәһен ике ҡуллап тотҡан атай ҙа өндәшмәй, үҙ уйҙарына сумған. Йәнгә рәхәтлек биреп, тирә-йүндә – киске һиллек. ҡапыл көн дә урап үтеп йөрөгән Себенленең бейек ҡаялы морононда торған һәнәккә оҡшаш нөктәгә күҙ төштө. Һәнәк, тиһәң, ундай бейектә кем һәнәген ҡалдырһын? ҡыуарған ағасҡа ла оҡшамаған үҙе.
– Атай, күрәһеңме, анау тау башында нимә тора икән? Һәнәккә лә оҡшаған һымаҡ...
Атайым, ишетмәгән кешеләй, башын ҡалҡытып та ҡараманы, нисектер ауыр итеп көрһөндө лә, дилбегәһен ҡағып, ерәнсәйҙе тиҙләтте. Минең һәр бер нәмәнең төбөнә төшмәйенсә туҡтамауымдан ялҡҡандыр, тип башҡаса һүҙ ҡуҙғатманым.
Иртән йәнә шул тау моронон урайбыҙ. Бөгөн атай үҙе яйлап ҡына, һәр һүҙен өҙә-өҙә, әллә минең күңелгә онотолмаҫлыҡ булып уйылып ҡалһын тип, әллә күкрәгенә тығылған кисерештәрен йәшерергә тырышып, һөйләй башланы: «Ул, ҡыҙым, Ғәбделваһап бабайыңдың һуғышҡа киткәндә ҡая башына мендереп ҡаҙап киткән һәнәге. Үҙенең кире әйләнеп ҡайта алмаҫын әллә һиҙендеме икән, бисара? Нисә йыл ел-ямғырға бирешмәй, аумай тора бит. Ай-һай, ныҡ ҡаҙаған. Тик бер асаһы ғына сереп төштө. Тауға менеп, төбөн таш менән нығытып төшкөләйем».
Был тарих мине шул тиклем тетрәндерҙе. Нисә йыл инде, Еңеү көнө етә башлаһа, ошо тарих күңел төпкөлөнән өҫкә ҡалҡа, йөрәкте һыҙлатып, күҙҙәрҙе йәшкә томалап, тынғы бирмәй.
Һуғыш дәһшәтенең шаһиты булмаһаҡ та, беҙ, һуғыштан һуң тыуған балалар, уның шауҡымын тойоп үҫтек, тиһәк, бер ҙә ялған булмаҫ. Атайһыҙ үҫкән апай-ағайҙар, донъя йөгөн яңғыҙ һөйрәгән ирһеҙ инәйҙәр...
– Һуғыш сыҡҡан көндө, – тип хәтерләй Ғәбделваһап бабайымдың ҡыҙы Мөнирә апай, – беҙ бесәндә инек. Миңә ете генә йәш. Өйҙә өлкән ҡустым Ғәли һәм бер айлыҡ ҡына ҡасим ҡустым менән әсәй ҡалды. Атай атҡа тағылмалы бесән сапҡыста йөрөй. Әсәйгә әҙ булһа ла мәшәҡәт кәмеһен, типме, әллә йәйге матур көндә урман, сәхрә матурлығын күреп, сәскә еҫкәп ҡайтһын, типме, атай, нишләптер, ул көндө мине лә үҙе менән бесәнгә алды. Күрәһең, 22 июнь көндө үлән билбыуарҙан булып үҫкәс, йәй йылы, ямғырлы булғандыр. Кешеләрҙең дәртләнеп, күмәкләшеп, яңы хыялдар менән янып колхозға бесән эшләүе...
Бер осҡа сыҡҡансы ғына ныҡ тотоноп ултыр, тип бесән сапҡысҡа ултыртып, ҡуҙғалып китте. ҡыуаныстың сиге юҡ, был мәл мәңге дауам итер кеүек ине. ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса, сәскәле болонда йөҙөп китеп бараһыңмы ни! Атай, йырлай-йырлай, сапҡысты эшләтеп бара.
Бер заман төшкә табан ауыл яғынан бер һыбайлы сабып килә, аты аҡ күбеккә батҡан, үҙе, ҡулын болғай-болғай, ниҙер ҡысҡыра. Алдараҡ осраған бесәнселәр, һәнәк-тырмаларын ташлап, шаулаша башланы, илаш китте. Мин ни, аңламағас, тик торам. «Һуғыш сыҡҡан», – тине атайым.
Тауҙар араһында ятҡан бәләкәй генә Исхаҡ ауылына һуғыш хәбәре ана шулай төшкә ҡарай ғына килеп етә. Бесән ҡайғыһы китә. Бөгөн үк һуғышҡа китеүселәр исемлегендә Ғәбделваһап та була.
Өйгә ҡайтыуға ҡатыны Нәбирә, юлға әйберҙәрен төйнәп, биштәрен әҙерләп ҡуйған. Башҡа китеүселәр менән бергә, бер айлыҡ бәпәйен күтәреп, атҡа тейәлешеп, ҡырҡты аша Асҡарға тиклем оҙатып бара ул.
«Балаларҙы ас-яланғас итмәҫкә тырыш инде, Нәбирә, әсәйемдәргә һыйын. Баш һау ҡалып, имен ҡайтырға насип булһа, гөрләтеп йәшәрбеҙ әле, тик һин генә бирешмә инде», – тип йыуата кәләшен Ғәбделваһап.
Бирешмәне Нәбирәһе, бер ниндәй ҙә эштән баш тартманы. Бәләкәй генә өс балаһын ҡәйнәһенә ҡалдырып, һыйырын да һауҙы, колхоз малдарын да көттө. Аталары һау ҡайтып, тыуырға насип булған бәпәйҙәргә кендек инәһе лә булды. Тик үҙенең Ғәбделваһабының ғына ғәзиз башҡайы әйләнеп ҡайтманы.
– Бер көн урамда уйнап йөрөгәндә почта ташыусы миңә, атайыңдан, тип ҡағыҙ тоттороп китте. Мин, ҡыуанып, өләсәйемә йүгерҙем, атайҙан бит! Аяҡтарым ергә лә теймәй. Өләсәйемә ниндәй хәбәр илткәнемде ҡайҙан ғына беләйем ти инде йүнләп уҡый ҙа белмәгән бала?! ҡағыҙҙы күреү менән өләсәйем ап-аҡ булды, утлыҡтың ер иҙәненә ултырып, шул ҡағыҙ менән битен ҡаплап, үкһеп-үкһеп иланы. Әҙерәк баҫылғас, был ҡағыҙҙы әсәйеңә күрһәтмәйек, атайың хәбәрһеҙ юғалған бит, әсәйеңә әйтмә, тип, өләсәй мине ныҡ тыйҙы, – тип дауам итә Мөнирә апай. – Шул ҡағыҙҙы әсәйҙән йәшереп йөрөтә торғас, юғалттым бит бер заман. Ләкин әсәйем барыбер кемдәндер ишетте һуңынан. ҡайтып, мендәрҙе ҡосаҡлап, урындыҡта тәгәрәп йөрөп иланы. Үлгән тип килмәгән бит ҡағыҙ, бәлки, терелер ҙә. Моғайын, ҡайтыр ул, тип көттө әсәйем ғүмере ахырынаса. Һоратыусылар булһа ла, башҡаға сыҡманы, – тип күҙенә йәш ала апайым.
Тағы матур йәйҙәр етте, бесән башланды. Атай менән бесәнгә йәнә шул ҡаялы морондо урап үтәбеҙ.
«Яуҙан ҡайтмай ҡалғандарҙы
Һағына микән урман...»
Күңелде әрнетеп, ошо йыр юлдары иҫкә төшә. Быйыл һәнәктең тағы ла бер асаһы һынып төшкән...
Үҙенә ағастан иҫтәлек – һәнәк-һәйкәл ҡуйып киткәнен һиҙемләмәнеме икән Ғәбделваһап 1941 йылдың 22 июнендә? Был бейеклектән тирә-йүнгә күҙ ташлаһаң, шаулап урмандар үҫә, бормаланып ҡыҙыл йылғаһы аға, күгәреп Урал армыттары һуҙыла. Әйтерһең, донъяла бер ниндәй ҙә афәт тә, боҙоҡлоҡ та, яуызлыҡ та юҡ. Бары тик хозурлыҡ, йәннәттең хас та үҙе. Әйҙә, ҡыуанып йәшә лә йәшә, әҙәм балаһы! Әйтерһең, һуғыш та, миллионлаған ҡорбандар, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа булмаған. Шул миллиондарҙың береһе – ябай яугир, Исхаҡ егете Ғәбделваһап Абдрахман улы Абдрахманов хәбәрһеҙ юғалған икән. Ул 1943 йылдың 18 мартында Тыуған иле өсөн батырҙарса ғүмерен ҡорбан иткән... Смоленск өлкәһе Спас-Деменский районының Вязовка ауылы янында башҡа күп яугирҙар менән ерләнгәнлеге асыҡланды аҙаҡ.
ҡаялы тау буйынан, хәтирәләргә бирелә-бирелә, нисә йәйҙәр бесәнгә үткәнмендер инде, һаны юҡ. Әйтерһең, шул һәнәк тирәләй ҡәһәрле һуғышта баштарын һалған ағайҙарым – атайҙың 18-е лә тулмаған бер туған ҡустыһы Мөхәмәтйәндең, беҙҙең төбәктән беренсе доброволец Ғәбделваһаптың 17 йәшлек ҡустыһы Ғәбделхәбирҙең, икенсе ҡустыһы Ғабдулланың һәм уларҙың тыумай ҡалған балаларының һындары теҙелешеп баҫҡан да, беҙҙе онотманығыҙмы, тип ҡул болғайҙар. Атайым Мөхәрләм Әбдрәхим улы Әбдрәхимов та Ленинград фронтында ҡаты алыштарҙа ауыр яраланып, уң ҡулы мылтыҡ тоторға эшкинмәгәс, 1943 йылда ауылға ҡайтып төшә. Тылдағы михнәт, ҡайғылар фронттағы мәхшәрҙән кәм булмай. Бригадир, колхоз рәйесе вазифаларын башҡарыуға бөтә көсөн һалып эшләне ул. Һуғышта күргәндәрен ул, башҡа яугирҙар кеүек үк, бик һирәк кенә хәтерләй торғайны. Бөгөнгө аҡылым элегерәк булһа, атайымдың һәм башҡа туғандарымдың яу юлдарын тәфсирләп, аҡ ҡағыҙға теркәгән булыр инем дә бит... Уларҙы гүрҙәрҙән торғоҙоп ултыртырға беҙҙең ҡөҙрәт етмәй шул. Үкенестәр беҙгә бит гел һуңлап килә...
Фронтовик атайҙың да гүр эйәһе булыуына күп йылдар, үҙем дә хәҙер нисә ейәнгә өләсәймен. Ә һәнәктең һабы бөгөн дә тора. Әйтерһең, яуым-төшөмгә үс итеп, Ғәбделваһаптың хәтерен һаҡлап. Шул йылдар шаһиты булған мәғрур ҡарағайҙарға ҡушылып, йәш урман шаулай.
«Яуҙан ҡайтмай ҡалғандарҙы
Һағына, ахыры, урман».
Ләлә ҒҮМӘРОВА.
Әбйәлил районы,
Амангилде ауылы.