«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Янһын әйҙә!



20.04.2012 Янһын әйҙә!

һүндереүгә лицензиям юҡ
Янһын әйҙә!
Cиноптиктар быйыл да ҡоро йәй вәғәҙә итә. Көн­дәрҙең эҫе тороуы урмандар­ҙа янғын сығыу хәүефен арттыра. Республикала тәүге урман ян­ғындары был аҙнала Бөр­йән ра­йо­нында,  Өфө­нөң Подымалово ауылы янындағы урманда теркәлде.
2010 йыл йәйҙең ҡоро килеүе һәм көслө урман янғындары менән иҫтә ҡалғайны. «ҡыҙыл әтәс» ҡайһы бер төбәктәрҙә меңәрләгән гектар урман менән бергә тотош ҡасабалар­ҙы ла юҡҡа сығарҙы. Уттан тағы ла яҡлаусыһыҙ халыҡ зыян күрҙе, ҡотҡарыу хеҙмәтенең был ғәрәсәт менән бер үҙе генә көрәшә алмауын, янғын хәүефенә беҙҙең битарафлығыбыҙҙы, үҙ именлегебеҙ өсөн яуапһыҙ ҡарашта булыуыбыҙҙы күрһәтте.
Урман янғындары миҙгеле алдынан экологтар Президент Дмитрий Мед­ведевҡа тағы ла бер ҙур етеш­һеҙлек тураһында хәбәр иткән. Сөнки хөкүмәт ағас етештереүсе, урманды һаҡлау буйынса ойошмаларға урман янғындарын һүндереү өсөн лицензиялар алыу бурысын йөкмәткән. Был тармаҡтағы 6 мең ойошманан 310 предприятие ғына рөхсәт алған, 145 заповедник һәм милли парктан 16-һының ғына лицензияһы бар. Яңы ҡарарҙы уйлап тапҡан чиновниктар фекеренсә, янғын һүндереүгә тик махсус техникаһы, махсус курс үткән персоналы булған ойошмалар ғына йәлеп ителергә тейеш. Ә урман тармағына бәйле ойошмаларҙың күбеһе был талаптарға тура килмәй. Ағас етештереүселәрҙең күбеһе өҫтәренә оло яуаплылыҡ алмаҫ өсөн лицензия алыуға күҙ йомоп ҡарай. Ә элекке талаптар буйынса урманды алыусыларҙы ла «ҡыҙыл әтәс» менән көрәшкә йәлеп итеп була ине. Рәсәй Урман хужалығы министрлығы вәкиле Владимир Дмитриев белдереүенсә, ойошмаларға бер йыл элек лицензия алырға ҡушылған. «Утҡа ҡаршы профессионалдар көрәшергә тейеш. Шуға ла беҙҙең институттар базаһында янғын һүндереүҙе дөрөҫ ойошторорға өйрәткән махсус курстар асылды. «Айырым эшмәкәрлекте лицензиялау тураһында»ғы Федераль законға ярашлы лицензия алыу мотлаҡ», – тигән фекерҙә ул.
Башҡортостанда был йәһәттән эштәр нисек тора?
Хәсән Йәһүҙин, «Шүлгән­таш» тәбиғи ҡурсаулығы директорының тәбиғәтте һаҡлау буйынса урынбаҫары:
– Башҡортостанда әле бер генә ҡурсаулыҡ, милли парк та янғын һүндереүгә рөхсәт биреүсе был документты – лицензияны алмаған. Сөнки беҙгә был хаҡта һуңлап әйттеләр. Тик апрель баштарында ғына Волга буйы федераль округының Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү идаралығына бер ҡосаҡ документ йыйып тапшырҙыҡ. ҡурсаулыҡ – тәбиғәтте һаҡлау бурысын алған дәүләт ойошмаһы. Дәүләттең дәүләт ойошмаһынан лицензия таптырыуының бер мәғәнәһен дә күрмәйем. Рөхсәт һорарға беҙ коммерция ойошмаһымы ни? Ошоғаса законһыҙ рәүештә урмандарҙы һүндереп йөрөнөкмө икән? Яңы талаптар­ға ярашлы, бер кешене янғын һүндереү буйынса уҡыттыҡ. Мин үҙем 1980 йылда бер айлыҡ курс үткәйнем. Был документым хәҙер ғәмәлдән сыҡҡан икән. Урман янғындарын һүндереүҙә 40 йылға яҡын тәжрибәм булһа, яңы материалдарҙы өйрәнһәм дә, мин был өлкәлә профессионал булмай сығам. Ә бер аҙналыҡ курс үтеүсе утты һүндереүҙә ҡатнаша ала, ул – белгес. Бына ниндәй парадокс.
Рәшит Сөнғәтуллин, «Ас­ҡын урманы» урман хужалығы предприятиеһы лесничийы:
– Беҙ БР урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге дәүләт учреждениеһының янғын һүндереүселәре булараҡ иҫәпләнәбеҙ. Уларҙың техникаһы беҙҙең урмансылыҡтарға ла беркетелгән. Һәр урмансылыҡта урман янғындарын һүндереү буйынса пландар эшләнгән һәм раҫланған. Янғындарға әҙербеҙ, яғыулыҡ-майлау материалдары запасы бар. Бөтә техника, ҡорамалдар, инвентарҙар тулы әҙерлектә. Былтыр беҙҙә бер генә урман янғыны ла теркәлмәне. Быйыл да уны булдырмаҫбыҙ, тип ышанабыҙ.

Ә был мәлдә Рәсәйҙә...

Байкал аръяғы крайында янғын хәүефенә бәйле ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Көслө ел менән ағастар өҫтөнән күсеп килгән ут фронты 16 саҡрымға һуҙылған. ҡайһы бер ҡасабалар­ға ла урмандарҙан күскән ут зыян килтергән, торлаҡ йорттар янған. Электр бағаналары янып бөтөү сәбәпле, бөгөн крайҙа 3 мең кеше утһыҙ ҡалған.
Себер биләмәһендә лә «ҡыҙыл әтәс» ҡотора. Бер тәүлектә генә 8354 гектар майҙанда 91 янғын һүндерелгән.

З. ХӘСӘНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға