«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Их, мунсаһы!



18.05.2012 Их, мунсаһы!

Бүрәнәме, кирбесме?
Их, мунсаһы!
Мунсаны ағастан да, кирбестән дә, самандан, хатта төрлө блоктарҙан да төҙөргә мөмкин. Шулай ҙа күпселек халыҡ уны ағас­тан төҙөүҙе хуп күрә − был арзаныраҡ та, ағас­тың еҫе лә, сифаты ла күнегелгән, күңелгә яҡын.
Ағастың да төрлөһө бар. берәүҙәр − брус­ҡа, икенселәр бүрәнә бураға өҫтөнлөк бирә. Бөгөн һеҙгә был ике төҙөлөш материалының айырмалыҡтарын, өҫтөнлөктәрен һәм кәмселектәрен аңлатмаҡсыбыҙ. Ниндәй төҙөлөш материалын һайларға икәнен һәр кем үҙе хәл итә. Ләкин ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе белеү бер кемгә лә ҡамасауламаҫ.

Бүрәнә, эшкәртелмәгән ағас булғанлыҡтан, тышҡы атмосфера тәьҫиренә бик бирешеп бармай. Ә инде брус һыуыҡта ла, ямғырҙа ла бер аҙ үҙгәрәсәк. ҡыҫҡаһы, брустың һаҡланыу сараһы аҙыраҡ. Был тәбиғи күренеш.
Бүрәнә бура йыл эсендә 10 – 12 сантиметрға баҫыла, ә инде брустан эшләнгәне 6 – 10 сантиметрға тәпәшәйә.
Брустан бурау күпкә еңелерәк. Уны күп көс сарыф итмәй, өмәһеҙ ҙә төҙөп була.
Брустан бураны үҙеңә эшләү күпкә уңайлыраҡ һәм сығымһыҙыраҡ. Һатып алынған бураның күпме ваҡыт торғанлығын аныҡ ҡына бер кем дә әйтмәйәсәк, нисек уңайлы булһа, шулай аңлатасаҡтар. Брустан эшләнгән бураны күсереп төҙөгәндә проблемалар килеп сығыусан. Был материал “пропеллер” һымаҡ шыуыша башлай. ҡыҫҡаһы, ҡайһы бер брустарҙы алмаштырып ҡуйырға тура килә. Ә бүрәнәнән һалынған бураны ҡурҡмай ғына һатып алырға мөмкин. Бура оҙағыраҡ торған булһа ла, проблема юҡ.
Кипкән ваҡытта бүрәнәләр буйына ярыла, ситтәрендә лә бәләкәй генә ярыҡтар барлыҡҡа килә. Ә брус теләһә ҡайһы ерҙән ярыла башлай, уның артабан нисек буласағын фаразлау мөмкин түгел.
aБрус бер-береһенә яҡыныраҡ теҙелә.
aБүрәнәнән һалынған бура оҙағыраҡ тора.
aБүрәнәнән һалынған бура арзаныраҡ булһа ла, уны еренә еткереп эшләр өсөн һуңынан түгелгән сығымдар был өҫтөнлөктө тулыһынса юҡҡа сығара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға