13.04.2012 УТТАН ҠАЛА, ҺЫУҘАН ҠАЛМАЙ
Ололарҙан, Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, тигәнде ишеткән бар. Шулай ҙа был һүҙҙәр менән тулыһынса килешеп булмай. Янғындарҙы һүндереү сараларын нисек тә булһа табырға мөмкин, ә бына ташҡынды туҡтатып ҡара! Һыу тулҡындарын еңерлек көс юҡ. Шуға ла яҙғы ташҡындарға әҙерлек иртә башлана, белгестәр ярҙарынан сығасаҡ йылға-күлдәр менән бәйле проблемаларҙы алдан күҙалларға тырыша.
Быйыл ташҡын әллә ни көслө булмаясаҡ, хатта, һыу бер нисә йыл күҙәтеүҙәрҙән һуң билдәләнгән күләмдән түбәнерәк тә билдәләнәсәк, тип фараз ителде. Ағиҙел, Өфө кеүек йылғалар, ысынлап та, бөгөнгө көнгә тиклем уртаса кимәлдән артманы, уларҙағы боҙ ҙа ваҡытында ҡуҙғалды. Тик шулай ҙа республика халҡын көтөлмәгән хәл аптырашта ҡалдырҙы − төрлө райондарҙағы ваҡ йылғалар − ярҙарынан сыҡты.
Мәҫәлән, ошо шишәмбе төнөндә Йәрмәкәй районы үҙәген һыу баҫа башлаған. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, Рә йылғаһы ҡапыл ғына 2 – 3 метрға күтәрелеп, тәүҙә ауылдың бер урамын “атакалаған”. Һөҙөмтәлә 70 йорт һыу аҫтында ҡалған. Шундуҡ 114 кеше эвакуацияланған. Шөкөр, ташҡында һәләк булыусылар һәм яраланыусылар юҡ. Ауыл халҡы ихлас инде – бәләгә ҡалыусыларҙы туғандары, таныштары ваҡытлыса үҙҙәренә йәшәп торорға алған. Шуға ла йорто һыу аҫтында ҡалғанлыҡтан төн сығырға урын таба алмағандар теркәлмәгән. Ярай әле һыу аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы булған зоналарҙа социаль әһәмиәткә эйә биналар юҡ. Шулай уҡ хәүеф тыуҙыра алған объекттар ҙа билдәләнмәгән.
ҡотҡарыусылар һәм урындағы халыҡ бик өмөтләнһә лә, шишәмбе кисенә табан Рә йылғаһының һыуы ҡайтмаған. Етмәһә, Йәрмәкәй районының Исламбахты һәм Рәтамаҡ ауылдарын да баҫып алған. Рә йылғаһының исеме бик ҡыҫҡа ғына булһа ла, үҙе бик ҡеүәтле икән − ул бөтәһе 375 йортто һыу аҫтында ҡалдырған. Йәрмәкәй районының Рәтамаҡ ауылы ташҡындан ҙур зыян күргән. Уның урамдарынан шаулап-гөрләп тау йылғалары аға, һыу бер ҙә кәмемәҫ кеүек булғанлыҡтан, урындағы халыҡ ҡурҡа төшкән.
Йәрмәкәй районы үҙәгендә 320 кеше йәшәгән 170 йорт һыу аҫтында ҡалған. Тәбиғәт ҡазаһына тарыусыларҙы урындағы “Әкиәт” балалар баҡсаһы ҡабул итергә әҙер. Тик шулай ҙа был учреждениеға барырға теләүселәр юҡ.
Исламбахты ауылы халҡының хәле яҡшыраҡ – 81 йортто һыу баҫҡан, әммә унда һыуҙың бейеклеге әллә ни юғары түгел. Шунлыҡтан был ауыл халҡы эвакуацияланмаған, һәр кем үҙ йортонда ҡалған. Шулай ҙа кешеләр төрлө ваҡиғаларға әҙер булып йәшәй, һәр кемдең тәүге кәрәк-яраҡ һалынған төйөнсөктәре төйнәлгән тип әйтергә кәрәк.
ҡайһы бер кешеләр хәүефле зонала йәшәһә лә, йорттарын ташлап китергә теләмәй. Был аңлашыла – мал-тыуарҙы, йорт-ҡаралтыны ташлап китеүе ауыр. Намыҫһыҙ кешеләр, башҡаларҙың бәләһенән файҙаланып, өйҙәренә төшөргә лә күп һорап тормай шул.
Дөйөм алғанда, Йәрмәкәйҙә ҡотҡарыусылар бөтәһе 181 кешене ҡоро урынға сығарған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Рә йылғаһы бер аҙ тынысланып, кәмей башлаған.
Стәрле һәм Мәләкәҫ йылғалары ярҙарынан сығыу сәбәпле, Дыуан һәм Стәрлебаш райондарында ла 70-тән ашыу кеше хәүеф аҫтында ҡалған. Уларҙың барыһын да эвакуациялағандар. Был кешеләр ҙә ваҡытлыса күрше-тирә ауылдарҙағы туғандарында йәшәй.
Бынан тыш, 10 апрелдә Миәкә районында Мәнәүеҙ йылғаһы ташып, Мәнәүеҙтамаҡ ауылындағы йорттар һыу аҫтында ҡалған. Ташҡын стихияһы арҡаһында 69 йорт зарар күргән. Был йорттарҙа 134 кеше йәшәй, шуларҙың 25-е − балалар. Мәнәүеҙтамаҡ ауылы халҡын да ваҡытында һыуһыҙ урынға сығарғандар, шуға ла ташҡында һәләк булыусылар, йә булмаһа, яраланыусылар юҡ.
Райондарҙа ла, бөтә ҡалаларҙа ла ташҡынға ҡаршы комиссия эшләй. ҡотҡарыусылар халыҡҡа тәүлек әйләнәһенә ярҙамға килергә әҙер.
Дөйөм алғанда, республиканың туғыҙ районында 16 ауыл һыу аҫтында ҡалған.
ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, бәләкәй йылғаларҙа ташҡындың нисек буласағын фаразлау ҡыйыныраҡ. Әле республиканың бөтә йылға-күлдәре лә ташып һәм кире ҡайтып, боҙҙан әрселеп бөтмәгән. Тау йылғасыҡтары ла халыҡҡа хәүеф тыуҙырырлыҡ. Шуға ла РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан бирелгән кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ:
Кеше 7 – 8 градуслыҡ һыуҙа 3 – 4 сәғәт тора ала. Был уның сәләмәтлегенә зыян килтермәй. Һыуҙың йылылығы 3 – 4 градус булһа, унда 1,5 – 2 сәғәт ҡалырға мөмкин. Иң мөһиме – сәбәләнмәҫкә.
ҡапыл һыуға барып төшкән осраҡта, берәй нәмәгә тотонорға тырышып, киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ. 30 – 40 минут үткәс, кеше һалҡын һыуға ла өйрәнә башлай. Уны эске йылыһы һаҡлай.
Һыуҙа эске кейемде, бирсәткә, башлығығыҙҙы һалмағыҙ. Һәр кем белергә тейеш: тән йылыһының 40 – 60 проценты баш аша сыға. Шуға ла, башлыҡ еүешләнгән хәлдә лә, уны һалмаҫҡа кәрәк.
Һыуға эләккәс, тиҙ генә тынысланып, тирә-яҡты өйрәнегеҙ. Нимә яҡшыраҡ – һалҡын һыуҙа барлы-юҡлы көстө туплап ярға табан йөҙөргәме, боҙ киҫәгенә үрмәләп менеп булһа ла ярҙам көтөргәме?
Әгәр ярға үҙегеҙ сығырға ҡарар итһәгеҙ, бер ниндәй ҙә киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ, даими рәүештә аяҡ һәм ҡулығыҙға массаж эшләп торорға онотмағыҙ.
Сите осло булған боҙҙарҙан һаҡланығыҙ.
Һалҡын һыу ҡандың ойошоу процесын түбәнәйтә, шунлыҡтан тәндә булған яралар туҡтамай ҡанай башлай. Йыш ҡына һалҡын һыу эсендә ҡалған кешеләр һыуыҡтан түгел, күп ҡан юғалтыуҙан һәләк була.
Әгәр боҙға йәки берәй таҡтаға менеп ултырҙығыҙ, йә булмаһа, ярға йөҙөп барып еттегеҙ икән, тиҙ үк эске кейемдәрҙе һалып, һыуын һығығыҙ ҙа, шуның менән һөртөнөгөҙ. Кейемдәрҙе тағы ла бер тапҡыр һыҡҡандан һуң ғына кейегеҙ. Йоҡламаҫҡа! Әгәр ҡалтырана башлаһағыҙ, бик шәп, тимәк, организм үҙен йылыта.
Берәйһен һыуҙан тартып сығарған хәлдә, уға спиртлы эсемлектәр бирә күрмәгеҙ – был кешене һәләк итеүе ихтимал. Тәү сиратта кешегә ҡоро кейем кейҙерәләр һәм аяҡ-ҡулдарына массаж эшләйҙәр. Тәнде спирт менән ышҡыуҙың да әллә ни файҙаһы юҡ.
Башҡортостанда ташҡын ваҡытында Ағиҙел, Өфө, ҡариҙел, Дим, Ашҡаҙар, Йүрүҙән, Һаҡмар йылғалары ҙур хәүеф тыуҙыра. Әммә, күренеүенсә, бәләкәй йылғалар ҙа бәләгә тарыта ала. Күп йыллыҡ тикшереүҙәр буйынса, республикала йылғалар 8 апрелдә асыла башлай һәм 19 апрелдә асылып бөтә. Быйыл яҙ ҡапыл килде тип әйтергә лә була. ҡояш ҡыҙҙыра ғына! Май айы баштарына тиклем йылға-күлдәр буйында айырыуса һаҡ булығыҙ.
Л. СИРАЕВА.