15.06.2012 Йәйге ҡыҙыу эштәрҙә лә шылтыратыуҙар ҡабул итәбеҙ
− Һаумыһығыҙ, мин Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан Вазифа Ғәлиуллина булам. “Башҡортостан” гәзитен 95 йыллығы менән ҡотларға тип шылтыратам. Ауылда гәзит хеҙмәткәрҙәре, билдәле йырсы Харис Шәрипов менән килеп, осрашыу ойошторҙо. Миңзилә Ғабдрахманова баҫма тураһында һөйләне, конкурс үткәрҙе. Шунда йырлап, бүләк тә алдым әле. “Башҡортостан-Йома”ға яҙылдым. Барығыҙға ла уңыштар теләйем.
Вазифа апай матбуғат баҫмаларының бик шәп дуҫы икән – әллә нисәмә гәзит-журналға яҙылған, бынан тыш, “Юлдаш” каналына ла даими шылтыратып, һөйөнөстәре, яңылыҡтары менән уртаҡлашып тороуын әйтте. Бик хуп, афарин, тибеҙ апайға!
Тимербикә Ишкинина, Күгәрсен районының Ялсы ауылынан:
− Беҙҙең Хоҙайбирҙин исемендәге колхоз банкрот тип иғлан ителгәйне. Хужалыҡтың фатирҙары бар ине. Шулар аукционһыҙ-ниһеҙ, бушлай тиерлек торған кешеһенә ҡалды. Шулай дөрөҫ буламы?
Һеҙҙең үтенесте юллап, күп тапҡыр шылтыратыуыбыҙ, үкенескә күрә, әлегә бушҡа булды.
Венера Кәримова, Иглин районының Сыбаҡай ауылынан:
− Һаумыһығыҙ, Өфөләге ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге художество гимназия-интернатына 5-се класҡа ҡабул итәләрме икән? Тағы ла бер һорауым бар – баш ҡалабыҙҙағы педагогия колледждарында сит тел бүлектәре бармы?
Художество гимназия-интернатынан әйтеүҙәренсә, унда балаларҙы алтынсы класҡа уҡырға ҡабул итәләр. Венера апай, шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ҡабул итеү апрель айында уҡ райондарға сығып та ойошторола. Был хаҡтағы иғландарға иғтибар итерһегеҙ.
Ә икенсе һорауға килгәндә, Өфөләге педагогия колледждары сит тел специальносы буйынса белгестәр әҙерләмәй. Бындай йүнәлеш Салауат, Сибай ҡалаларында, Мәсәғүттәге уҡыу йорттарында бар.
Миңзәлә Иҫәнаманова, Баймаҡ районының ҡолсора ауылынан:
− Баланы опекунлыҡҡа алған өсөн айлыҡ пособиены арттырыу мөмкин түгелме икән? Әле беҙ 4600 һум алабыҙ.
Апрелдә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттарына «Опекундарға (попечителдәргә) баланы ҡараған өсөн түләү тәртибе һәм күләме тураһында» республика законына үҙгәрештәр индереүсе закон проекты тәҡдим ителгәйне. Шуға ярашлы, район коэффициентын иҫәпкә алып, опекун ғаиләһендә тәрбиәләнгән 13 500-ҙән ашыу баланы ҡарауға йыл башынан айына 4900 һум аҡса түләү ҡаралған.
Тимәк, хөрмәтле Миңзәлә ханым, киләсәктә тап ошо суммаға өмөт итергә ҡала.
Айгөл Хәйретдинова, Нуриман районының Иҫке Күл ауылынан:
− Мин беренсе төркөм инвалидымын. Ошо сәбәпле баламды приютҡа алып киттеләр. Атаһы аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителде. Балам үҙе лә сирле, хәҙер уны махсус учреждениеға ебәрергә йыйыналар. Ә әсәйем, туғандарым миңә, баланы кире алған хәлдә ҡарашабыҙ, ти. Район хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек тә ул, әммә ыңғай яуап алманыҡ. Ярҙам итегеҙ, зинһар.
Был бик сетерекле мәсьәлә. Шуға ла ул етди өйрәнеүҙе талап итә. Барыһын да ентекләберәк хат менән яҙып ебәрергә лә кәрәк булыр. Артабан уны хакимиәткә ебәреп, яуап алыр өсөн дә яҙма документ булыуы яҡшыраҡ.
Шылтыратыуҙарҙы А. ИШЕМҒОЛОВА ҡабул итте.