«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Мал көтөүе лә ойоштороусыны көтә



27.04.2012 Мал көтөүе лә ойоштороусыны көтә

Дежур телефон ҡулға эләгеү менән Әбйәлил районынан ике бала ҡараусы яңғыҙ әсә шылтыратты. Ул, сабый­ҙарҙы яңғыҙ үҫтерергә мәжбүр булған ҡатындарға ниндәй льготалар ҡаралған, тип ҡыҙыҡһына. “Илебеҙҙең төрлө өлкәләрендә йәшәгән, ошондай уҡ категорияға ҡараған кешеләргә бик ҙур ярҙам күрһәтелә, ә беҙҙә юҡ бит”, − тип аптырай ул.
Ошондай уҡ һорау менән мөрәжәғәт итеүселәр күп. Был һорауға БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының социаль түләүҙәр­ҙе билдәләү һәм тәғәйенләү бүлеге етәксеһе урынбаҫары Флүрә Арыҫланова яуап бирә: “Ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан түбән булған осраҡта яңғыҙ әсәләргә балалар пособиеһы икеләтә күләмдә түләнә. Башҡортостанда был сумма 284 һум. Бала тәрбиәләүсе яңғыҙ әсәләргә башҡа бер ниндәй ҙә матди ярҙам ҡаралмаған”.

Баймаҡ районынан бер уҡытыусы ғорурланырлыҡ эштәре тураһында һөйләргә тип йыйған телефоныбыҙ номерын. Ул эшләгән Ярат урта мәктәбендә “аҡыллы баштар” тәрбиәләү менән етди шөғөлләнәләр – унда шахмат, шашка түңәрәктәре әүҙем эшләй. Был спорт төрҙәрен район буйынса популярлаштырыуға Зилә Вилданова ҙур өлөш индерә икән. Райондағы мәктәптәр араһында шашка, шахмат буйынса ярыштар йыш ойошторола, унда уҡыусылар әүҙем ҡатнаша. Урындағы халыҡ балаларҙы был матур шөғөлгә ылыҡтырғаны өсөн етәкселәргә, түңәрәктәрҙе ойоштороусыларға рәхмәтле.
Афарин, баймаҡтар! Шахмат һәм шашка буйынса донъя чемпиондарын әҙерләргә яҙһын һеҙгә.

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан бик яғымлы ғына итеп Гөлйемеш исемле апай шылтыратты. Бөрйән районында Ямғыр ташы барлығын ишетеп ҡалған. Баҡтиһәң, ямғырһыҙ ваҡытта шул ташҡа барып, уға май һөртөргә, янында ултырып аят уҡырға кәрәк икән. Бынан һуң ямғыр яуасаҡ. Улай ғына ла түгел, ямғыр артыҡ яуа башлаһа ла, шул таш ярҙамға килә, уны һыйпаштырып, янында уҡынып тороу зарур.
“2010 йылда ҡоролоҡ булды, нишләп муллалар шул ташҡа барып, май һыламаны, аят уҡыманы икән?” − ти Гөлйемеш апай.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Шөкөр, халҡыбыҙҙа иҫтәлекле, хөрмәт менән ҡарарлыҡ урындар бар – быны бер кем дә инҡар итмәй. Әммә ниндәйҙер бер таштың ямғырҙы йә яуҙыра, йә туҡтата алыуына ышаныу – мәжүсилек. Мосолмандар бар бәрәкәтте лә Аллаһтан һорай, таштан да, ағастан да түгел. Шуға ла мулла кеүек дини кешеләрҙең ямғыр ташына табынып ултырмауы – тәбиғи. Дин тоторғамы, әллә инде башҡа нимәләргә инанырғамы икәнлеген һәр кем үҙе хәл итә, беҙ азат йәмғиәттә йәшәйбеҙ. Ләкин аҡ менән ҡараны бутап, муллаларҙан ташҡа барып аят уҡыуҙы көтөү дөрөҫ булмаҫ.

Әбйәлил районының Байым ауылында староста бик шәп кеше икән. Ғәҙел Моратов быйыл ҡыш тау эшләтеп, балаларҙы, бөтә ауыл халҡын ҡыуандырған. “Был тау тирәһендә ҡышын уйын-көлкө тынманы, балалар каникулда шул тирәнән ҡайтманы тип әйтергә була”, − ти шылтыратыусы Рәйлә Собханғолова. Бынан тыш, Ғәҙел Моратов ауылында тотош урамдар менән сығып фотоға төшөү, приздар әҙерләп, төрлө саралар ойоштороу менән дә шөғөлләнә. Әле бына ауылдағы уҡыу­сы балалар, әүҙем йәштәр менән урмандан селек йыйып алып ҡайтып, халыҡҡа һеперткеләр таратып биргәндәр. Ауылды ҡыштан һуң таҙартыу, байрамдарҙы гөл кеүек балҡып ҡаршы алыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
Байым – ҙур ауыл, бындай ауылдар­ҙа мал көтөүен ойоштороу ҙа еңелдән түгел. Староста был эште лә үҙ елкәһенә алып, сход үткәреп, көтөүселәр билдәләгән. Афарин, Ғәҙел Моратов! Бындай кешеләрҙән башҡалар ҙа өлгө алһын, ауыл сүп-сарға күмелде, бер сара ла ойошторолмай, тип илаулағансы, тотоғоҙ ҙа дилбегәне үҙ ҡулығыҙға алығыҙ.

Район үҙәгендә урынлашҡан төрлө учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең төшкө ашҡа иртә китеп, һуң килеүенә, ауылдан килгән халыҡтың уларҙы көтөп йонсоуына йәндәре көйөп шылтыратыусылар ҙа булды.
Хеҙмәт кодексы буйынса, төшкө ашҡа ярты сәғәттән алып ике сәғәткә тиклем ваҡыт бүленә. Закон хеҙмәткәрҙәрҙе сәғәт нисәлә ял итергә ебәреүҙе аныҡ ҡына билдәләмәй, быны һәр учреждение үҙе хәл итергә хоҡуҡлы. Шулай ҙа учреждениеның алтаҡтаһында төшкө аш мәле нисәлә башланып, нисәлә бөтөргә тейешлеге яҙылып ҡуйылырға тейеш. Кешеләр төшкө аш мәлендә эш урындарын ҡалдырып китә ала, сөнки был ваҡыт өсөн эш хаҡы түләнмәй.

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан Илшат Вәлишин декрет ялына киткән кеше урынына ваҡытлыса уҡытыусы булып эшләп торған һеңлеһенә матди ярҙам күрһәтеүҙән баш тартыуҙары хаҡында хәбәр итте. Һүҙ ауылға ҡайтып, уҡытыусы булып эшләгән йәштәргә билдәләнгән «подъемный»ҙар тураһында бара.
Үрҙә билдәләнгән шарттарҙа ауылға ҡайтҡан йәш белгестәргә ярҙам аҡсаһы эшкә ваҡытлыса ғына урынлашҡанда бирелмәй. Ни тиһәң дә, матди ярҙам йәштәрҙе ауылға ылыҡтырыу өсөн дә күрһәтелә, ваҡытлыса эшләгәндәр был категорияға ҡарамай.

Дежур телефон эшләүен дауам итә. Һәр ваҡыттағыса, исем-шәрифен атаған гәзит уҡыусыларыбыҙ менән аралашыуға шатбыҙ. Тағы ла бер үтенесебеҙ бар: шылтыратыр алдынан фекерегеҙҙе туплап, һорау­ҙарығыҙҙы асыҡ итеп бирһәгеҙ ине, бер-беребеҙҙең ваҡытын хөрмәт итәйек. Яҙылған хаттарҙың яҙмышы, ҡотлауҙар һәм башҡа һорауҙар буйынса редакциябыҙҙың бүлектәренә шылтыратығыҙ.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға