«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һин дә ришүәт биргәнһеңдер әле…



22.05.2012 Һин дә ришүәт биргәнһеңдер әле…

Республика прокуратураһы Өфөлә халыҡтан ришүәтселек тураһында һорашҡан.
Әлеге социологик сара һорауҙарына меңдән ашыу кеше яуап биргән. Һөҙөмтәләр бик ҡыҙыҡ, ә, бәлки, ҡыҙғаныс та килеп сыҡҡан. Баҡһаң, баш ҡала кешеләренең яртыһы тиерлек (46 процент) үҙ ғүмерендә ришүәт биргән, имеш. Уларҙың һәр өсөнсөһө ике тапҡырҙан да күберәк “ришүәтсе” булған. Йәнә лә 58 проценты, коррупцияның насар нәмә икәнен белә тороп, үҙҙәренә кәрәк саҡта ришүәт бирергә әҙер. Нимәһе үкенесле – “һул аҡса” һоноу-алыуҙа табиптар, уҡытыусылар, “гаишник”тар һәм түрәләр алғы рәттәрҙә.
Әйткәндәй, хаҡтарға килгәндә, шул билдәле: юл ҡағиҙәһен боҙоусылар бер-ике мең һум түләй, ялған “больничный” алырға теләүселәр – саҡ ҡына күберәк, ә ер мәсьә­ләһен яйлау өсөн хаҡ 50 мең һумдан алып ҡаралған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға