«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Баймаҡ районы ҡойондан зыян күрҙе



08.06.2012 Баймаҡ районы ҡойондан зыян күрҙе

2 июндә көндөң икенсе яртыһында Баймаҡ районының Йылайыр ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдар буйлап ҡойон үтте.
Күрше Ырымбур өлкәһенән килгән ҡойон ярты сәғәт самаһы ҡотороноп, Комсомол ауылы халҡына ҙур ғына зыян килтерҙе. Электр сымдары өҙөлөү, һәр бер йорттоң тиерлек ҡыйығынан 2 – 3 шиферы осоп китеү, баҡса үҫентеләре һыныу, ҡоймалар емерелеү, хатта тәҙрә быялалары онталыуы – былар барыһы ла ауыл халҡы өсөн, дөйөм алғанда, ҙур ғына суммалыҡ зыян булды. Шулай уҡ Күлтабан, Сосновка, Покровка ауылдары ла ҡойондан зыян күрҙе. Былай ҙа һыуһыҙ интеккән Сосновка ауылының һыу күтәргес башняһы ауған. Октябрь, Ишмөхәмәт ауылдарында ҡойон һөҙөмтәһендә электр энергияһы тәүлек буйына булмай торған.
Үкенескә күрә, дауыл хаҡында район халҡын алдан иҫкәртеү булмаған.

Илшат ҡАНСУРИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға