27.04.2012 Сәләм, баҡса!
Май башында ҡала халҡы икенсе өйөнә − баҡсаларына күсенә башлай, ә инде ауылдағылар ҙур-ҙур майҙанда йәшелсә үҫтереүгә ҡыҙыу әҙерләнә. Халыҡ араһында, быйылғы Май байрамы ҡарлы-боҙло ямғырҙар менән уҙасаҡ, тигән имеш-мимеш хәбәрҙәр йөрөһә лә, яҙ барыбер үҙенекен итәсәк. Шуға ла баҡсалар беҙҙе көтә, дуҫтар!
Май башында ҡышҡылыҡҡа ултыртып ҡалдырған һарымһаҡ менән шнитт һуған түтәлдәрен һаҡ ҡына йомшартып сығалар. Был түтәлдәргә торф йәки компост өҫтәү ҙә зыян итмәҫ. Тупраҡҡа органик һәм минераль ашламалар ҙа талап ителә. Ер ҡарҙан әрселеү менән сыҡҡан һарымһаҡ ҡыяҡтарына тәмәке йәки махорка «туҙаны»н һибеп сығыу был культураларҙы һуған себененән һаҡлаясаҡ. Ваҡланған тәмәке үләне япраҡтарының үҙен генә лә, яртылаш көл ҡушып та һибергә мөмкин. ҡоротҡостарға ҡаршы уйлап табылған был ысул һуғандың бөтә төрөн дә себендәрҙән һаҡлаясаҡ.
Тупраҡ саҡ ҡына йылына башлау менән йәй көнө ашар өсөн кишер, петрушка, редис, әнис, кинза, пастернак, ҡуҙғалаҡ, борсаҡ һәм башҡа ҡуҙаҡлы йәшелсәләр сәселә. Был культураларҙы юҡҡа ғына һыуыҡҡа сыҙамлы тип билдәләмәйҙәр. Улар дымлы тупраҡтан да, ҡырауҙан да ҡурҡмай. Шулай ҙа был үҫемлектәрҙең дым яратыуын билдәләге килә − ямғырһыҙ көндәрҙә уларға күп итеп һыу һибегеҙ.
Үрсетмәләре сыныҡтырылған булһа, иртә өлгөрөүсе кәбеҫтә, сельдерей, аҡ шалҡанды ла асыҡ тупраҡҡа күсерә башларға мөмкин.
Ә тәҙрә төбөн йәмләп ултырған помидор, борос, баклажан үрсетмәләрен күсереп ултыртырға ашыҡмай тороғоҙ. Был йәшелсәләр тупраҡ 15 – 18 градусҡа тиклем йылынғансы тәҙрә төптәрендә ҡалһын. Бәләһенән – баш-аяҡ!