«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Аҡсамды бирмәһәң, самосуд яһайым»



08.06.2012 «Аҡсамды бирмәһәң, самосуд яһайым»

«Аҡсамды бирмәһәң, самосуд яһайым»
йәки Эш хаҡын даулауҙа йоҙроҡ төп дәлил була аламы?
Әле ауылда ла, ҡалала ла ҡыҙыу мәл. Ата-әсәләр мәктәпте тамамлаған ул-ҡыҙҙарының Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыуын теләп йүгерекләһә, баҡса тултырып төрлө йәшелсә, картуф үҫтереүселәрҙе ҡойма ямғырҙар­ҙан һуң күпереп үҫкән сүп үләндәре һәм ҡомһоҙ колорадо ҡуңыҙҙары йонсота. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, гәзитебеҙҙең «дежур телефоны»ның бер минут та тынып торғаны юҡ. Ябай халыҡты төрлө мәсьә­ләләр борсой. Хәлебеҙҙән килгәнсә, бер генә мөрәжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ.

«Әсәлек капиталы»на төҙөлгән өй миңә тейешме?»

Йылайыр районының бер ауылынан исемен әйтергә теләмәгән ҡатын:
– «Әсәлек капиталы»на ауылда өй төҙөнөк. Ер ҙә, өй ҙә ирем исемендә. Күптән түгел айырылыштыҡ. Бәлиғ булмаған дүрт балабыҙ бар. Уларҙың икәүһе уҡый. Балаларҙың бөтәһе лә минең менән ҡалды. Әлеге йортто ала аламмы?

Һеҙҙең һорауға БР Адвокаттар коллегияһы адвокаты Гүзәл ХАРРАСОВА яуап бирә:
– Өйөгөҙ «әсәлек капиталы»на төҙөлһә лә, ирегеҙ менән бергә йәшәү дәүерендә булдырылған уртаҡ милек һанала. Шунлыҡтан закон буйынса уның яртыһына ғына дәғүә итә алаһығыҙ.
Әгәр ҙә өйҙөң ысынлап та «әсәлек капиталы»на төҙөлгән булыуын раҫлаған документтарығыҙ булһа, балаларҙың үҙегеҙҙә ҡалыуын иҫәпкә алып, милеккә өлөшөгөҙ менән риза булмаһағыҙ, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Тик йыш ҡына судта айырылышҡан ир менән ҡатындың уртаҡ милкен тигеҙ бүлеү тураһында ҡарар сығаралар.
Әгәр ирегеҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ һәйбәт булһа, үҙ-ара килешеп, өйҙөң уға тейгән өлөшөн һатып алырға мөмкин.

«Быйыл «Салауат йыйыны» менән Башҡорт йәштәре көндәре буламы?»

Мәләүез районының Үрге Юлдаш ауылынан Эдуард Байсурин:
– Беҙҙең ерҙәрҙә Салауат ҡалаһына яҡын ғына Юлдаш ҡасабаһы төҙөлдө. Мине иң аптыратҡаны – башҡорт ерендә ҡалҡып сыҡҡан ауылдағы урамдарҙың Петроград, Филаретов, Приозерный тигән урыҫса исемдәрҙе йөрөтөүе. Ниңә уларға яҙыусы Булат Рафиҡовтың йәки башҡа билдәле башҡорт шәхестәренең исемдәрен бирмәҫкә? Беҙ, урындағы йәмәғәтселек, үҙебеҙҙең ризаһыҙлыҡты белдереп, Салауат ҡалаһы хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иттек, һөҙөмтә булманы…
Икенсе һорауым – быйыл «Салауат йыйыны», Башҡорт йәштәре көндәре буламы? Ни тиһәң дә, улар – халҡыбыҙҙың рухын күтәрә торған байрамдар.
Һеҙгә урындағы башҡорт ҡоролтайы ағзалары менән берлектә, билдәле башҡорт шәхестәренең исемлеген күрһәтеп, ҡултам­ғаларығыҙҙы ҡуйып, урындағы хакимиәткә йыйнаҡ йөкмәткеле хат яҙып ебәрергә кәрәк. Беренсенән, адресатҡа тапшырыу шарты менән почта аша ебәрелгән хат тейешле етәксегә барып еткәс, махсус журналда уға номер һуғылып, килеү ваҡыты күрһәтелеп теркәлә. Икенсенән, яҙма хат-үтенескә етәкселәр мотлаҡ яҙма рәүештә яуап ебәрергә тейеш. Иң яҡшыһы – Салауат ҡалаһының башҡорт ойошмалары менән бергәләп эш итегеҙ.
Ә инде «Салауат йыйыны»на килгәндә, беҙгә Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ул 16 июндә Салауат райо­нында район һабантуйы сиктәрендә үтәсәк.
Башҡорт йәштәре иттифағының «Вконтакте» төркөмөндә Башҡорт йәштәре көндәренең 29 июндән 1 июлгә тиклем Учалы районында үткәрелеү ихтималлығы хаҡында мәғлүмәт бар. Ошо көндәрҙең эмблемаһына конкурс та иғлан ителгән. Көнө етәрәк, гәзитебеҙҙә был хаҡта анығыраҡ мәғлүмәт биреләсәк.

«Ауылдашыбыҙ халыҡҡа байрам ойошторҙо»

– Күгәрсен районының Сапыҡ ауылынан Маһинур апайығыҙ һеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итә. Яҡташыбыҙ, Өфөлә йәшәүсе Әхмәҙи Таһир улы Ибраһимовҡа ауылдаштарым исеменән «Йәшлек» аша ҙур рәхмәт белдерәм. Беҙҙә һуғыш ветерандары ҡалманы, тыл ҡаһармандары ла әҙ генә. Шуға ҡарамаҫтан, Әхмәҙи Таһир улы баш ҡаланан Рәдиф Зарипов, Марсель Вәхитов, Юнир Һағынбаев, Марсель ҡотоевтарҙы алып килеп, урамда, клуб алдында, Бөйөк Еңеү хөрмәтенә ҙур концерт һәм байрам ойоштор­ҙо. Яҡташыбыҙға һаулыҡ, бәхет, бөтә изге ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйем.
Күгәрсендәрҙең шундай ихлас, рухлы ауылдашы булыуына беҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Яҡташтарының күңелен күтәреүҙең матур юлын тапҡан уҙаманға, афарин, тибеҙ.

«ҡорттарыбыҙҙы килмешәктең ҡорто үлтерә. Беҙгә ни хәл итергә?»

– Ишембай районының Арлар ауылынан умартасы Өлфәт ағайығыҙ булам. «Йәшлек», һиңә ауыл халҡы исеменән мөрәжәғәт итәм. Беҙ, ошо төбәктә йәшәгән башҡорттар, саф башҡорт тоҡомло ҡорттар үрсетеп, бал ярҙамында йәшәйбеҙ. Күптән түгел ауылыбыҙ уртаһына үҙенең умарталары менән бер ят әҙәм килеп урынлашты. Эш шунда: уның ҡорттары бик уҫал һәм беҙҙең ҡорттарҙы талап үлтерҙе. Минең генә өс баш инә ҡортомдо юҡ итте.
Килмешәктең ҡортонан башҡа ауылдаштарым да зыян күрҙе. 26 апрелдә сходҡа йыйылып, мөрәжәғәт яҙып, 42 ҡултамға менән нығытып, баяғы әҙәмгә барып, ауылыбыҙҙан китеүен талап иттек.
Ауыл хакимиәте башлығына ла дәғүәбеҙҙе еткерҙек. Ул беҙҙең ниәтте хупламаны. Ниндәйҙер сит әҙәмдең ҡорттары ҡорттарыбыҙҙы үлтереп, беҙгә күпме зыян килтерҙе һәм килтерәсәк. Урындағы халыҡҡа берәү ҙә ярҙам итергә теләмәй. Беҙгә нимә эшләргә?
Һеҙгә, Өлфәт ағай, үлгән ҡорттарығыҙҙы ташламай, күргән зыянды ҡаплатыу өсөн был әрһеҙ әҙәмде күмәкләп судҡа бирергә кәрәк. Суд, ҡорттарығыҙҙың ни сәбәпле үлеүен экспертиза ярҙамында асыҡлап, матди зыяндың күләмен иҫәпләп сығарасаҡ. Ул әҙәм шул саҡта ғына ауылығыҙҙан китәсәк. Кавказ тоҡомло ҡорттар, белгестәр фекеренсә, ысынлап та, бик агрессив.
Гәзит уҡыусыларыбыҙ күтәргән мәсьәлә хаҡында Ишембай муниципаль районы хакимиәтендә беләләрме? Унда шылтыратҡас, телефонды хакимиәт башлығының кадрҙар һәм территориялар буйынса урынбаҫары Әлфис Фәйзуллин алып:
− Арлар умартасыларына бәйле мәсьәлә беҙгә таныш. Былтыр был ауыл эргәһендәге урман фонды ерҙәренән күрше ауылдан бер кеше ҡуртымға ер алып, умарталарын урынлаштырғайны. Унда Кавказ ҡорттары тотҡан. Документтарын тикшергәс, барыһы ла тәртиптә булып сыҡты. Бындай кешеләргә шөғөлөн тыйһаң, эшҡыуарлыҡҡа аяҡ салыуҙа ғәйепләйәсәктәр.
Арларҙарҙың үҙҙәрендә лә ғәйеп бар. Улар араһында, 150 − 200-ләп умарта тотоп та, умарталарына паспорт алып рәсмиләштергән бер генә кеше лә юҡ. Сөнки кешеләр һалым түләүҙән ҡурҡа. Әгәр берәйһе ауылдағы йәки уның эргәһендәге умартаһына паспорт алһа, урындағы умартасыларҙы ауылдан өс саҡрым тирәһе ергә тиклем сит бал ҡорттары тотоусыларҙан яҡлау еңелерәк булыр ине.
Уларға юристар менән дә ярҙам итергә әҙербеҙ. Тик кешеләр беҙҙең кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалһа, мәсьәләне хәл итеү күпкә еңеләйәсәк, − тип белдерҙе.

«Еңел машиналар теңкәбеҙгә тейә»

– Һеҙҙе Белорет районының Йөйәк ауылынан Альбина борсой. Ауылыбыҙҙа һәр икенсе өйҙә тип әйтерлек еңел машина бар. «Право»һы булғаны ла, булмағаны ла урамдарыбыҙ буйлап ҙур тиҙлектә йөрөй. Бәрелешеү осраҡтары ла булды. Йәйгеһен балалар ҙа, ололар ҙа урамда була. Улар өсөн хәүефләнәбеҙ…
Гәзит уҡыусыбыҙҙың борсолоуын аңлап, уның үтенесе буйынса ЮХХДИ-ҙың Белорет ҡалаһы һәм районы буйынса бүлегенә шылтыратҡас, трубканы Рәдис Нәжметдинов алды һәм Йөйәктең һәүәҫкәр водителдәрен тиҙҙән тикшерергә вәғәҙә бирҙе.
Альбина, моғайын, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген күҙәтеүсе егеттәр һүҙҙәрендә торор, тип ышанайыҡ.

«Бабайыма эш хаҡы дөрөҫ түләнмәне»

– Һеҙҙе Учалы районының Рысай ауылынан Люциә Миһранова борсой. Бабайым яңы барлыҡҡа килгән «Рысай» МУП-ында малсы булып эшләй. Быҙауҙарға бесән, ҡатнаш аҙыҡ индерә. Учетчик бабайыма 2011 йылдың октябрь айына 7700 һум аҡса яҙып, хужалыҡ бухгалтерына тапшыра. Эш хаҡын банкоматҡа күсерәләр. Унан ни бары 4700 һум аҡса алдыҡ. Бухгалтер бер ниндәй ҙә ҡултамға ҡуйылмаған наряд ҡағыҙын күрһәтте. Унда эш хаҡы 5000 һум тип күрһәтелгән. Учетчик менән бухгалтерҙан, кемегеҙ алдаша, тип һораным. Бухгалтер учетчикҡа, беҙ һинең менән һөйләштек, ти. Учетчик Илгиз Йәнегетов, һинең менән һөйләшмәнем, күргәнем дә юҡ, тине.
Директорыбыҙ Марс Камаловҡа бабай ике тапҡыр мөрәжәғәт итте. Ул, бухгалтер отчетын биреп бөтһөн, шунан һеҙҙең һорауҙы асыҡларбыҙ, тине.
Эш хаҡының дөрөҫ түләнгәнме-юҡмы икәнен асыҡларға ярҙам итһәгеҙ ине?
Аҡсаға бәйле һорауҙар һәр саҡ сетерекле була. Шунлыҡтан ирле-ҡатынлы Миһранов­тарҙың үтенесенә асыҡлыҡ индереү маҡсатында «Рысай» муниципаль унитар предприятиеһы директоры Марс Камаловтың үҙенә мөрәжәғәт иттек. Ул беҙгә: «Беҙҙең хужалыҡта эш хаҡы һәр кемдең хеҙмәттә нисек ҡатнашыуына ҡарап, КТУ /коэффициент трудового участия/ түләнә. Ғүмәр Миһрановтың 2011 йылдың октябрь айында йәш малдан алған артымы норманан түбәнерәк булған, йәғни һәр малдан көн һайын 122 грамм артым алған /план – 500 грамм/. Һәм уға эш хаҡы түбәндәге схема буйынса иҫәпләнгән:
а/ 2,5 ц артым х 183,4 һум=458 һум 53 тин
б/ 66 баш малды ҡарау х 14 һум=924 һум
в/ ял көндәрендә эшләгән өсөн компенсация=268 һум
г/ 15 процент Урал коэффициенты – 248,
бөтәһе 1898 һум 53 тин.
Ғ. Миһранов тулы ай эшләгәнгә күрә уға минималь эш хаҡы түләнергә тейеш. Ошоно күҙ уңында тотоп, уға 5463 һум 81 тин эш хаҡы иҫәпләнгән. Был сумма эш хаҡын иҫәпкә алыу кенәгәһенә индерелә һәм 54 һум 64 тин профсоюз иғәнәһе, физик шәхестәр килеменә һалынған 710 һум һалымы тотоп алып ҡалынғандан һуң, 4699 һум 17 тин хеҙмәт хаҡы Ғ. Миһрановтың карточкаһына күсерелә.
Ғ. Миһранов, ферма мөдире И. Йәнегетов миңә 6500 һум эш хаҡы яҙған, тик уның нарядын бухгалтер А. Мадъяров алмаштыр­ған, тип раҫлай. И. Йәнегетов уға 6500 һум аҡсаны бер нисек тә яҙа алмай. Сөнки 2011 йылдың октябрь айына малсылыҡ буйынса отчеттан күренеүенсә, Ғ. Миһрановҡа производство күрһәткестәре буйынса 1898 һум 53 тиндән дә юғарыраҡ эш хаҡы иҫәпләнә алмай.
Ғ. Миһранов ҡатыны Л. Миһранова менән бер нисә тапҡыр Азамат Мадъяровтан 2011 йылдың октябрь айына, йәнәһе, түләнеп бөтмәгән эш хаҡын түләүҙе талап итә.
2011 йылдың 30 декабрендә Ғ. Миһранов бухгалтер А. Мадъяровтың эш кабинетына килеп, әгәр ҙә ул 2000 һум аҡсаны өйөнә тотоп килмәһә, физик көс ҡулланасаҡмын, тип янай. А. Мадъяров был инцидент хаҡында беҙгә 2011 йылдың 30 декабрендә 57-се һан аҫтында теркәлгән яҙма мөрәжәғәтен килтерҙе.
