«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йыл һайын мутлыҡ өсөн 30 000 эшҡыуар төрмәгә эләгә



13.04.2012 Йыл һайын мутлыҡ өсөн 30 000 эшҡыуар төрмәгә эләгә

Президент Дмитрий Медведев илдең Енәйәт кодексында бизнес өсөн иң ҡурҡыныс 159-сы статьяны – «мутлашыу»ҙы либералләштереүҙе хупланы. Әлеге статья буйынса йыл һайын Рәсәйҙә 30 меңдән ашыу эшҡыуар хөкөм ителә. Ә РФ Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, иҡтисади состав буйынса 120 меңләп кеше төрмәлә ултыра. «Әгәр, ысынлап та, шулай булһа, был – һәләкәт, – тигән Президент. – Бында бит һүҙ илдә эшҡыуарлыҡтың бәҫен ебәреүсе һандар хаҡында бара».

Полит.ру сайты мәғлүмәттәре буйынса
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға