«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » «Ә хәҙер беҙ әҙ ҡалдыҡ»



11.05.2012 «Ә хәҙер беҙ әҙ ҡалдыҡ»

Атайым һуғышҡа киткәндә миңә өс йәш булған. Беҙ һуғыш башланғанда Магнитогорск ҡалаһында йәшәгәнбеҙ. Атайым заводта эшләгән. Бронь бирәбеҙ, тиһәләр ҙә, үҙ теләге менән һуғышҡа киткән. Беҙҙе,‒ әсәйҙе, мине, 1941 йылғы һеңлемде, ауылға алып ҡайтып ҡалдырып киткән. Һеңлекәшем бер йәшкә лә етмәй баҡыйлыҡҡа күскән. Миңә биш йәш булғанда әсәйемде урман ҡырҡырға Белорет районының ҡағы ауылына ебәрҙеләр. Мине күршеләргә ҡалдырып, өс йыл урманда йөрөнө. Ул ваҡыттағы кешеләрҙең изгелекле булыуына әле лә рәхмәтлемен.
Атайым 1943 йылда һуғышта һәләк булған. Инәйҙәр, әсәйҙәр, апайҙар, тиңдәштәр менән бергә ауыр йылдарҙы, аслыҡ-михнәттәрен, ҡайғы-хәсрәтте лә кисерҙек. Әсәй ҡалдырған икмәкте юрған араһына ҡыҫтырып уйнарға сығып китәм, асыҡҡас, ҡайтып ашайым тиһәм, өлкәнерәк малайҙар алып ашай ҙа ҡуя торғайны. Ул саҡта бит ишек бикләү ғәҙәте юҡ ине.
Уҡырға барғас, ҡыҙҙар парта аҫтына төшөп ҡарай ҙа көлә. Әсәйем миңә ҡыҙҙар ойоғон кейҙергән булған икән. Өлкән синыфтар менән бергә уҡыныҡ. Хәҙер иҫләп-һөйләшеп ултырһаҡ, ҡыйын да, ҡыҙыҡ та ваҡыттары күп булған, китап яҙырлыҡ.
Бөгөн ауылыбыҙҙа беҙ, һуғыш осоро балалары, әҙ генә ҡалдыҡ. Бөтәбеҙ ҙә льгота биреүҙәренә ышанып, көтөп йәшәйбеҙ. Хәҙер инде ауырыу әбей-бабайҙарбыҙ. Пенсиябыҙҙың яртыһын әллә файҙалы, әллә файҙаһыҙ дарыу­ҙарға тотонабыҙ.
Хөкүмәт етәкселеге беҙҙең хаҡта ла уйлаһын ине.

М. КӘРИМОВ.

Баймаҡ районы,
Билал ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға