«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Приютта яҡшы, ә өйҙә һәйбәтерәк



15.05.2012 Приютта яҡшы, ә өйҙә һәйбәтерәк

Республикабыҙҙа быйылғы йылдың Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен Нығытыу йылы тип аталыуы, минеңсә, һис шикһеҙ, әлеге йәшәйешебеҙ торошона ауаздаш. Был ике төшөнсә бер-береһенә ныҡ бәйләнгән, уларҙы айырып ҡарау мөмкин түгел. Үкенескә күрә, хәҙер бәләкәстәрҙе тәрбиәләүҙә етди етешһеҙлектәр күҙәтелә. Йәшерен-батырын түгел, һуңғы йылдарҙа ил, республика, район күләмендә төрлө сәбәптәр арҡаһында етем, яңғыҙ ата йәки әсә тарафынан тәрбиәләнгән, йә ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән ғаиләләрҙән сыҡҡан балалар һаны арта. Ошо хәл йәмғиәт алдына яңы проблемалар ҡуя, улар сисеүҙе талап итә.

Мәҫәлән, былтыр шул төркөмгә ҡараған ғаиләләр һаны районда 69 булып, уларҙа 185 бала булған. Ә бер йыл элек ауыр тормош хәлендә йәшәгән бәләкәстәр һаны 315-кә еткән. Тимәк, ике йөҙгә яҡын бала туйғансы ашамай, тейешенсә кейенмәй, йән тыныслығы таба алмай, тигән һүҙ. Ошо шарттарҙа илдең йәш граждандарының характеры, донъяға ҡарашы, кешеләргә мөнәсәбәте формалаша. Әйтергә кәрәк, йыш ҡына тейешле иғтибарҙан мәхрүм булғандарҙа насар сифаттар барлыҡҡа килә һәм уларҙың алдағы тормошон ҡатмарлаштыра. Илдә ошондай кире күренештәргә кәртә ҡуйыу, ата-әсә наҙына, иркәләүенә мохтаж булғандарға ярҙам итеү, тәрбиәгә алыу маҡсатында төрлө типтағы махсус учреждениелар булдырыла. Бик тә кәрәкле, мәрхәмәтле эш был.
Көйөргәҙе ерендә район хакимиәтенең тырышлығы, хәстәрлеге менән 2002 йылдың сентябрь уртаһында асылған социаль приют яҡлауға мохтаж балаларҙы ҡарау, тәрбиәләү, уҡытыу буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Ошо ваҡыт арауығында учреждениела 450-гә яҡын 3-тән 18 йәшкә тиклемге бала һәм үҫмер яҡлау һәм мәрхәмәт тапҡан. Әлеге мәлдә бында социаль педагог һәм учреждение етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Алена Сиротина ҡулы аҫтында хеҙмәт иткән 14 кеше 15 баланы ҡарау, туҡландырыу, тәрбиәләү менән мәшғүл. Алена Юрьевна менән балалар йәшәгән, ял иткән, дәрес әҙерләгән бүлмәләр­ҙе ҡарап йөрөгәндә уларҙың заманса матур мебель, яҡтылыҡ приборҙары, сантехника ҡорамалдары менән тәьмин ителеүенә иғтибар иттем. Төҫлө телевизорҙар, компьютерҙар, өҫтәл уйындары, спорт инвентары булыуы ла ыңғай тәьҫорат ҡалдырҙы. Махсус стендтарҙа тәрбиәләнеүселәргә тәғәйенләнгән төрлө мәғлүмәт урынлаштырылыуы ла һәйбәт күренеш. Алена Юрьевна һөйләүенсә, приюттың ошондай шарттарҙа эшләүендә район хакимиәтенең, хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәрҙең өлөшө ҙур. Урындағы власть органдары килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә тырыша. Бына бер нисә йыл инде матур йола буйынса «Башкиравтодор» йәмғиәте етәкселәре урын­ға килеп, балалар менән осрашыуҙар уҙғара. Шеф ойошмалар, ҡағиҙә булараҡ, был сараларға мул күстәнәс, бүләктәр менән килә. Мәҫәлән, Яңы йыл алдынан Өфөнән килгән ҙур ғына делегация бәләкәстәргә ҡыш бабай күстәнәстәрен һәм бүләктәрен тапшырҙы. Улар араһында курткалар, спорт кейемдәре, хатта компьютер ҙа бар ине. Бында тәрбиәләнеүселәрҙе шулай уҡ ҡансыра ер аҫтында газ һаҡлау йәмғиәте етәкселеге, шәхси эшҡыуарҙар Азамат Ишмөхәмәтов, Константин Филиппов, Дмитрий Бочаровтар ҙа онотмай, мөмкин булғанса ярҙам ҡулы һуҙа. Приюттағы әңгәмәнән беленеүенсә, ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға йыш ҡына өлкән йәштәгеләр кейем-һалым, күстәнәстәр килтерә икән.
Балалар бында көнөнә биш тапҡыр ашатыла. Уҡыусылар өсөн Ермолаев ҡасабаһының 2-се урта мәктәбе эргәлә генә. Яҡында ғына спорт ҡоролмалары урынлашыуы ла уңайлыҡтар тыуҙыра.
Шуныһы ҡыуаныслы, приюттағыларҙың күптәренең үҙ ғаиләләренә ҡайтыуы күҙәтелә. Ә был уларҙың ата-әсәләре, ғәйептәрен аңлап, төҙәлеү юлына баҫа тигән һүҙ. Бик мәслихәт! Шул уҡ ваҡытта балаларҙы опекаға, уллыҡҡа һәм ҡыҙлыҡҡа алыу осраҡтары ла бар. Ләкин, нисек кенә ғәжәп булмаһын, социаль учреждениеға кире килеүселәр ҙә осрай. Эйе, улар араһында опекундары олоғайыу йә ауырыу сәбәпле ҡайтыусылар, йә ауырып, йә балалар баҡсаһына урынлаша алмай ҡайтҡандары бар. Ә бына ғаиләләге насар мөғәмәләгә бәйле приютҡа ике-өс тапҡыр кире килеүселәрҙе күреү тетрәндерә, уйландыра. Алена Юрьевна бәйән итеүенсә, район үҙәгенән 17 йәшлек егет, үҙ өйөндә йәшәү шарттарынан биҙеп, ғинуарҙа ике аҙна йәшәп киткән. Шулай уҡ бында 14 − 15 йәшлек үҫмерҙәрҙең ғаиләләренән ҡасып килеүе лә күҙәтелә. Приют коллективы балаларын ҡарап торорға туғандары булмаған яңғыҙ әсәләр дауаханаларҙа булғанда бәләкәстәр­ҙе ваҡытлыса булһа ла үҙҙәренә тәрбиәгә ала. Миҫалға Молоканов ауылында йәшәүсе күп балалы ҡатынды килтерергә мөмкин.
Күренеүенсә, социаль приют бик кәрәкле, мәрхәмәтле эш менән шөғөлләнә. Бында тәрбиәләнеүселәргә мөмкин булғанса яҡшы шарттар тыуҙырылған. Ә шулай ҙа бер ниндәй ҙә учреждение атай менән әсәйҙең, туғандарҙың наҙын, һөйөүен алмаштыра алмай. Был хәҡиҡәтте иҫбат итеү ҙә кәрәкмәй. Ошо хаҡта дөрөҫ юлдан тайпылыусылар уйланһын, ә башҡалар фәһем, һабаҡ алһа ине.
Мәрхәмәтлек йортонда ҡотлоюл ауылынан өс кенә йәшлек Иҙел исемле һөйкөмлө малайҙы күрҙем. Уңайһыҙланған кеүек кенә ултырғысҡа ҡунаҡлаған. Баланың моңһоу, үҙен йәлләтеп ҡарауы күңелемде йомшартты. Өйөндә ата-әсәһе янында хәстәрле бала булһа, иманым камил, уның ҡарашы бөтөнләй икенсе булыр ине.

Урал ҡӘЙҮПОВ.
Көйөргәҙе районы,
Айсыуаҡ ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға