01.06.2012 Йылына – 1 миллион 200 мең аборт!
Бөгөн Рәсәйҙең 50 төбәгендә “Рәсәй – йәшәү өсөн!” акцияһы үтә. Был – абортҡа ҡаршы акция. Уның башланғысында православ Георгиевсылар хәрәкәте тора. Быйыл акцияға байтаҡ ҡына мосолман ойошмаһы ла ҡушылған.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2010 йылда илдә бер миллион да 200 мең аборт яһалған.
“Был һандың ысынбарлыҡта 4 – 6 миллион булыуы бик мөмкин”, – ти РФ Дәүләт Думаһында ЛДПР фракцияһы ағзаһы Ярослав Нилов. Ул шулай уҡ йөклөлөктө яһалма өҙөү менән шөғөлләнгән шәхси үҙәктәрҙе ябыу яҡлы, сөнки бындай урындар хәүеф тыуҙыра.
Миҙалдың икенсе яғын иҫкә төшөргәндә, аборттарҙы сикләү ярым етемдәрҙең, ташландыҡ сабыйҙарҙың артыуына килтереүе көн кеүек асыҡ.
echo.msk.ru сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.