Шәхсән үҙем Ғүмәр Миһрановҡа 2011 йылдың октябрь айына эш хаҡының дөрөҫ иҫәпләнеп түләнеүен аңлатырға тырышып ҡараным. Әммә һөйләшеү килеп сыҡманы.
2012 йылдың 15 мартында «Рысай» муниципаль унитар предприятиеһы эшселәренең дөйөм йыйылышы үтте. Ғ. Миһранов унда йәнә 2011 йылдың октябренә эш хаҡының түләнеп бөтмәүе тураһындағы һорауҙы күтәрҙе. А. Мадъяров уға эш хаҡының дөрөҫ иҫәпләнеп түләнеүе хаҡында белдерҙе һәм, әгәр ҙә уға ышанмаһа, судҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе.
Ғ. Миһранов сығырынан сыҡты һәм А. Мадъяровҡа самосуд менән янаны.
Ошоларҙан сығып һәм предприятие етәксеһе булараҡ, Л. Миһранованың редакцияға һорауы нигеҙһеҙ тип иҫәпләйем.
Ә Ғ. Миһрановҡа килгәндә, ул хужалыҡта эшләп йөрөй, производство күрһәткестәре лә яҡшырҙы. Уға ошо яҡшы күрһәткестәре өсөн 2012 йылдың февралендә – 823 һум 55 тин, мартта 931 һум 29 тин өҫтәмә түләнде», – тип яҙма рәүештә яуап бирҙе.
Марс Харис улы, яуабына ҡушып, Ғүмәр ағайҙың һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡтары, банк аша үткән түләү ҡағыҙҙарының барыһын да редакцияға ебәрҙе.
Беҙгә «Рысай» хужалығы бухгалтеры Азамат Мадъяров та шылтыратты һәм Ғүмәр Миһрановтың уны, уның ата-әсәһен, нәҫел-нәсәбен тикшереп мыҫҡыллауы, физик көс менән янауы хаҡында хәбәр итте. Ул, был сетерекле мәсьәләне берәй журналист килеп тикшерһә, яҡшы булыр ине, тигән фекер белдерҙе.
Әлбиттә, айырым кешеләр мөнәсәбәтенә ҡағылышлы ваҡиғаны урынға барып тикшерергә лә булыр ине. Тик был килеп сыҡҡан конфликтты көйләргә ярҙам итмәҫ, киреһенсә, уны көсәйтер генә, тигән фекерҙәбеҙ. Был – бер. Икенсенән, Ғүмәр ағай, өлкән кеше булараҡ, һеҙгә лә әҙерәк хис-тойғоларығыҙҙы йүгәнләргә өйрәнергә кәрәктер. Эш хаҡына бәйле дөрөҫлөктө белергә теләүегеҙ һәйбәт. Тик бында бухгалтерҙы туҡмау менән янап, шәхесен кәмһетеү, яҡындарын тикшереү юлын һайлауығыҙ дөрөҫ түгел. Әгәр ул һеҙҙе судҡа бирһә, унда еңеп сығып, һеҙҙең бер нисә айлыҡ эш хаҡығыҙ ҙа етмәҫлек күләмдә әхлаҡи зыянды түләттерә алыр ине. Әгәр теләһә, хужалыҡ директоры ла, миңә янъялсы кәрәкмәй, тип һеҙҙе эштән ебәрә ала.
Ауылдаш булараҡ, хужалыҡ бухгалтеры, һеҙгә күңеленән рәнйеһә лә, был юлды һайламаған, ысын ир-егет булып ҡалған.
ҡыҫҡаһы, һеҙгә артабан да бергә эшләргә, аралашырға тура килә һәм киләсәк. Шунлыҡтан үҙ-ара ыҙғышмай, матур итеп эшләһәгеҙ ине. Ни тиһәң дә, һеҙҙең әҙме-күпме аҡса килтергән эшегеҙ бар. Ә бит республикабыҙҙың күп райондарында халыҡ эшһеҙ интегә.
ҡыҫҡаһы, бәхәсле мәлдәрҙә йоҙроҡто етди дәлил итмәгеҙ. Яныуығыҙ бар.

Һеҙҙең шылтыратыуҙарҙы
Әлфиә ХӘМИТОВА ҡабул итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға