«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һыра һатыуға сикләүҙәр индерелде



22.06.2012 Һыра һатыуға сикләүҙәр индерелде

1 июлдән Рәсәйҙә балалар, белем биреү, медицина ойошмаларында, мәҙәниәт учреждениеларында, спорт объекттарында һәм уларҙың биләмәһендә биш проценттан күберәк этил спирты булған һыра һатыу тыйыла.
Бынан тыш, 218-се Федераль закон бөтә төр йәмәғәт транспорты, туҡталыу пункттары, автомобилдәрҙе заправкалау станцияларына, шулай уҡ стационар булмаған сауҙа объекттары, граждандар күпләп йыйылған урындарға, РФ субъекттарының дәүләт власы органдары менән билдәләнгән үтә хәүефле сығанаҡтар булған урындарға ла ҡағыла.
2013 йылдың 1 ғинуарына тиклем был тыйыу этил спирты биш процентҡа тиклем булған һыра һатыуға ҡағылмай. Дөйөм туҡланыу хеҙмәттәрен күрһәткән стационар объекттарға сикләүҙәр юҡ.
Өфөлә генә бындай тыйыу 350 стационар булмаған сауҙа объектына ҡағыласаҡ. 2013 йылдың 1 ғинуарынан был исемлекте йәнә 500 стационар булмаған сауҙа объекты тулыландырасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға