«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ир бәхете – тыуған ерендә



13.04.2012 Ир бәхете – тыуған ерендә

Ир бәхете – тыуған ерендә
Бала сағынан урман, тәбиғәтте яратҡан, һунарсылыҡты үҙ иткән Айбулат Оморҙаҡов хәҙер инде бер генә йорт ҡалған «Салауат» совхозы утарында 2010 йылда ер алып, йылҡы үрсетеүгә тотона. Ул ерҙә әле 12 баш йылҡы өсөн лапаҫ, бәләкәй өй, мунса эшләнгән. 1989 йылдан алып БР Һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ ассоциацияһында ағза булып торған Айбулат Вәғиз улы утарға һунарсылыҡ итергә килгән кешеләрҙең дә махсус билеттарын тикшерә. Һунарсылыҡ һағы берекмәһе менән урманда рейдтар ойоштора, оҫта егерь булараҡ, хайуан-йәнлектәрҙе сит-яттарҙан һаҡлай. Унан тыш, ҡышҡылыҡҡа хайуандарға бесән, миндек әҙерләй. Үҙ еренең ысын илһөйәре булараҡ, ул шулай уҡ сит кешеләрҙең ер алыуына юл ҡуймай. Күптән түгел хайуандарҙы махсус билет­һыҙ атҡан, урман эсендә законһыҙ өй эшләп ултыртҡан ербаҫарҙарҙы фаш итергә тура килә. Закон боҙоусыларҙың эше судҡа ебәрелә. Ошондай күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмау йәһәтенән Айбулат ағай үҙенең «Буран» ҡаргиҙәре менән урмандарҙы арҡыры-буйға йөрөп ҡарап сығырға йыбанмай. Ул Урал, Ирәндек тауҙарында һәр һуҡмаҡты, улай ғына ла түгел, тауҙарҙың исем-атамаларының тарихын яҡшы белә. Йылҡы малын үҙ иткәнлектән, ул ике йыл рәттән Буранғол ауылы халҡының йылҡы көтөүен дә көтә. Айбулат ағай бөтә яҡтан төплө аҡылы, дөрөҫ кәңәше менән ярҙам иткән һунарсылыҡ ойошмаһы етәксеһе Ғамир Билаловҡа бик рәхмәтле.
Күптән түгел Буранғолдоң хозур тәбиғәтле урмандары араһында Байым ауылы егете Айгиз Ғабдуллин «Мораҙым хан» исемле сираттағы фильмын төшөрҙө. Башҡорттоң ХIII быуаттарҙағы тормошон кәүҙәләндергән тарихи фильм бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. Унда ауылдаштары менән берлектә Айбулат ағай ҙа бик килештереп йән һаҡсыһы, ә улы Сыңғыҙ бала ролен башҡара.
Буранғол ауылының һоҡланғыс кешеләре Вәғиз ҡауый улы һәм Факиһа Рәжәп ҡыҙының алты улы ла һунарсы. Оло Оморҙаҡовтар ул-ҡыҙҙарының бер-береһенә ярҙамлашып, берҙәм булып ойошоп, матур тормош ҡороуына, бихисап ейән менән ҡыуандырыуына ихлас шатлана, улар менән ғорурлана.
Айбулат Оморҙаҡов киләсәктә туризмды үҫ­тереү маҡсатында үҙ эшен асырға ниәтләй. Әле төҙөлөш эштәре менән булышҡан һунарсының пландары ҙур. Ул һунарсылыҡты яйға һалырға, йылҡы үрсетеп, ҡымыҙ бешергә, йәйен-ҡышын ял итергә килеүселәр өсөн мөмкинлектәр тыуҙырырға ниәтләй. Был йәһәттән район етәкселеге лә Айбулат ағайҙың теләген хуплаған.
Тырыш, эшһөйәр, һабантуйҙарҙа бил бирмәҫ оҫта көрәшсе, сәләмәт тормош алып барған ысын башҡорт егете Айбулат Вәғиз улының ҡулынан бөтә эш килә. Таһыллы ҡулдары менән эшләгән сынъяһау донъяһы ла Буранғол ауылының күрке. Улар ҡатыны Фәүзиә Нуриман ҡыҙы менән ике ҡыҙ, бер ул үҫтергән. Алдына ҡуйған маҡсатынан һис сигенә белмәгән, күңелендә ятҡан эшен булдырыуға бөтә көсөн, һәләтен һалған уҙамандың хыялдары тормошҡа ашыр, тип ышанғы килә.

Зөлфиә ЗАҺИТОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға