«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » 36 миллион кеше – бысраҡ һауала



27.04.2012 36 миллион кеше – бысраҡ һауала

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы билдәләүенсә, һауаһы бысраҡ ҡалалар ер йөҙөндәге барлыҡ ҡалалар­ҙың 50 процентын тәшкил итә.
Рәсәйҙең 36 миллион кешеһе һауаның бысраҡлығы санитар нормаларҙан ун тапҡыр артыҡ булған ҡалалар­ҙа йәшәй. Мегаполис халҡының һәр береһе йылына үпкәһенә 48 килограмм канцероген матдә һулай. Шуныһы ла билдәле: миллионлы ҡалаларҙа йәшәүсенең ғүмере ауыл кешеһенекенә ҡарағанда дүрт йылға ҡыҫҡараҡ.
Әйткәндәй, донъяла ХIХ быуатта миллион кеше көн иткән дүрт кенә ҡала булған. 1920 йылда – 25, 1960 йылда – 140, әле – 300. Беҙҙең илдә 14 миллионлы ҡала бар.

Ecologrf.ru сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға