«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Эй, еҙнәй-еҙнәкәйем…



19.06.2012 Эй, еҙнәй-еҙнәкәйем…

Еҙнәм Ласын Муллағәзәм улы Дәүләтбаевты һағынып...
Еҙнәмдең һүҙҙәре лаҡап булып ҡалды беҙҙең ғаиләлә… Үҙе генә һағындырып-үкендереп китеп барҙы арабыҙҙан… “ҡайнағам үлеп ятҡансы, бабай үлһәсе,” – тип илай ине атайым менән хушлашҡанда. Бабай тип үҙенең атаһын йөрөттө. Аҙаҡ: “Һәй, мин дә үләм! Әллә белмәй тиһеңме?! Йөрөрһөң әле…” – тип инәлтә, ә мин шул арала: “ҡалған спиртымды кемгә эсерергә белмәй”, – тип һүҙ ҡыҫтырам. Киң күкрәген боробораҡ, бөтә яурынынан һулаҡай ҡулын һелтәй: “Вышний образованиең булыу менәнме ни? Аҡылың булмағас, балдыҙ?”. Йылмаймай ҙа, көлмәй ҙә. Уйынлы-ысынлы әрепләшә шунда. Хәҙерге тормошомда ошо һүҙҙәрен йыш ҡулланам. Әсенеп әйткәнемдә, эргәмдә мине аңлаған, ярҙам ҡулы һуҙған еҙнәмде тоям. Шаяртып әйтһәм, үҙемде еҙнәм кеүек апаруҡ аҡыл туплаған әҙәмдәй хис итәм.
Атайымдан аҙға ғына йәшерәк еҙнәмә мине төп башына ултыртып китеү ҙә бер ни тормай ине….
…Ауыл көтөүен көткәнендә бигерәк инде…Иртә менән уята был мине. “Кисә Гусевтан апайыңдың бергә эшләгән ҡыҙҙары килгәйне. Бөгөн апайың, ана, тора ла алмай ятып ҡалды….”
− Апайым эсмәй ҙә инде?!
− Балдыҙ, ана шул эсмәгәнгә ауырый инде! Йыш эскән кеше бирешмәй ул, ә апайың бер-ике рюмкаға ла ныҡ ауырый… Эйе, эйе.. Үҙе әйткәнгә генә өндәшеп торам һиңә! Бер-ике рюмка ҡойоп бир инде. Алып ҡайтып, кеше итеп китәйем үҙен. Килен һөт борорға килһә, оят булыр апайыңа.
Мин һынам, шешәгә әҙерәк ҡойоп бирәм. Юҡ-юҡ, көмөшкә һатыусы түгелмен, ябай өй төҙөтөүсе ҡатынмын. Уҡытыусы. Әммә заманаһы шулай ине. Төҙөлөш ул ваҡытта тик өмәләр менән үткәрелде, шуға күрә өйҙә һәр ваҡыт “город”тан алып ҡайтҡан спирт ултырыр ине….
Еҙнәм бәләкәй шешәне ҡуйынына тыға ла, күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыға. Тиҙ генә һыйырҙарымды һауып, урамға сығарам. Ә унда… Апайым көтөүен ҡыуып ҡайтып бара. Бына һиңә мә! Шылдырған бит еҙнәм!
Урамдың икенсе осонан ат өҫтөндә еҙнәм үҙе күренә. Миңә: “Рәхмәт, балдыҙ, ҡайнағам ныҡ ауырый ине, апайыңа өндәшмә!” – тип йылмайып үтеп китә. Ә ҡайнағаһы, минең атайым, үҙ “дарыуын” алғас, көтөүсе үҙенең малдарын да алып киткәс, бик риза булып сәйгә инә.
Ласын кейәүен ярата ине шул атайым. Һәр саҡ бергә булдылар. Эшләгәндә лә, ашағанда ла, мутлаш­ҡанда ла…
Еҙнәм: “ҡайнаға, эҙләмә ул кәзәңде, кисә бабайҙарға инеп итен ашап сыҡтым, башын да күрҙем!” – тиһә, атайым: “Ғәйнур үҙе сарға!”− тип кейәүен һәр саҡ яҡлашты.
Минең иптәшемде лә ситкә типмәнеләр, үҙ иттеләр…
Балалар менән сыр-сыу килеп төшкө сәй эсәбеҙ. Үҙемдекеләр күп түгел, бишәү генә, уларға һеңлемдең һәм ҡустымдың балалары ҡушылған, күрше Сәхибә инәй ҙә шулар араһында. Еҙнәм килеп инә лә үҙ хәбәрен тылҡый.
Балалары тиңдәш булһаҡ та, ололап ҡунаҡтарына саҡырҙылар, эштәребеҙҙе эшләште, кәңәштәрен, ярҙамдарын йәлләмәнеләр апайым менән еҙнәм. Заманаһы шулай булғас, төшөрөргә лә ҡуй тимәне еҙнәм, әммә мин белгәндә ҡаңғырып, әҙәм көлдөрөп йөрөмәне. Тура һүҙле, ярҙамсыл булды. Күптәр һағыналыр үҙен, һүҙен…
Колхоз гөрләгән саҡ. Бригаданың бөтә техникаһы МТМ-ла һаҡлана. Тракторҙар айырым механизатор­ҙарға беркетелгәс, бригадир рөхсәтенән тыш, был тракторға икенсе тракторсы тейә лә алмай. Әммә… Бер көндө, туйҙа йөрөп килгән ағай тракторын ҡабыҙыр алдынан двигателдең майын тикшерә икән. Баҡһаң, грамм да май юҡ, кемдер ағыҙып алған. Кем алырға мөмкин, һуңғы арала кем трактор менән йөрөнө, конторҙа баш ваталар, тип Еҙнәм, үҙенән дә, ҡустыһынан да шикте яҙҙырыр өсөндөр инде: “Мин ул көндө Асҡарҙа булдым, Тимур Хәмиттә йөрөнө, кем алды икән улай булғас майҙы?” – тип хахылдат­ҡан бар халыҡты.
Үҙе олатай булғас та, атаһының ҡайһы бер ҡылыҡтарын әсенеп һөйләгәне хәтеремдә. Атаһы, һуғыштан ҡайтҡан көслө ир-егет, өй тулы береһенән-береһе бәләкәй бала сағаһы, ҡатыны булһа ла, икенсе бер ҡатын менән дә йәшәй. Унда ла балалар ишәйеп килә. Хәҙер һуғышты күргән, ул юғалтыуҙарҙы кисергәндәрҙе ғәйепләп булмай, әммә…
“Атай?! Ниндәй атай ул миңә?! Әсәй колхоз эшенә киткәндә бәләкәй Дәүләтнурға ойотҡан туҡып ҡалдырып китә. Ни тиклем асыҡһаҡ та бармаҡ та тығып яламайбыҙ. Теге килеп инә! Ойотҡанды күтәреп һемерә лә сығып китә ине. Шунан нисек ғәфү итерһең? Дәүләтнур илай! Анттар итә инем, үҫкәс күрмәгәнен күрһәтергә!” Юҡ, ваҡыт яраларын уңалтҡандырмы, әллә үҙ-ара ирҙәрсә аңлашып бөтөргәндәрҙерме, Ласын еҙнәмдең атаһы йәки икенсе ҡатындың балалары менән сәкәләшкәнен дә, бик яҡын аралашҡанын да һиҙмәнем.
Балаларға яҡшы булды ул. ҡайһы берәүҙәр кеүек сөсөләнеп, май ҡояшылай ялтырап та йөрөмәне. Шулай ҙа ейәндәре, ул-ҡыҙҙары менән маҡтанып-ғорурланып ала ине: “Ана теге малай ! О-о-о, баш үҙендә!” – был тәүге ейәне Артурҙы маҡтауы. “Түлке балдыҙ, әсәһе уҫал! Ул Рәмзиәнең өйөндә бер сүп тапмаҫһың ! Таҙа-а-а! Тегеләргә хут та юҡ ул! Эште ҡушып ҡына тора! Тамаҡ бешереүгә лә шәп! Түлке мына уҫа-а-ал шул… Өйөн мин эшләнем, балдыҙ! Эйе, эйе-е! Һе! ҡыҙым да ул минең!..”
Еҙнәм матайын да ағай-ҡустылары менән уртаҡ тотондо, йәлләп торманы. Ә беҙҙең бәләкәй ауылда барыһы ла бер туған тигәндәй инде. Берәй нәмә булһа: ”Һәй, 30 тинлек кенә бит ул! “− тип тә ебәрер ине, лотереяға отоп алғас ни!
Атайымдың һуңғы минуттарында ла апайымдар беҙҙә булды. Тәрбиәләүсе лә, беҙҙе ҡурсалаусы ла шул еҙнәм булды инде. Үҙәкте өҙгән һүҙҙәре лә ҡолаҡта яңғырай: “ҡайнағам үлгәс, мин дә оҙаҡ йәшәмәм!”
− Килештерә лә ебәрә инде…
− Әй, балдыҙ, һин нимә беләһең һуң?
Эйе, бер нәмә лә белмәнем шул… Был яҙыуҙарҙы ла кемгәлер яҡшылыҡ, кемгәлер яманлыҡ өсөн яҙманым. Еҙнәмде һағындым да, нисек хәтеремдә, шулай яҙҙым инде. Вышний образованиең булыу менәнме ни, еҙнә...

Зөлфиә ҒӘБИТОВА.
Әбйәлил районы,
Тал-ҡусҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға