«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ғәҙеллек өсөн «көрәшкән»



10.04.2012 Ғәҙеллек өсөн «көрәшкән»

Ишембай ҡалаһындағы бер ойошма бинаһы алдында хәтәр күренеш була.
Көпә-көндөҙ егерме йәштәр­ҙәге егет шунда торған автомобилде дөмбәҫләй башлай, шунан капотына менеп, ырғып-ырғып ала. Машинаның сигнализацияһы тауышын ишетеп, уның хужаһы – ойошманың етәксеһе сығып, хулиганды туҡтатмаҡсы була. Әммә уныһы тынысланмай, хужаһының күҙе алдында машинаның дүрт тәгәрмәсен дә тишә.
Асыҡланыуынса, ул әсәһе өсөн үс алған. Ойошма етәксеһе йыш ҡына хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләп еткермәгән. Көн һайын әсәһенең зарын тыңлаған егет был ғәҙелһеҙлекте үҙенсә хәл итмәксе булған. Әйткәндәй, ул пси­хиатр­ҙа иҫәптә тора. Хәҙер әсә менән улға килтерелгән матди зыянды ҡапларға тура киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға