«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Сабыр Ғилминиса



05.06.2012 Сабыр Ғилминиса

Сабыр Ғилминиса
Баҡсала түтәл утағанда бил яҙыр­ға тип башымды күтәрһәм, юлдан ҡулдарын ныҡ-ныҡ һелтәп, Ғилминиса әзәй йүгерә-атлай үтеп бара. Бар эшемде онотоп, уға һоҡланып баҡтым. Киң камзулы ла, ҡул суҡтарын ҡыҫып торған көмөш беләҙектәре лә үҙенә шундай килешә! Башындағы йәмле яулығы ҡолаҡтары артына ҡыҫтырылған, оҙон еңле, ваҡ сәскәле әберкәле күлдәгенең итәктәре елгә елберләп килә.
Яҡынайғас, һиҫкәндем: ҡара тут йөҙө борсоулы, ирендәре ҡымтыл­һа ла, ҡараштары иларға әҙерләнгән баланыҡы ише − күҙ йәштәре түгелеп китер кеүек. Ялтыр калуш эсенән кейгән оҙон ҡуныслы ап-аҡ ҡына йөн ойоҡбаштарына ҡараным да йөрәгем өҙөлөп киткәндәй булды. Аҡтан аҡ ойоҡбаштар кейгән Ғилминиса әзәй бер нисә йыл элек бер юлы һып-һылыу, ҡарағайҙай ике улын ер ҡуйынына оҙатты − Айнетдин менән Надир ағайҙар һыуға батып һәләк булды. Һөйөп кенә үҫтергән балаҡайҙарын үҙенән алда баҡыйлыҡҡа ебәргән әсә шул саҡта ҡайҙа ашығып, ярһып, эстән янып китеп барғандыр, белмәйем, туҡтатырға йөрьәт итмәнем... Яңыраҡ иһә янына барып әйләндем. Мин белгән иң сабыр кеше­ләр­ҙең береһе, тыл ветераны ошо ҡиәмәт әзәйем булыр.
Учалы районының Оҙонгүл ауылында йәшәгән Шәмсениса менән Йомабай Мөхәмәҙиевтарҙың икенсе балалары булып донъяға килә Ғилминиса әзәй. Биш бала үҫәләр: Сәлимйән, Ғилминиса, Сәлмән, Бәҙерниса, Ғилемйән. Кинйәләре дүрттәме-биштәме уҡығанында һыуыҡ тейҙереп үлә.
− Ғилминур менән Ғилмәүфә исемле игеҙ бала ла тыуғайны, тик улар, мандый алмай, сабый саҡтарында гүр эйәһе булды, − тип иҫләй Ғилминиса әзәй. − Уларҙы тапҡас, инәйем сәпсим тора алмай ятты. Мин уға бәпестәрҙе биреп, имеҙҙерәм, аҫтарын алмаштырам. Шуларҙы тәрбиәләшәм тип, иртән мәктәпкә һуңлайым. Уҡытыусы асыу­лана ла, дәрескә индермәй ҙә ҡуя. Илай-илай ҡайтып китәм... Инәйем һауынсы булып эшләне, һаулыҡҡа туймай йыш ауырыны. Бөтә эш минең өҫкә төштө.
Быуындары нығыр-нығынмаҫтан, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә һәм уларға, тыл ауырлыҡтарын теш ҡыҫып иңдәрендә күтәргән үҫмерҙәргә, ваҡытынан алда өлкәнәйергә тура килә. Ғилминиса әзәй­ҙең атаһы менән Сәлимйән ағаһы бер-бер артлы фронтҡа китә. Аҙаҡ атаһы ҡулын өҙҙөрөп булһа ла, яу яланынан ҡайтып төшә. Ә ун һигеҙ генә йәшендә тыуған ауылынан айырылып, ут эсенә инеп киткән ағаһына «ҡара ҡағыҙ» килә. Йомабай, ҡулһыҙ булһа ла, эшһеҙ ятыуҙы килештермәй, фермаға ҡарауылсы булып эшкә урынлаша.
− Атай менән икәү бергә ҡарауылланыҡ ферманы, − тип хәтер дәфтәрен аҡтарҙы һикһән дүрт йәшлек әңгәмәсем. − Ул фонарь тотоп йөрөй, мин, һыйыр быҙаулаһа, быҙауҙы күтәрәм дә быҙауҙар фермаһына алып китәм. Быҙау туңып үлһә, өҫтөңә сығаралар. Шуға ла малҡай өшөмәһен өсөн тиҙерәк йылы аҙбарға алып барыр кәрәк. Быҙауҙарын алғанда һыйыр­ҙарҙың һөҙгәне һөҙөп ебәрҙе, типкәне типте. «Ыһ» итеп бөгөлөп төшкән мәлдәр аҙ булманы. Быҙауға көсөм етмәй, нәсилә индерәм инде тупһаға. Бил ҡалманы, эс бөттө шунда. Быҙауҙы күтәргән килеш тамсы ла хәл ҡалмай буҫаға аша ашаҡлап үтә алмайынса торғанда көсһөҙлөгөмдән ғәрләнеп илап та ебәрәм. Һуңынан беҙҙе күренгә, Үрләдегә бүрәнә ташырға алып киттеләр. Бүрәнә аҫтында йыландың күплеге-е-е! Ана сағылам, бына сағылам, тип ҡот осоп ҡына йөрөлдө. Хоҙай араланы. Яхъя Ишмөхәмәтов менән Барый, арып, кеше күрмәгәндә генә бүрәнә араһына төшөп хәл йыйып яталар. Ә беҙ Фәтхиә Ғарипова менән тейәүҙе дауам итәбеҙ. Кузовты тултырһаҡ, урыҫ шоферы машинаны ҡабыҙа алмай ҡаңғыра. Мин уның этләнгәнен күреп, түҙеп тора алмайым, уны ситкә этәрәм дә, ҡулындағы кәкре стартерын алып, үҙем бер-икене ныҡ ҡына итеп әйләндереп бороп ебәрһәм, машина дырылдап эшләп киткән була. Шофер рәхмәт әйтеп, арҡамдан дөпөлдәтеп һөйә. Аҙаҡ үҙе лә өйрәнеп китте, мине, Галька, идем, тип саҡырып ала башланы. Ғәйрәтле инем, эшкә ҡарышманым: бүрәнәһен дә ташыным, бесәнен дә саптым, игенен дә иләнем...
Ғәйрәтле инем, тип әйтеүендә тамсы ла алдаҡ юҡ. Ғилминиса әзәй­ҙең йәш сағындағы бер ваҡиғаны ололар әле лә һоҡланып һөйләй. Биш колхоз бер булып бесән сапҡанда ялға туҡтағандарында уйын-көлкө, мәрәкә башланған. Йәштәр, ҡы­ҙыҡ күреп, үлсәүгә баҫҡан. Барыһының да ауырлығы илле лә алтмыш икән. Ә Батталдан баһадирҙай кәүҙәле Нуретдин Суфиянов туҡһан килограмм тарт­ҡан! Унан һуң үлсәнгән Ғилми­нисаның да туҡһан кило икәнен күреп ҡалған мәрәкәсел, шаян Садиҡ Бирғәлин, шаяртып, икегеҙ ҙә бер ауырлыҡта, әйҙә көрәшегеҙ, тип әйтеп һалған бит. Барса халыҡ ҡыҙышып киткән дә, ай-вайҙарына ҡарамай, тәки, икеһен түңәрәк эсенә алып, көс һынашырға мәжбүр иткән.
− Көрәшә башлағайныҡ, алдым да йыҡтым алпамышалай Нуретдинды, − тип ауыҙын баҫып көлдө Ғилминиса әзәй. − Әллә үҙе лә бирешкән булды, әллә аяҡ салыуымды аңғармай ҡалды... Был хәлдең дауамы ла булды бит әле, хәйерһеҙ! Ике меңенсе йылда дауаханала ятҡайным. Инде ҡайтырға тип кейенеп сыҡһам, ауылдашым, шул ваҡиға шаһиты Хөснулла Шәйәхмәтов, Ғилминиса, кил әле, тип ҡул болғап саҡырып алды. Палаталары янына барғайным, бына бында Нуретдин да ята, тағы ла көрәшегеҙ әле, һин уны еңгәйнең бит, ти. Үҙенең ауыҙы йырыҡ. Оялып, «был, был да прошел», тип урыҫсалап яуаплап, китеп барҙым. Нуретдин шәп кеше ине, егәрле булды.
Ғилминиса әзәй әллә нисә тиҫтә йыл һуғыш ветераны Заһретдин Насретдинов менән бик татыу ғүмер итте. Уларҙың өйләнешеү тарихы ла ҡыҙыҡлы. Һуғыштан һуң Ғилминиса әзәй Өскүл егете Заһретдинға кейәүгә сыға. Күрендә утын ташығанында шул егет егеп йөрөгән үгеҙ йән бирә һәм малдың хаҡын түләргә өҫтөнә һалалар. Нисек түләргә белмәй аптырап-алйып йөрөп, Өскүл Заһретдины, унда аҡса түләрҙәр, тип алты айға ялланып, вербовкаға сығып китә. Ғилминисаны ла үҙе менән бергә барырға саҡыра, әммә йәш ҡатындың атаһы фатихаһын бирмәй: «Алты ай күп ваҡыт түгел, үҙебеҙҙә көтөрһөң!»
Ә ауылдашы Заһретдин Насретдинов, һуғыштан ҡайтҡас, магазинда һатыусы булып эшләгән була. Ни тиклем ғәҙел, эскерһеҙ кеше, ә өҫтөнә бурыс сыға. Закондар ҡаты − өҫтөнә сыҡҡас, төрмәгә алып барып ябалар, бер йыл ултырып сыға. Ул саҡта Ғилминиса, Өскүлдән ҡайтып, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй, ырҙын табағына ашлыҡ һуғырға ла йөрөй. Бер көн Фәриха исемле әхирәте менән ашлыҡ тейәгәндә, хисләнеп китеп, Өскүл Заһретдинын иҫләп, ул ныҡ һәйбәт булғайны, бара торған кейәүемдең исеме тағы ла Заһретдин булһын ине, тип теләп тә ебәрә, артынан берәү килеп ҡосаҡлап та ала. Тертләп әйләнһә, унда ауылдашы Заһретдин тора! Әйткәне фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килеп, улар 1953 йылда сәстәрен-сәскә бәйләй.
− Олатайыңдың түше шау ғына миҙал-орден булды, − ти әзәй. − Һәләк батыр һалдат булған, танкист. Һуғыш тураһында илап-илап һөйләй торғайны, мәрхүм.
− Һеҙ бик татыу йәшәнегеҙ, ә яратам тип әйткәне булдымы? − тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалам.
− Әйтмәй әллә?! − әзәй кеткелдәп көлөп ебәрә. − Минең комсомолка Гөлсарам, тип тел шартлатып һоҡланып ҡарап ебәреүҙәре һуң! Бигерәк һәйбәт кеше булды! Балалар күп тип торманы, донъяны шап-шаҡтай итеп көттө. Ул мейесен дә һалды, бал ҡортон да тотто. Икебеҙ ҙә бер көн дә буш торманыҡ, эш тә эш булды. Алъяпҡыс, ойоҡто сисмәй ҙә тәгәрәп йоҡлап китә торғайным, хәлдән тайып. Дүрт балабыҙ бәләкәй саҡтарында уҡ үлде, ә алтыһы үҫте. Бабайым изге күңелле булғас, үҙебеҙҙекеләр араһына туғандар­ҙың да ул-ҡыҙҙары һыйҙы.
Ғилминиса әзәй әлеге ваҡытта алты йыл элек һәләк булған Айнет­динының ғаиләһендә йәшәй. Килене Гөлфиә лә, ейәнсәрҙәре Гөлнара менән Дания ла уның өсөн өлтөрәп тора. Әйткәндәй, утыҙ йыл элек Гөлфиә апайҙы ул үҙе килен итеп алдырған. Айнетдин ағай Үзбәкс­тандан ялға ҡайт­ҡанында, Ғилминиса әзәй ут күршеләре ҡафия менән Яхъя Ишмөхәмәтовтарға йомош менән инә. ҡараһа, Гөлфиә кер йыуып тора. Уның да Себерҙән отпускыға ҡайтҡан мәле булған. Ғилминиса әзәй уны шунда уҡ, Айнетдинға кейәүгә сыҡ, тип ҡоҙалай башлаған.
− Күҙ алдында үҫкән ҡыҙ баланың холҡон, эшкә шәплеген яраттым да улыма димләнем шул, − ти әзәй. − Ә ул, көлөп, нимә, бүтән ҡыҙҙар бөткәнме әллә, ти. Һинән дә уңғанды таба алмаҫ, тинем. Шулай итеп, Гөлфиәне әйттереп, икеһен бергә Үзбәкстанға оҙаттыҡ.
− Айнетдин ун өсөнсө майҙа тыуған, бер йыл буйы илап, ҡәйнәмдең тәҡәтен ҡоротҡан, теүәл бер йылдан, 1960 йылдың 13 майында, мин донъяға килгәс, шып туҡтаған был илауҙан, − һүҙгә Гөлфиә еңгә ҡушыла. − Мине көтөп илап ятҡан­һың бит һин, тип гел шаярттым.
Ирмен тигән ир менән йәшәгәнмен икән, тим. Ундай дан ирҙәр юҡ хәҙер, булһа ла иҫәпле генәлер. Бер көн тик ятманы, эшкә шәп, рухы көслө, күңеле йомшаҡ булды. ҡыҙҙарым тип үлеп барҙы, береһе елкәһендә үҫһә, икенсеһе тубығынан төшмәне. Айнетдинға кейәүгә сығып, ҡайны-ҡәйнә йортона килен булып төшкәс, ҡалай тыныс йәшәй­ҙәр, тип хайран ҡалғайным. Бындай ҙа тормош була икән, тип аптыраным. ҡайным үҙ эше менән ихатала булыша, ҡәйнәм аш-һыу менән була, үҙ-ара тыныс ҡына, йылмайып-көлөп кенә һөйләшәләр, бер-береһенә тауыш күтәреүсе юҡ... Уларҙан өлгө алдым. ҡәйнәм тыныс минең, сабыр, үҙе килеп тороп таҙа, ипле. Ғүмерҙә лә ғәйбәт һөйләгәне булманы. Гел балаларым тип йәшәй. Бер тинлек файҙа ҡылһаң, биш тинлек яҡшылыҡ эшләргә тырыша.
Гөлфиә еңгә, беҙҙең инәйҙәр, балаларына бәхет теләп, тау башына менеп, күктән бәхет һорағанда, ҡәйнәм ҡоротон ҡайнатып, өйөн һылап йөрөнө, ти. Бабайы менән һәйбәт, тыныс йәшәгәс, эш тип өҙөлгәс, Хоҙайҙан нимә һорарға ла белмәгәндер инде Ғилминиса әзәй. Бөгөн килеп, уның урынына мин үҙем Хоҙайҙан уға һәм яҡындарына һаулыҡ, именлек, бәхет теләйем. Ныҡлыҡ, сабырлыҡтары иһә етерлек. Һәм... урамыбыҙҙан үткәндә борсолоу күләгәһе түгел, йөҙөн шатлыҡ нуры яҡтыртһын ине − ул да ҡыуаныста йәшәргә хаҡлы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға