«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ниңә осоп китә лә… ҡолап төшә самолеттар?



03.04.2012 Ниңә осоп китә лә… ҡолап төшә самолеттар?

Ниңә осоп китә лә… ҡолап төшә самолеттар?
Был аҙна, исмаһам, яҡшы яңылыҡтарҙан башланһын, тип өмөтләнеү юҡҡа сыҡты тиерлек. Иртә менән, йәғни Мәскәү ваҡыты менән 05.50 сәғәттә, Төмән – Сорғот рейсы самолеты ҡоланы, тигән хәбәр ишетелде. Бортта 43 кеше (39 пассажир һәм дүрт экипаж ағзаһы) булған. 11 кеше ҡотҡарылған, 32 кешенең үлеме раҫланған.

Һәләкәт урыны – Төмәндең «Рощино» аэропортынан 35 – 40 саҡрымда ғына.
UTair авиакомпанияһына ҡараған АТR−72 самолеты ҡолаған ваҡытта емерелгән һәм янып киткән. Уның менән бәйләнеш осоп киткәс тә юғалған – самолет радар экранынан юғал­ған, экипаж да диспетчерға яуап бирмәгән. АТR−72-нән һуң һауаға күтәрелеүсе икенсе самолеттан алынған мәғлүмәт буйынса, һәләкәт аэропортҡа бик яҡын урында ғына булған.
Әле дәүләт-ара авиация комитеты, комиссия төҙөп, һәләкәтте тикшерергә йыйына, белгестәр тиҙ арала фажиғә урынына киләсәк, бөгөн самолеттың техник документацияһын тикшереү башлана. РФ Енәйәт кодексының 263-сө статьяһы (һауа транспортын эксплуатациялағанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу) буйынса енәйәт эше асылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы «ҡыҙыу линия» эшләтеп ебәргән… ҡыҫҡаһы, һәр һәләкәттән һуң була торған ғауға, сыр-сыу һәм башҡа шундай йүгерекләүҙәр башланып китте.
Аварияның сәбәбе нимәлә? Самолет ҡасан боҙолған? Ниңә уның боҙолоу мөмкинлеге осор­ҙан алда нығыраҡ тикшерелмәгән? Һорауҙар күп. Хәҙер бер килке барлыҡ самолеттар ҙа ентекле тикшерелеп осорола башлаясаҡ та, тора-бара ҡул һелтәйәсәктәрме?

Әйткәндәй

Самолет ҡуҙғалып китеү менән булған авария осраҡтары бер бөгөн генә түгел. Һуңғы йылдарҙы ғына алһаҡ та, байтаҡ ваҡиға күҙ алдына баҫа. Мәҫәлән, үткән йылдың июлендә Екатеринбургтан Минеральные Воды ҡалаһына барыусы Ту – 154 116 пассажир менән һауаға күтәрелеүгә двигателдең төҙөк булмауы асыҡлана. ҡала өҫтөндә өйрөлөп йөрөп, яғыулығын бөтөргәс, самолетҡа ергә кире төшөргә тура килә.
Ошо уҡ айҙа Барнаул – Норильск рейсы самолеты ла (шулай уҡ Ту −154) двигателе эштән сығыу һөҙөмтәһендә Абаканда авария «ултырышы» яһарға мәжбүр була. Йәнә лә июлдә Томск − Сорғот самолетында янғын сығып, һауа транспорты емерелә, ете кеше һәләк була, унан бер нисә көн алда ғына Мәскәү − Махачкала йүнәлеше буйынса осоусы Ту − 154 самолеты, двигателе боҙолоп, авария хәлендә тәғәйен урынына саҡ килеп етә. Шул уҡ йылдың сентябрендә "ИрАэро" авиакомпанияһының SRG − 200 самолеты Иркутск – Омск – Ростов йүнәлеше буйынса ҡуҙғалып ҡына киткәндең унынсы минутында, двигателе ҡыҙып, авария хәленә ҡала. Ярай әле ергә төшөп өлгөрәләр. Һанай китһәң, бындай осраҡтар аҙым һайын тиерлек.
Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға