«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҙур ауылдың ҙур проблемалары



15.06.2012 Ҙур ауылдың ҙур проблемалары

Ҙур ауылдың ҙур проблемалары
“Балалар менән бында йәшәрлек түгел”
Икенсе көндө беҙ урындағы үҙидара органы етәксеһе Марс Әбелғужин менән ҡасабаның оло начальниктар һирәк аяҡ баҫҡан ҡайһы бер биҫтәләренә күҙ һалырға булдыҡ.
− Һеҙгә авария хәлендәге иҫке өйҙәрҙе күрһәтергә теләйем, – тине ул. − Беҙҙә Леспромхоз урамында 18-се һанлы инде емерелеп бөткән ике ҡатлы йорт бар. Халыҡ телендә уны “Титаник” тип йөрөтәләр. Әйтерһең, ул өйҙө бомбаға тотҡандар, бүлмәләренең күбеһендә тәҙрә һәм ишектәре лә юҡ. Беҙ шул ярым емерек йортто күпме емереп ташларға маташтыҡ, ләкин килеп сыҡманы. Әлеге көндә унда дүрт ғаилә көн күрә, ә пропискала тороу­сылар ике тиҫтәнән ашыу йыйыла. Әгәр йортто һүтһәк, уларҙың барыһын да торлаҡ майҙаны менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Иҫәпләп ҡарауыбыҙса, бының өсөн беҙгә 22 миллион 339 мең һум аҡса кәрәк.
Ә бит стеналары емерелергә торған шул йорт янынан ғына асфальт юл үтә. Красноусолдың үҙәк биҫтәһендә кешеләрҙең ниндәй шарттарҙа тереклек иткәнен күреп, ғәжәпкә ҡалдыҡ. Был йортта ут та, һыу ҙа, газ да, йәғни беҙ өйрәнгән цивилизациялы тормоштоң бер ниндәй остоғо ла юҡ.
− Бүлмәләрҙе тимер мейес менән йылытҡан булалар, бер һүҙ менән әйткәндә, көнкүрештәре тәүтормош йәмғиәтен хәтерләтә. ҡайһы берәүҙәре эргәләге бәләкәй йорттарҙа көн күрә, күрерһегеҙ, хәҙер йүгереп килеп етәсәктәр, − ти юлдашым. − Аҙ тәьмин ителгәндәренең бынан күсенергә мөмкинлектәре юҡ. Хакимиәткә килгәс, авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙең проблемалары менән шөғөлләнә башланым. Кешеләрҙең үҙҙәрендә лә ғәйеп юҡ түгел, күптән участка алып, бәләкәйерәк булһа ла өй һалып инерҙәр ине.
Беҙ ишек-тәҙрәһеҙ подъезд аша “буржуйка”лы бер ҡотһоҙ ғына фатирға инеп сыҡтыҡ. Ирле-ҡатынлы Владимир Балабонов менән Мария Зубкова инде 11 йыл шундай шарттарҙа көн күрә икән.
− Элгәре “Ғафури” леспромхозында эшләнем, ҙур машинала ағас ташыным. Предприятие ябылғас, беҙҙең тормоштоң да рәте китте. Ярай, икебеҙ ҙә пенсия йәшендәбеҙ. ҡыш тимер мейес ҡотҡара. Өҫтә бер кем дә тормай, ундағы фатирҙар емерелеп бөткән, − тип күңелһеҙ хәбәрҙәрен еткерҙе Владимир Дмитриевич. − Өмөтөбөҙҙө өҙмәгән булабыҙ инде, бәлки, олоғайған көнөбөҙҙә әҙәмсә шарттарҙа йәшәп ҡалырбыҙ, тип.
Өҫкө ҡаттағы 6-сы фатирҙа пропискала торған Флүзә һәм Венер Кәримовтарҙы күреп һөйләшеү бигерәк тә ауыр тәьҫир итте.
− 30 йыл элек инәйемә шул фатир­ҙы биргәндәр. Шунан бирле ошонда йәшәргә мәжбүрбеҙ, − тип, уратып торманы хужабикә. − Дүрт балам да ошонда тыуҙы. Инде олоһон армия сафына алдылар. Улар шундай шарттарҙа үҫте. Икәүһе әле мәктәп йәшендә. Балалар менән бында йәшәрлек түгел, аҫтағы, элекке леспромхоздан ҡалған баҡса өйөндә ҡыш сыҡтыҡ. Бәлки, беҙҙең хәлгә лә инер­ҙәр, ярҙам ҡулы һуҙырҙар, тип күңелебеҙҙе йыуатҡан булабыҙ.
Ҙур ауылдың ҙур проблемалары
− Ә ниңә, участка алып, үҙегеҙ өй төҙөмәйһегеҙ?
− Төҙөргә аҡсаһы кәрәк бит. Миңә икмәк заводында минималь эш хаҡы ғына түләйҙәр. Иптәшем ауырый, уға яңыраҡ инвалидлыҡ бирҙеләр. Кеше алдында кәм-хур булып йәшәүебеҙҙе үҙебеҙ ҙә ауыр кисерәбеҙ.
Һуңынан һүҙгә 65 йәшлек Мөслимә апай Әбделмәнова ла ҡушылды.
− Шуныһы үкенесле, ғүмеремдең ҙур өлөшөн шундай шарттарҙа уҙҙырҙым. Үҙем инфаркт кисерә яҙҙым. Йәш ғаиләләргә бөгөн айырыуса ҡыйын. Исмаһам, беҙ пенсияға сығырға өлгөрҙөк. Әле айына 6 мең һум аҡса килтерәләр. Миңә бер бүлмәле фатир ғына кәрәк. Шөкөр, балаларым үҙ аллы йәшәй.
Муниципалитетта аҙаҡ беҙҙең ҡулға шундай белешмә тотторҙолар.
Красноусол ауыл советы биләмәһендә граждандарҙың күбеһе хәҙерге көндә ныҡ туҙған тиҫтәгә яҡын йортта көн күрергә мәжбүр. Балалар шифаханаһы биҫтәһендәге туғыҙ баракты күптән һүтеп ташларға ваҡыт. Тик ундағы халыҡты уңайлы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 21,6 миллион һум аҡсаны ҡайҙан табырға? Коммунистик урамындағы ныҡ иҫкергән ике йорт инде ҡасандан бирле ауылдың йәмен ебәреп ултыра. Хатта “Красноусол” шифаханаһы урын­лаш­ҡан ауылда ла ике ҡатлы иҫке ағас йорттоң стеналары емерелә башлаған. Күптән шул хаҡта хәүеф һалған 16 ғаиләне ҡайҙа күсерергә?
Райондың ошоғаса граждандар­ҙы авария хәлендәге иҫкергән йорттарҙан күсереү программаһында ҡатнашмауы бик тә үкенесле. Әлдә урындағы үҙидара органында етәкселек алмашынған көндән Марс Әхәт улы шул хаҡта тауыш күтәргән, проблеманың киҫкенлеген аңлатып, юғары инстанцияларға, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарына хаттар яҙа башлаған.
− Ул ҡағыҙҙарҙы айырым папкаға һалып барам. Ләкин әлегә дәүләт структураларынан күңелде өмөтләндерерлек ыңғай яуап алғаныбыҙ юҡ. Беҙгә граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереүгә, йәғни мөһим социаль бурысты ғәмәлгә ашырыуға бюджеттан 100 миллион һум аҡса кәрәк, − ти ул.

Яңы фатирҙар күпме буш торасаҡ?
Ҙур ауылдың ҙур проблемалары

Кемдер беҙҙе Башҡортостандың үҙәгендә урынлашҡан райондың данын һатыуҙа ғәйепләргә лә мөмкин. Әммә әлеге көндә муниципалитет етәкселеген борсоған тағы бер проблеманы урап үтә алмайбыҙ.
− Бына бөгөн мине БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына етди һөйләшеүгә саҡыралар, унда хатта 50 мең һум күләмендә штраф сәпәү менән янайҙар, − тип хәбәр һалды ауыл хакимиәте башлығы. − Улар мәсьәләне нисектер хәл итеү хаҡында уйламайҙар, ғәйепте миңә генә ауҙарып ҡалдырырға теләйҙәр.
Һүҙ ниндәй объект тураһында бара һуң? Красноусолда өс йыл элек 1-се урта мәктәптең яңы бинаһы сафҡа индерелгәйне. Яңы белем усағын асыу тантанаһында йөмһүриәтебеҙҙең тәүге Прези­денты ла ҡатнаша. Шул саҡта мәктәптең элекке бинаһын нисек файҙаланыу хаҡында һүҙ ҡуҙғаталар. Төрлө эшлекле тәҡдимдәр яңғырай. Бинаны реконструкциялау һәм уны торлаҡ майҙаны итеп үҙгәртеп ҡороу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ, тигән фекергә киләләр. Шунда уҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улы подряд ойошмаһына — “Өфөстройинвест” йәмғиәте етәкселәренә үҙенең күрһәтмәһен бирә.
Төҙөүселәр кисекмәҫтән эшкә тотона, тик объекттың проектын әҙерләп-нитеп, бер ниндәй конкурс үткәреп тормайҙар. Заманса бөтөн уңайлыҡтары булған 22 фатирҙы бушлай бюджет хеҙмәткәрҙәренә − һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф системаһында эшләүселәргә бирәсәкбеҙ, тип районда сәпәкәй итергә йыйыналар. Былтыр Ғафуриҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы көнөн үткәргәндә, ошо объектты буласаҡ депутаттарға ла күрһәтеп, үҙ шатлыҡтары менән бүлешәләр. Форсаттан файҙаланып, бинаны реконструкциялауҙа башҡарылған эш күләме өсөн бюджеттан аҡса бүлеүҙә ярҙам итеүҙәрен дә һорай­ҙар.
Төҙөлгән, әммә һаман да ҡабул ителмәгән социаль объектты беҙ ҙә барып ҡараныҡ. Һүҙ ҙә юҡ, төҙөкләндерелгән бина тирә-йүнгә матур бер биҙәк өҫтәп ултыра. Ихатаһында төҙөүселәр бына тигән балалар майҙансығын да ҡороп ҡуйған.
− Бындағы 22 фатирҙың асҡыстарын ике йыл иңде бер кемгә лә тапшыра алмайбыҙ, − тип хафалана Марс Әхәт улы. − Сөнки башта беҙ подрядсылар менән иҫәпләшергә, уларға 19 миллион һум түләргә бурыслыбыҙ. Ә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында закон хәрефенән сыҡмауҙы хуп күрәләр, төҙөгәндә рөхсәтһеҙ эш иткәнһегеҙ, тиҙәр. Шуға һылтанып, әҙер объектты финансларға теләмәйҙәр. Ә бындағы фатирҙарҙа бөтә коммуналь уңайлыҡтар ҙа бар, хатта эҫе һыуы ла. Тағы шуныһын иғтибарға алығыҙ, яҡты һәм иркен бүлмәләрҙә люстралар ҙа элеп ҡуйылған. Фатирҙың асҡысын ал да, әйҙә, рәхәтләнеп йәшә! Йортҡа йылылыҡ биргән өсөн хәҙер төҙөүселәр үҙҙәре коммуналь предприятиеға 1 миллион һум түләргә тейеш. Бер һүҙ менән әйткәндә, бер ҡулса эсендә әйләнәбеҙ кеүек. Шул бюрократик волокита инде йылдан ашыу дауам итә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк етәкселеге лә үҙ һүҙендә торманы. Аптырағас, мин һайлауҙар алдынан Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министрына ла яҙып ҡараным. Әйтеүемсә, шул йорттағы 22 социаль фатирҙы беҙ бюджет өлкәһендә эшләүсе аҙ тәьмин ителгән граждандарға бирергә йыйынабыҙ. Шуға хөкүмәт даирәләрендә беҙҙе аңларҙар, был проблеманы хәл итеү юлдарын табырҙар, тигән өмөт менән йәшәйбеҙ. Әлбиттә, был эш киләсәктә барыбыҙ өсөн дә бер һабаҡ булып ҡаласаҡ.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Ғафури районы.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға