01.06.2012 Тәмәке урынына – укол?
Швейцарияла тәмәкегә ҡаршы вакцина клиник тикшереүҙәр үтә. Тәжрибәлә ҡатнашыусыларҙың 60 проценты никотин менән еңел генә хушлашҡан.
Билдәле булыуынса, тәмәкеләге никотин кешегә эйфория, йәғни ләззәт тойғоһо бирә. Шуға күрә кеше тәмәкегә өйрәнә лә инде, яңы доза алырға теләп, тәмәке артынан тәмәке ҡабыҙа. Вакцина кешене ана шул тойғонан мәхрүм итә. Лозанна университеты (Швейцария) профессоры Жак Корнез мейене никотиндан һаҡлай торған CYTOO2-NikQb препаратын уйлап тапҡан. Унда никотин молекулалары ҡушылған бактериялар бар, шул организмға индерелгәс, иммун системаһы уға ҡаршы матдәләр бүлеп сығара башлай. Кеше тәмәке һура башлаһа, был матдәләр никотин менән ҡушылып, эре-эре төйөндәр барлыҡҡа килтерәсәк. Һөҙөмтәлә улар мейегә үтеп инә алмаясаҡ. Ә никотин мейегә етмәгәс, ниндәй ләззәт булһын? Кеше бары һаҫыҡ төтөн еҫен генә тоясаҡ.
Ғалимдар фаразлауынса, вакцина тәмәкенән ҡотоларға ярҙам итәсәк. Әле тикшереүҙәр дауам итә. Әгәр ҙә ул уңышлы булһа, 2012 йылдың аҙағына киң ҡулланыуға сығарыласаҡ.