15.05.2012 Рәсәй авиасәнәғәтенең киләсәге ниңә ҡолаған?
Сираттағы самолет һәләкәткә осраны. Был юлы ул Рәсәйҙең өмөтлө һауа судноһы Суперджет − 100 − SSJ – 100 самолеты. Самолет демонстрацион осош ваҡытында Джакарта ҡалаһы аэропортынан алыҫ түгел урында радар экрандарынан 9 майҙа сәғәт көндөҙгө ун икенсе ярты тирәһендә юғала.
Экипаж тәжрибәлеләрҙән һаналған. Командиры Александр Яблонцев иң тәүге Суперджет менән һауаға күтәрелгән. Самолетта, беҙҙең илдең һигеҙ кешеһенән тыш, Индонезияның 35 гражданы, американ һәм француз осҡан. Үкенескә күрә, уларҙың барыһы ла һәләк булған.
Тәүге тикшереүҙәр самолеттың экипаждың хатаһы арҡаһында ҡолағанын фаразлай ине, ә һуңғы фекерҙәр көн торошона бәйле. Салак тауында йыш ҡына күк күкрәп, йәшен йәшнәп тора икән.
Индонезияның Транспорт хәүефһеҙлеге буйынса милли агентлығы вәкиле Томас Джамалетдин белдереүенсә, Суперджет – 100 самолеты 11 мең метр бейеклектә тап шул йәшенле ямғыр болоттарын урап үтергә тырышҡанда һәләкәткә осраған. Тау тирәһендә болоттар ул көндө өс – ун бер саҡрым бейеклектә һуҙылып киткән була. Пилот түбәнәйеүгә рөхсәт һорағанда, бәлки, тау бейеклеген иҫәпкә алмағандыр, сөнки самолет ике саҡрымдан саҡ ҡына бейек ҡаяға бәрелгән.
ҡотҡарыусылар һүҙҙәренсә, Суперджеттан һул ҡанатының бер өлөшөнән башҡа бер генә ҙур киҫәк тә ҡалмаған.
Әле Индонезия белгестәре “ҡара йәшник”те тикшерергә йыйына. Һуңғы һөҙөмтәләр генә ысын сәбәпте белергә ярҙам итәсәк. Нисек кенә булмаһын, йәнә бер самолет ҡоланы, кешеләр һәләк булды.
Әйткәндәй, Суперджет – 100-ҙөң ҡоролошона күҙ һалғанда, уны һис кенә лә беҙҙең илдеке тип иҫәпләмәҫ инек. “Гражданские самолеты Сухого” компанияһы эшләп сығарған судноның идара итеү системаһы Германияныҡы, энергия менән тәьмин итеү, гидравлика, кислород системалары, тәгәрмәс, тормоз – АҡШ-тыҡы, шассиҙары − Францияныҡы, датчиктары, вибрация ҡорамалдары – Швейцарияныҡы. Һүҙ юҡ, ул илдәр юғары технологияны ҡуллана белә.
Шулай ҙа бер һорау тыуа: экипаж осош алдынан урындағы тау-урманды яҡшыраҡ өйрәнергә тейеш булманымы икән ни? Һәр йәшен йәшнәгән һайын самолет ҡолай башлаһа…
Айсын АҡБУЛАТОВА.