«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?



18.05.2012 Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?

Колорадо ҡуңыҙын еңерлек көс бармы?
ҡайҙандыр ситтән килтерелгән үҫемлектәр, мал-тыуар яңы урында һәйбәтләп үҫеп китә алмаһа ла, тыуған яғы әллә ҡайҙа − океан аръяғында булған колорадо ҡуңыҙҙары беҙҙең баҡсалар­ҙа күптән батша булып алды. Йыл һайын баҡсасылар был ҡоротҡос­тарҙы юҡ итеү өсөн әллә күпме ваҡытын, көсөн сарыф итә. Әлбиттә, хәҙер колорадо ҡуңыҙҙарына ҡаршы көслө химик матдәләр бик күп. Ләкин күптәр тәбиғи, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ ҡына ашарға теләй һәм колорадо ҡуңыҙҙарына ҡаршы башҡа ысулдар менән көрәшә.
Бөгөн һеҙгә картуф дошмандарына ҡаршы халыҡ араһында киң таралған “ҡорал”дарҙы тәҡдим итмәксебеҙ.

Картуф сәселәсәк урынға һуған ҡабығын һибеп сығырға кәрәк. Колорадо ҡуңыҙы һуған еҫен яратмай.
Картуф һабағы күренә башлау менән уның өҫтөнә дегәнәк, әрем төнәтмәһе һибеп сығығыҙ.
Картуф янына ҡуҙаҡлы культуралар ултыртырға була. Колорадо ҡуңыҙҙары был культураларҙың да еҫен яратмай һәм уларҙан алыҫыраҡ ҡаса башлай.
Картуф сәселгән урында ара-тирә бәйғәмбәр тырнағы үҫемлеген ултыртыр­ға кәрәк.
Хужалығығыҙҙа мысыр тауығын − цесарка үрсетергә мөмкин. Улар колорадо ҡуңыҙын сүпләргә өйрәнеү һәләтенә эйә һәм башҡа файҙаһы ла бар.
Колорадо ҡуңыҙынан ҡотолоу өсөн картуфтың төбөндәге тупраҡты тәрән итеп ҡаҙып, йомшартыбыраҡ сығырға кәрәк, тип һанаусылар ҙа бар. Картуф сәскә атырға ике аҙна самаһы ҡалған ваҡытта был йәшелсә рәттәре араһын тәрән генә итеп ҡаҙып сығырға кәрәк. Ошо ваҡытта тупраҡҡа 1 литр һыуға 10 грамм кер һабыны һалып, һибеп сығыу ҙа талап ителә. Ошо уҡ иретмәне үҫемлектәргә лә һибеп сығыр­ға була.
aКолорадо ҡуңыҙының ҡарышлауыҡтарын үлтереү өсөн бик шәп сара бар − 10 литр һыуға 100 грамм мочевина ҡушып, картуф япраҡтарына һибергә кәрәк.
aҡайһы бер кешеләр картуфты сәскән ваҡытта уҡ һәр төптө ҡайын ағасының көлө менән эшкәртергә кәңәш итә. Йәш үҫентеләрҙең төптәрен эшкәртеү өсөн тағы ла бер ысул бар – бер биҙрә йылымыс һыуҙа бер киҫәк кер һабынын иретеп, бер литрлы банка менән көл һалып бутарға. Ошо шыйыҡсаны һибеп сығыу ҙа колорадо ҡуңыҙҙарын ҡурҡытасаҡ.
aКөҙ көндәрендә баҡсала төрлө урынға ҡырҡылған картуфтарҙы һалып сығыу ҙа файҙалы. Был картуф өлөштәре ҡуңыҙ­ҙар­ҙы үҙенә йәлеп итә, баҡсасыларға бер урынға йыйылған ҡоротҡостарҙы алып, юҡ итергә генә ҡала. Башҡа бер ысул да бар – өлөштәргә бүленгән картуфты бер тәүлеккә мочевина иретмәһенә һалып торорға. Бынан һуң картуф киҫәктәре төрлө урындарға ырғытыла. Ошондай “тәмлекәс”те ашаған ҡорттар тиҙ генә үлеп бөтәсәк.
aБөтәбеҙ ҙә белгән горчицаны ла елһеҙ көндә картуф үҫентеләренә һибеп сығыр­ға мөмкин. Баҡсасылар колорадо ҡуңыҙы менән көрәшкә шул тиклем етди ҡарай. Хатта был ҡоротҡосҡа ҡаршы көрәштән цемент та ситтә ҡалмаған – уны ла картуфҡа һибеп сығырға кәңәш итәләр.
Әлбиттә, колорадо ҡуңыҙҙарын бөтөрөү өсөн иң яҡшы һәм сифатлы ысул – был ҡоротҡостар­ҙы ҡул менән йыйыу. Йыйылған ҡуңыҙҙарҙы кәрәсинле һауытҡа һалырға кәрәк. Шулай уҡ йыйылған колорадо ҡуңыҙҙарын юҡ итеү маҡсатында күп итеп тоҙ һалып иретелгән шыйыҡсаны ла ҡулланырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға