«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ултырайыҡ әле бөгөн кис



22.05.2012 Ултырайыҡ әле бөгөн кис

Йәйҙең ишек төбөнә килеп еттек, дуҫтар! Бөткөһөҙ эш-мәшәҡәттең рәхәт ял ваҡыты менән аралашыуы ул был эҫе миҙгел. Кем әйтмешләй, “файҙалыны яҡшы нәмә менән ҡатнаштырыу”. Эшләһәгеҙ ҙә, ял итһәгеҙ ҙә, “Йәшлек” һеҙҙең менән булһын тип теләйбеҙ. Түбәндәге яҙмалар быға әҙме-күпме ярҙам итер, моғайын.


Йәй үҙенең үҙенсәлекле аш-һыуы менән дә күңелде дәртләндерә. Ул еләк-емештең, йәшелсәнең күплегенән баш әйләнгән осорҙа тәмле генә итеп ит ҡыҙҙырып та ашағы килә, һөт ризыҡтарының иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел. ҡаланан ҡайтыусылар ауылдан йәшәреп, тулыланып китә.
Аңлағанһығыҙҙыр, һеҙгә бер нисә ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Һалҡын аш (окрошка)

Уны әҙерләү өсөн ҡуҙғалаҡ (300 г, ҡалған ризыҡтарҙың күләме ошонан сығып билдәләнгән), картуф (бер-ике дана), ҡыяр (бер-ике), редис һәм укроп (самалап), йәшел һуған (100 – 150 г), йомортҡа (ике дана), ҡаймаҡ (ике ҡалаҡ) кәрәк.
Ваҡлап туралған ҡуҙғалаҡты тоҙло һыуҙа ҡайнатып алып һыуытырға. Тәм өсөн лимон һуты йә горчица һалырға була.
Артабан йәшелсәләрҙе турарға. Картуф менән йоморт­ҡаны алдан бешереп алырға. Әйткәндәй, йомортҡа биҙәү өсөн кәрәк, ул ашты өҫтәлгә ҡуйыр алдынан ғына тәрилкәгә һалына.

Тауыҡ ҡоймағы

Йомшаҡ ит (500 г), башлы һуған, ташҡабаҡ, йомортҡа, сыр (100 г), тәменсә тоҙ һәм борос, ҡыҙҙырырға үҫемлек майы алына.
Фарш әҙерләгәс, ит үткәргестән сей ташҡабаҡты үткәреп, йомортҡа, тоҙ, борос ҡушырға ла, яҡшылап бутарға. Сыр ҡырып һалырға. Кәтлит итеп әүәләүе ауыр ғына, шуға табаға ҡалаҡлап һалыу отошло. Өҫтөн ябып ҡыҙҙыр­һағыҙ, тағы ла тәмлерәк булыр.

Шешлек

Быныһы инде һуңғы ваҡытта һәр кемдең яратҡан ризығына әйләнде. Тәбиғәттәге бер генә табын да унһыҙ үтмәй.
Шешлек өсөн һарыҡ ите (500 − 600 г) алығыҙ. Маринадҡа әсе кетчуп (3 – 4 ҡалаҡ), горчица (ике ҡалаҡ), самалап тоҙ-борос, шулай уҡ паприка һәм цуккини (берәр) кәрәгер. ҡыяр һәм помидор ҙа мөмкин.
Итте турап, бер сәғәткә маринадларға һалырға. Шампурға цуккини менән паприканы ит менән аралаштырып теҙергә. Шешлек әҙер булғас, һауытҡа һалып ашарға теләһәгеҙ, тәм өсөн ҡыяр-помидор турап һалырға мөмкин.

Әйткәндәй
Балаларығыҙ иртән ашарға яратмаһа, ризыҡты өҫтәлгә түбәндәге һүрәттәгесә биҙәп ултыртығыҙ.

ҡанлы… күҙ йәштәре

АҡШ-тың бер ҡалаһында күҙ йәше үҙенсәлекле булған үҫмер йәшәй.
Медицина телендә гемолакрия тип аталған үтә һирәк күренеш хас был балаға – ғәҙәти күҙ йәштәре урынына ҡан аға. Табиптар уға дауа таба алмай, фән был күренеште өйрәнә алмай интегә.
Үҫмер илаһа, йыш ҡына күҙҙәре ныҡ ауырта икән, ә ҡайһы берҙә хатта йәш субырлап аҡһа ла бер ни тоймай.

Көлөүҙән… иҫен юғалта

Бөйөк Британияның бер студентына көлөүе бик ҡиммәткә төшә, имеш.
ҡыҙ шундай һирәк сиргә − катаплексияға дусар. Теләһә ҡайһы эмоциональ кисереш – шатлыҡ, ҡурҡыу, көлөү, аптырау, хатта ҡосаҡлашыу – уны һушын юйырға мәжбүр итеүе мөмкин. Элегерәк ҡыҙҙың көнөнә ҡырҡар тапҡыр аяғында баҫып тора алмай йығылған осраҡтары булған. Бахыр һылыуҡайға, етмәһә, наркоплекция диагнозы ла ҡуйылған – тиҙ арала йоҡлай ҙа китә икән.
Өс көн күрә лә,
дүртенсеһенә…

Австралияла ла һирәк ауырыу менән сирләүсе кеше йәшәй.
Был йәш ҡыҙҙың күҙҙәре өс көндә асыҡ була ла, артабан шундай ныҡ ябыла, хатта табиптар ҙа үтә аптырашта. Донъяла башҡа бындай күренеш теркәлмәгән.
Натали өсөнсө кистә йоҡларға ята ла иртән күҙҙәрен аса алмай хитлана. Был бала сағынан ҡалған сир икән. Стафилококк һәм танау япраҡтарына эләккән инфекциянан шулай сирле ҡалған.
Күргән ваҡытында ҡыҙ күпселек эштәрен башҡарырға тырыша.

Шундай закондар ҙа бар

АҡШ-тың Невада штатындағы Элко ҡалаһында битлек менән генә йөрөргә рөхсәт ителә.
Флориданың Пенсакола ҡалаһында йәшәүселәр үҙҙәре менән 10 долларҙан да кәм булмаған күләмдә аҡса йөрөтөргә тейеш.
Миннесотала шыпа яланғас йоҡлаусыларға төрмәгә эләгеү хәүефе бар.
Лос-Анджелеста ике баланы бер юлы бер үк һауытта йыуындырыуҙы тыйған ҡарар сығарылған.
Пенсильванияла бер йортта йә фатирҙа 16-нан ашыу ҡатын-ҡыҙ йәшәргә тейеш түгел. Закон сығарыу­сылар, 17 ҡатын – бордель, тип һанай, имеш. Уның ҡарауы, 120 ир бергә тора ала. Был да закон менән нығытылған.
Монтанала енәйәт күренеше булған фильм күрһәтеү тыйыла.
Италияла юбкала йөрөүсе ир мотлаҡ ҡулға алынасаҡ.
Францияла тимер юлында үбешеү тыйыла.
Германия ҡануниәтендә мендәр пассив ҡорал тип атала.
Канаданың баш ҡалаһында йәкшәмбелә насар ат менән йөрөүҙе закон тыя.
Австралияла йондоҙнамә төҙөү, төрлөсә фаразлауҙар, сихырсылыҡ булараҡ, енәйәт тип иҫәпләнә.
ҡытайҙа закон аҡыл йәһәтенән үҫешкән кешеләргә генә университет­ҡа инергә рөхсәт итә.

Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға