«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Пар ҡанаттар талмай



15.05.2012 Пар ҡанаттар талмай

Пар ҡанаттар талмай
Ғафури районының Ибраһим ауылында йәшәүсе Ғәлиуллиндар ярты быуат татыу ғүмер кисерә
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, татыу ғүмер кисереүсе, үҙҙәре кеүек итәғәтле, һәр кемгә ярҙам итергә әҙер тороусы, егәрле балалар тәрбиәләп үҫтереүсе ғаилә парҙары була. Ибраһим ауылында йәшәүсе Фәниә Зәйнулла ҡыҙы менән Хөрмәт Һәҙиәт улы Ғәлиуллиндарҙы тап шундай ғаиләләрҙең береһе тип беләләр. Ошо көндәрҙә улар бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын – алтын туйҙарын билдәләне.
Фәниә менән Хөрмәт бер ауылдан булғанға күрә бер-береһен бәләкәйҙән белеп үҫә, 6-сы класҡа тиклем бергә уҡый. Егет менән ҡыҙҙың дуҫлыҡ ептәре мәктәп эскәмйәһенән үк башлана. Үҫә төшкәс инде был дуҫлыҡ хистәре ысын мөхәббәткә әүерелә һәм уларҙың йәшлектәге ҡайнар һөйөүе бөгөн дә һүрелмәгән. Урта мәктәпте тамамлағас, Фәниә Өфөлә училищела тегенсе һөнәрен үҙләштерә, Хөрмәт иһә колхозда прицепщик булып эш башлай. Мәле еткәс, хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Уға Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итергә тура килә. Шул осорҙа егеттең ауылдашы, тиңдәше Миҙхәт Садиҡов та Алыҫ Көнсығышта хәрби бурысын үтәй.
– Бер заман бер туған һеңлем Фәниәнән хат килеп төштө. Асып ҡараһам, Хөрмәт тиңдәшкә тәғәйенләнгән. Хатты тиҙ генә кире йәбештереп, Хөрмәттең адресына ебәрҙем. Баҡһаң, һеңлем хәрби частарҙың һанын бутап, хаты яңылыш минең ҡулға килеп эләккән икән, – ти Миҙхәт Садиҡов, йәштәр­ҙең ҡыҙыу-ҡыҙыу хат алышыуҙарын хәтерләп.
Хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайт­ҡандан һуң Хөрмәт колхозда эш башлай. Тырыш, ныҡышмалы егеткә “ДТ – 20” тракторын ышанып тапшыралар. Иҫке генә булһа ла, был тракторы менән байтаҡ эш башҡара ул. Һуңғараҡ уға ҡеүәтлерәк “МТЗ – 52”-не бирәләр. Көндөҙ эштә булһа, кискеһен егет һөйгән йәре эргәһенә осрашыуға ашҡына. Шулай бер нисә йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнешергә ҡарар итәләр.
– Атай-инәйемә өйләнергә те­ләүемде әйткәс, улар ҡаршы килмәне. Ул ваҡытта 24 йәштә инем инде. Атайым үҙенең ҡиәмәтлек атаһы Аллаяр бабай Сафинды баш ҡоҙа итеп Фәниәне яусыларға ебәр­ҙе. Унан инде тырантасҡа ат егеп, Еҙем-ҡаранға ЗАГС-ҡа барҙыҡ, – ти, бынан 50 йыл элек булған ваҡиғаларҙы хәтерләп, Хөрмәт Һәҙиәт улы.
Йәштәр һәүетемсә генә йәшәп алып китә. Уларҙың мөхәббәт емеше булып ҡыҙҙары, улдары донъяға килә. Улар ете балаға – ике ҡыҙ һәм биш малайға ғүмер бүләк итә. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр. Балалары ла, ата-әсәһенә оҡшап, береһенән-береһе аҡыллы, тәүфиҡлы, итәғәтле булып үҫә Ғәлиуллиндарҙың. Бөгөн иһә һәр береһе башлы-күҙле булып, айырым донъя көтәләр. Хәҙер ололары үҙҙәре олатай-өләсәй инде. Балаларына ҡарата булған хәстәрлектәре башҡаларға өлгө булырлыҡ та Фәниә менән Хөрмәт Ғәлиуллиндарҙың. Улар һәр бер улына, ҡыҙына тәғәйенләп йорт һалған. Шуға ла балаларының күбеһе – дүрт улы һәм бер ҡыҙы ауылда төпләнгән. Ата-әсәһенә терәк-таяныс булып, бергәләшеп, гөрләшеп йәшәйҙәр. Барлыҡ эште күмәкләшеп, бергә башҡаралар. 17 ейән-ейәнсәре, өс бүлә-бүләсәре бар бәхетле олатай менән өләсәй­ҙең. Хөрмәт Һәҙиәт улы һәр саҡ колхоз эшендә булһа, Фәниә Зәйнулла ҡыҙы ғаилә усағын һүндермәй, бала баға, йорт мәшәҡәттәре менән булаша.
– Был ғаиләнең йәшәү рәүешен башҡаларға өлгө итеп күрһәтер өсөн улар хаҡында брошюра баҫтырып сығарырға кәрәк. Элек беҙ иртән эшкә киткәндә Хөрмәт “МТЗ‒80” тракторына жом тейәп, Прибельскийҙан әйләнеп ҡайта ине. Шул тиклем егәрле кеше булды. Ә Фәниәне ысын мәғәнәһендә оло педагог тип әйтер инем. Ул тәрбиә темаһына ата-әсәләр йыйылышында сығыш яһап ҡына ҡалмай, балаларының дәресенә инеп ултыра, класс журналдары менән танышып сыға ине, – ти оҙаҡ йылдар Еҙем-ҡаран урта мәктәбе директоры булып эшләгән, хәҙер хаҡлы ялдағы Рәшит Мерәҫов улар хаҡында.
Ысынлап та, Хөрмәт Һәҙиәт улы – бик егәрле һәм тырыш кеше. Хужалыҡ һәм район етәкселеге тарафынан уның хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Колхоз идараһы, район советы, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы тарафынан бирелгән әллә күпме Маҡтау грамотаһы, Рәхмәт хаты ошо хаҡта һөйләй. Ә 1971 йылда фиҙакәр хеҙмәте өсөн Хөрмәт Һәҙиәт улы Октябрь революцияһы ордены менән тәбрикләнә. Бер нисә йылдан уның күкрәгенә Халыҡтар дуҫлығы ордены тағыла. Яҡшы эшләгәне өсөн етәкселек тарафынан “Днепр” мотоциклы менән дә бүләкләнә. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында уға “Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ғәлиуллиндарҙың алтын туйы Еҙем-ҡаран ауыл мәҙәниәт йортонда ҙурлап үткәрелде. Бынан 50 йыл элекке кеүек тырантас егелгән атта түгел, ә ҡыңғырауҙар тағылған, заманса итеп биҙәлгән тиҫтәнән ашыу “тимер ат”та килеп төштө Фәниә менән Хөрмәт Ғәлиуллиндар һәм уларҙың ҡунаҡтары. Ауыл мәҙәниәт йортонда ололап ҡаршы алғандан һуң уларҙы сәхнә түренә мендереп ултырттылар. Юбиляр­ҙарҙы туғандары, балалары, дуҫ-иштәре, ауыл халҡы ҡотларға килгәйне. Ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нурсилә Хәсәнова менән ветерандар советы рәйесе Мәүлиха ҡунафина, БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттереп, улар­ға бүләк тапшырҙы. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә үҙҙәренең ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Ейәнсәрҙәре олатай-өләсәләренә бағышлап йыр бүләк итте. Еҙем-ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре улар хөрмәтенә бай йөкмәткеле концерт номерҙары күрһәтте. Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” спектакленән өҙөк тә юбилей тантанаһында ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килгәндер. Мәҙәниәт йорто директоры Рәүилә Килмөхәмәтова алтын туйҙы ололоҡлап үткәреүгә күп көс һалған. Тик бына ауыл хакимиәте, хужалыҡ етәкселеге тарафынан юбилярҙарға ҡарата иғтибар булманы. Был сараны район кимәлендә ҙурлап үткәргәндә лә ҡамасауламаҫ ине. Берәй атҡаҙан­ған артист булһа, район кимәлендә ҙур юбилей үтер ине лә бит… Илгә иген үҫтереүсе, тәүфиҡлы, аҡыллы балалар тәрбиәләүсе, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған механизаторы иғтибарҙан ситтә ҡала шул. Ә бит районда ундай шәхестәребеҙ икәү-өсәү генә. Дөрөҫ, улар үҙҙәре бындай ололауға өмөт тә, дәғүә лә итмәй, был уларға кәрәкмәй ҙә. Игенсе һөнәренә һөйөү тәрбиәләү өсөн бөгөнгө һәм киләсәк быуынға кәрәк был.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға