«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хаҡты йүгәнләүсене ҡайҙан табырға?



13.04.2012 Хаҡты йүгәнләүсене ҡайҙан табырға?

Хаҡты йүгәнләүсене ҡайҙан табырға?
Яҙ етте, гормондар уйнай башланы, тип шаярта йәштәр ошо миҙгел башланыуға. Эйе, йәштәр үҙ хәлен белә торғандыр инде. Уйнай тигәндән, беҙҙең йәшәйеш, бер ҡараһаң, үҙе уйын кеүек ул. Иң мөһиме, нисек уйнайбыҙ – йәшәйбеҙ бит әле: ҡағиҙәләр буйынсамы, бөтәһенә лә ҡаршымы? Мейене эшләтеберәк «уйнаһаҡ», ролебеҙ трагикка әйләнә, битараф ҡалһаҡ, беҙ – кәмитселәр. Шәхсән үҙемә килгәндә, трагикомикмындыр. Һөнәрем дә әҙерәк шуға этәрә – ҡайһы саҡта үкереп иларлыҡ хәлде лә асылда халыҡҡа ауыҙ йырырлыҡ итеп күрһәтергә кәрәк. Ысынында «шаршамбы» булһа ла, «үрҙән» гелән «йома, йома» тип ҡысҡырғанды ишетеп, әй, булһын әйҙә «йома», тип уйлап йөрөү кәмит уйынсыһына әйләндерә. «Шаршамбы» икәнде, бар, иҫбатла.

Бензиндың литры 50 һумға ла етер…

Һүҙем, ғөмүмән, уйын хаҡында түгел ине. Хаҡтарҙың етеҙ темптар менән үргә йүгерекләүенә байҡау яһарға ҡушылғайны. Кемдер был өлкәлә лә уйнай бит. Бында мин уйынсыларҙы шартлы рәүештә «Халыҡ» һәм «Билдәһеҙ» командаларына бүлер инем. Әлегә, нисәмә «турнир»ҙан һуң да иҫәп халыҡ «файҙаһы»на – нуль.
Ә, ысынлап та, хаҡтар ниңә үҫә һуң? Билдәле инде – аҡса күп булғандан түгел. Киреһенсә, беҙҙә аҡса етмәй.
Бына ошо көндәрҙә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт йәнә лә бензинға хаҡ артыуы тураһында фаразын еткерҙе. Хатта ул инфляцияны ла «аша атлап» ҡына китәсәк, имеш. Әлеге хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Анатолий Голомолзин тап шулай тип өркөтә.
Нефть эҙләүселәр төпкөл райондарға китте. Уларҙы заманса техника менән йыһазландырыу мотлаҡ. Быны нефть сығарыусы, эшкәртеүсе предприятиелар ҙа талап итә, йәғни «ҡара алтын» табыу ҡиммәтләнә. ҡиммәткә төшкән технологиялар иһә ҡулланыусыларға арзан тауар булып барып етмәй инде. Нишләйһең, нефтте көрәк менән генә ҡаҙып алып булмай. Шулай ҙа хаҡтарҙы бер аҙ булһа ла көйләп тороу яғын ҡарайҙар. Голомолзин әфәнде әйтеүенсә, тик Рәсәйҙә бензинға хаҡты бер тирәлә тотор өсөн 2015 йылдан да алда ҡулай шарттар булмаҫтыр. Әлегә түҙергә, нефть эшкәртеү заводтары ҡеүәттәренең яңыртыла башлауына, кеҫәнән йоҙроҡ күрһәтеп булһа ла, хуплап ҡарарға тура килә.
ҡасан ғына, бензиндың бер литры 30 һум булырмы икән, тип ҡурҡыңҡырап йөрөүебеҙ яҡын арала тормошҡа ашасаҡ. Белгестәр күҙаллауынса, көтөргә күп ҡалманы. Илдең көнсығышында ул (ҡиммәт хаҡ) күптән иркенләп ҡулланыла. Читала, мәҫәлән, бензиндың литры уртаса 30 һум булһа, Якустк, Петропавловск-Камчатскийҙа – 33, Анадырҙа – 40 һумдан ашыу. Дизель яғыулығы ла Аи – 95-тең хаҡына тиңләшәсәк.
Күҙаллауҙар буйынса, шулай итеп, автомобиль яғыулығына хаҡ яҡынса 14 процентҡа арта.
Шуныһын хәтер ебегеҙгә төйнәп ҡуйығыҙ – бензинға хаҡ артты, тигәс тә, машиналы кешеләргә генә иларға, тип ҡыуанып ҡуймағыҙ. Был артыу үҙе менән бергә аҙыҡ-түлеккә лә, юл йөрөүгә лә, хатта кейем-һалымға ла хаҡтарҙы күтәрәсәк.
Һалым системаһы ла хаҡ күтәрелеүгә сәбәпсе булып тора. Дәүләттең нефть тармағына һалым һалыуҙы күтәрмәй сараһы юҡ, сөнки беҙҙә бюджеттың арыу ғына өлөшө тап нефть һәм газ һатыуҙан килә. Нефтселәр, үҙ сиратында, һалым менән риза булмай, үсте һатып алыусыларҙан ала. Дәүләт йә монополияға ҡаршы хеҙмәт белеп ҡалып, эште бер аҙ яйлағансы, ваҡыт үтә. Әммә хаҡтар ниндәй­ҙер бер арауыҡҡа «урынында» ҡала.

Илдәге бәләләр

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев үҙенең бер сығышында илебеҙҙәге ике бәләгә – ‒ «алйоттар менән юлдар»ға ришүәтселекте лә өҫтәгәйне. Быға ышаныслы рәүештә йәнә лә бер бәләне – торлаҡты, дөрөҫөрәге, торлаҡһыҙлыҡты өҫтәргә була. Рәсәйҙә нисә кеше йортһоҙҙор, уныһын әйтә алмайым, мәгәр был проблема оҙаҡ йылдарға етәсәк әле.
Үҙебеҙҙең Өфөнө генә алғанда ла, ул илдә күп фатирлы йорттарға хаҡ артыуы буйынса Рәсәйҙә беренсе урынға сыҡҡан. Тәүге өс айҙа бер квадрат метрҙың хаҡы 6,4 процентҡа күтәрелеп, 51,7 мең һумға еткән. Бер күсемһеҙ милек агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, мартта ғына әҙер торлаҡҡа хаҡ 2,1 процентҡа артҡан. ҡағиҙә булараҡ, иң ҡиммәт фатир – ҡала үҙәгендә, квадрат метры хаҡы уртаса 65 мең һумға барып баҫа. Октябрь проспектында иһә – 56 мең 250 һумға, «Йәшел сауҡалыҡ»та 55 мең 850 һумға һатыла. Сипайлово биҫтәһендә торлаҡтың бер квадрат метры 51 мең 920 һум булһа, Затон, Шаҡша кеүектәрҙә иң арзаны – 41 мең 700 һумдан алып.
Был тәңгәлдә хатта хыялланырға ла ҡурҡыта. Шул бер һорау күңел төбөндә йөрөй: беҙҙең быуындың ғәйебе нимәлә, ни өсөн быға тиклем сиратта тороп бушлай фатир алдылар ҙа, үткән быуаттың 70-се йылдарынан һуң тыуған граждан һатып алырға тейеш? Ә бит етәкселәрҙең отчеттарына, һөйләүҙәренә ҡарағанда ил байый ҙа баһа! Етмәһә, йыл һайын нисәмә меңәрләп квадрат метр торлаҡ төҙөп файҙаланыуға тапшырыла. Кем ала һуң уларҙы? Бер квадрат метры 40 – 50 мең һумлыҡ фатирҙы алыу өсөн хеҙмәт хаҡы күпме булырға тейеш һуң?

Уртаса эш хаҡы нисә һум?

Яңыраҡ, Башҡортостан буйынса уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 18 371 һумға етте, тип иғлан ителде. Шул уҡ ваҡытта беҙ уртаса ил күрһәткесенән 22 процентҡа ҡалышабыҙ. Волга буйы федераль округында ла бишенсе урында торабыҙ. Эшкә яраҡлылар өсөн йәшәү минимумы – 5781 һум.
Үрҙә яҙған 18 371 һум нисек иҫәпләнде икән ул? Мәҫәлән, ауыл тирәһендә бындай аҡсаны бер айҙа түгел, ә ике-өс айҙа саҡ эшләйҙәр. Республиканың бәләкәй бер ҡалаһында йәшәүсе туғанымдың эш хаҡы һигеҙ мең һумға ла тулмай, Өфөләге күршемдеке 10 мең һум. Үҙебеҙҙең журналистарға килгәндә, ай буйына телеңде арҡыры тешләп йүгерекләп, унда сабып, бында сабып, көнө буйына компьютер артында ултырып яҙып, йәнә премия була ҡалһа ғына 12 – 13 меңгә тултыраһыңмы, юҡмы әле. Бер уйлаһаң, тап беҙ халыҡтың проблемаларын хәл итергә булышлыҡ итергә тырышабыҙ, етәкселектең һәр фарманын халыҡҡа еткерәбеҙ, ғөмүмән, журналистар, минеңсә, власть менән халыҡ араһында урталыҡта тороусы бер төркөм. Ә эште баһалауға килгәндә… Юҡ, алмайбыҙ беҙ ул уртаса 18 мең һумды!
Үрҙәрәк яҙған бер квадрат метры 50 мең һумлыҡ фатирҙа ла ғүмерҙә лә йәшәй алмаясаҡбыҙ.
Республикабыҙ Президенты өлкән гәзиттәрҙең баш мөхәррирҙәре менән бынан ике йыл элек осрашҡанында, журналистарҙың эш хаҡы 25 мең һумдан кәм булмаҫҡа тейеш, тигәйне…

Әйткәндәй
Йортһоҙ-ерһеҙ булғанлыҡтан, Өфөлә пропискаһыҙ ғына йәшәп, эшләүселәр бихисап. Үҙем дә ошо иҫәптә булғас, бер көн алдыма баш ҡалала теркәлеү проблемаһы килеп баҫты. «Прописка эшләтеү хәҙер 35 мең һумға етте», – тинеләр миңә. Ситтән килеүселәргә хәҙер хатта ятаҡ мәсьә­ләһе лә хәл ителмәгәс, туранан-тура ришүәтселеккә этәреү бит был. Ә хаҡтар үҫә, торлаҡ ҡиммәтләнә, эш хаҡы үҫеше иһә гөбөргәйел тиҙлегенә лә етмәй.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға