«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡоротҡостарға ҡаршы “оборона”



13.04.2012 Ҡоротҡостарға ҡаршы “оборона”

ҡышын баҡсаға кешеләр түгел, ә ялмандар, сысҡандар, ҡомаҡтар хужа булып ала. Боҙолған газон, юҡҡа сығарылған тюльпандар, кимерелгән тамырҙар, ҡыуаҡлыҡтарҙы күрһәң, был кимереүсе “хужалар” күңелде төшөрә.
Әлбиттә, баҡсаны ҡоротоусы кимереүселәргә ҡаршы көрәшеү өсөн ағыулы махсус матдәләр ҡулланыуҙан да һәйбәтерәге юҡ. Әммә уларҙы һәр ваҡыт ҡулланыу мөмкин түгел, баҡсала балалар, йорт хайуандары һәм башҡалар ҙа йөрөй бит. Уларҙың нимәгә барып тотонорон күҙаллармын тимә. Шунлыҡтан, мин сыс­ҡандар­ҙы бөтөрөү өсөн ағыуҙан башҡа юлдар эҙләй башланым. Бер танышым сысҡандарға ҡаршы үҫемлектәр ултыртырға кәңәш итте. Тәүҙә бының уңышлы булыуына әллә ни ышанмаһам да, һөҙөмтәһе бик яҡшы булды. Шуға ла был ысулды гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итмәксемен.
Иң тәүҙә һәр емеш ҡыуағы төбөнә 2 – 3 төп ҡара тамыр (чернокорень) сәсеп сыҡтыҡ. ҡышҡылыҡҡа уның ботаҡтарын иҫке колготкалар менән бәйләп, иң аҫтына бөтнөк һабаҡтарын тыҡҡылап ҡуйырға кәрәк булыр. Һуғанбашлы сәскәләр, петрушка, ҡәнәфер үҫкән түтәлдәргә яҙын уҡ бөтнөк сәсәбеҙ, уның көслө, хуш еҫен кимереүселәр яратмай. ҡара тамыр бөтә баҡсаны баҫып алмаһын өсөн яҙын уның олондарын ҡырҡҡылап алырға онотмағыҙ.
Сысҡандар менән ҡомаҡтар бүре емеше ҡыуағын да яратмай. Уны өсҡат, мәрүәр ҡыуаҡлығы тип тә йөрөтәләр, урыҫса “бузина” тип атала. Был ҡыуаҡлыҡты йәшелсәләр һаҡланасаҡ баҙ тирәһендә ултыртырға була. Уның “Нана” тип аталған кәрләһе лә бар, бейеклеге бер метрҙан да артмай, даими рәүештә ҡырҡып тороуҙы ла талап итмәй.
Мәрүәр ҡыуаҡлығы һалҡынса, ҡояш төшмәгән урындарҙа һәйбәт үҫә. наҙлы түгел, шулай ҙа дымлы тупраҡта декорацияны матурларлыҡ ҡыуаҡлыҡ булып, баҡсаға йәм өҫтәп ултыра. Мәрүәрҙең бөтә өлөштәре лә кимереүселәр өсөн ашарға яраҡһыҙ. Уны үҙегеҙгә үҫтерергә лә, урмандан ҡырағайҙарын табып алып ҡайтырға ла мөмкин. Был ҡыуаҡтың ботаҡтарын төрлө аҙыҡ-түлек һаҡланған урындарға ла һалып ҡуялар.
Газонды сысҡандарҙан һаҡлау бик ауырға төшә. Бында үҫемлектәр менән генә ҡотолормон тимә. Кимереүселәрҙән ҡотолоу өсөн баҡсаны сүп-сарҙан, аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарынан таҙартыу мотлаҡ. ҡайҙа ла тәртип кәрәк. Баҡсабыҙға сысҡандарҙың тере дошмандарын – терпеләрҙе ылыҡтырҙыҡ. Бының өсөн баҡсаның ситендә улар өсөн ҡыш сығырлыҡ урын эшләнек. Был йән эйәләре беҙҙең баҡсала ғына түгел, урамда ла рәхәтләнеп йөрөһөн өсөн уның “йорто” янында ғына урамға сығырлыҡ тишек эшләргә лә онотманыҡ. Шуға ла терпе иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә үҙе теләгән ерҙә йөрөй ала. Әйткәндәй, был йәнлек бик тоғро булып сыҡты, урамға сығырға ашығып бармай, беҙҙең баҡсаны ғына ярата. Терпеләргә ябай һөт эсерәбеҙ, улар эттәр өсөн һатылған ҡоро аҙыҡтан да баш тартмай.

Гөлшат ИШБУЛАТОВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға