«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Коммерция сере, ҡараңғы урам, пенсия…



23.03.2012 Коммерция сере, ҡараңғы урам, пенсия…

Был аҙнала ла дежур телефонға байтаҡ шылтыратыу ҡабул иттек. Күберәк аһ-зар тыңларға тура килде, социаль өлкәгә (бигерәк тә опекунлыҡ буйынса пособие билдәләү, уның күләме) ҡағылышлы һорауҙар күп булды. Уларҙы төрлө министрлыҡтарға еткерәбеҙ, әммә граждандың туранан-тура шәхси мөрәжәғәте, документы булмау сәбәпле, аныҡ яуап бирә алмайҙар. Был осраҡта хәл-ваҡиғаға асыҡлыҡ индереү өсөн үҙегеҙҙең район-ҡалалағы идаралыҡ-бүлексәгә барыу яҡшыраҡ булыр.

Гәзит уҡыусы
...хәүефләнә

Ғафури районынан бер ханым хәүефләнеп шылтыратты: “Беҙҙең ихата эсенән юғары вольтлы линия үтә. Был законлымы? Буран, ел-ямғыр ваҡытында сымдар ныҡ һелкенә. Беҙгә ҡурҡыныс…”
Һорауҙы Ғафури районын хеҙмәтләндереүсе “БашРЭС − Стәрлетамаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ишем­бай электр бүлеү селтәре ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренә бирҙек. Шылтыратыусы исем-фамилияһын, адресын әйтергә теләмәү сәбәпле, һорауға тулы яуап ала алманыҡ. Белгестәр Ишембай ҡалаһы, Блюхер урамы, 19 aдресы буйынса ойошма начальнигы Туманов Алексей Сергеевич исеменә хат яҙыр­ға кәңәш итте. Унда проблемағыҙҙы тулыһынса һүрәтләгеҙ, ошо ер биләмәһенә хоҡуғығыҙ булыу-булмауын күрһәтергә онотмағыҙ.
...һорау бирә

Баймаҡ районының Темәс ауылынан Хәлиҙә ТАҺИРОВА, икенсе төркөм инвалидына фатир бирелергә тейешме, тип һораны.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре әйтеүенсә, айырым категорияға ҡараған граждандарға сираттан тыш фатир бирелә. Аныҡ яуап алыр өсөн урындағы идаралыҡҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш иттеләр.

Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ ЗИЛФАНОВА, ауыл мәктәбендә башҡорт теле уҡы­тыу­сыһы булып эшләйем, әммә йәшәү урыным ҡалала, ауыл уҡытыусыларына ҡаралған торлаҡ-коммуналь хеҙмәте өсөн льгота миңә лә тейешме, тип һорашты.
Мәғариф өлкәһендә эшләүсе юрист Басир Яхин әйтеүенсә, бындай льгота тик ауыл ерендә йәшәүсе уҡытыусыларға ғына ҡағыла. Гөлназдың йәшәү урыны ҡалала булғас, уға льгота юҡ.

ҡырмыҫҡалы районынан Илдар чечен һуғышында аяғын юғалтҡан. Ул хәҙер өсөнсө төркөм инвалиды. “Инвалидлыҡтың төркөмөн үҙгәртеп булмаймы икән?” − тигән һорауына Башҡортостан Республикаһы буйынса Медик-социаль экспертизаһының баш бюроһы табибы Людмила Кулакова: “Үҙгәртергә нигеҙ юҡ. Ошо категорияға ҡараған граждандарға өсөнсө төркөм бирелә”, − тине.

…тәҡдим итә

Белорет районынан Айгөл БАЙНАЗАРОВА тәбиғәтте һаҡлау эшен йәйелдерергә кәрәклеген билдәләне.
“Көндәр йылына башлау менән беҙҙең районға туристар килә башлай. Эйе, тәбиғәтебеҙ иҫ киткес матур, ял итеү урындары ла етерлек, шуға күрә ул күптәрҙе ымһындыра. Әммә туристарҙан һуң күҙ көйөгө булып бик күп сүп-сар ҡала. Бының өсөн уларға яза ла биреп булмай. Сөнки нәҡ шул урында кемдәр ял иткәнен дәлилләп булмай бит. Шуға күрә туристарҙы теркәү базаһын булдырырға кәрәк. Ул саҡта тәбиғәтебеҙҙе бысратыусылар ҙа кәмер ине”, − тигән тәҡдимен индер­ҙе. Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында Айгөлгә теләктәшлек күрһәтеүселәр, моғайын, табылыр.

…аптырай

Әбйәлил районының Аһылай ауылынан Клара ҒАЙСИНА:
− Беҙҙең ауыл яҡынса йөҙ өйҙән тора. Һәр кемдең тын алышы, көнитмеше күҙ алдында. Шулай ҙа әҙәп тигән төшөнсә хаҡында онотор­ға ярамайҙыр. Беҙҙә өс магазин бар, ауылда әйбер “яҙҙырып” алыу − ғәҙәти күренеш. Ләкин кемдең, ҡасан, күпме, нимә һатып алғаны бар халыҡҡа белдерелергә тейеш түгелдер бит. Һатыусылар араһында “коммерция сере” тигән төшөнсә лә бар. Ауылда медпункт эшләй. ҡасандыр Гиппократ анты биргән медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри вәғәҙәләренә тоғролоҡ һаҡламай. Кемдер сирләп китһә, шул яңылыҡ бар ауылды урап сыға. Ә бына почта хеҙмәтенә килгәндә, рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Почтальоныбыҙ Зөлфиә Асҡарова үҙ эшен урын-еренә еткереп башҡара. Гәзитһеҙ ҡалғаныбыҙ юҡ, электр уты һ.б. өсөн артыҡ мәшәҡәтһеҙ түләйбеҙ.
Исламда ғәйбәт һөйләү, һүҙ йөрөтөү мосолман ҡәрҙәшеңдең итен ашауға тиңләнә. Шылтыратыусы урынлы мәсьәлә күтәрә. Үкенескә күрә, халыҡ араһында ошондай яман ғәҙәт йәшәй.

…зарлана

Кушнаренко районының Илек ауылынан бер ағай, урамда ут юҡ, тип зарланды.
Ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәсимә Ғәләүетдинова менән бәйләнешкә индек. Ул әйтеүенсә, был проблема хәл ителеү өҫтөндә. Күптән түгел БашРЭС ойошмаһына хат ебәргәндәр. Ыңғай яуап килгәс тә, урамдарҙа ут үткәреү эше башланасаҡ, тип хәбәр итте. Яҡын арала Илек ауылы халҡы яҡты урамдар­ҙан йөрөр, тип өмөтләнәйек.

Баймаҡ районының ҡаратал ауылынан Илсун НУРЛЫҒАЯНОВ ваучерҙарҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды. Шунан почтаның яҡшылап эшләмәүен һөйләне. Баҡтиһәң, ауылда почтальон юҡ икән. Гәзит-журналдарҙы күрше ҡуянтау ауылынан килеп тараталар.
“Ваучерҙарға әллә ниндәй өмөттәр бағлағайныҡ. Гел генә алданып ҡалмаҫҡа ине. Ауыл бөтә, мәктәптәр кәмей. Донъя ҡайҙа тәгәрәй?”− тип күңелһеҙ генә һүҙен тамамланы гәзит уҡыусы.

Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылынан Данил ХАРИСОВ ауыл проблемалары менән уртаҡлашты. Ул юлдың насарлығына, ауылға һаман газ үтмәүенә зарланды. “Ярлыҡаптан ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауылдарға газ үткән, ә беҙҙә − юҡ. Һаман да халыҡты вәғәҙәләр менән “туйҙыралар”, − тине ул.
Беҙ Әбйәлил ра­йо­ны хакимиәтенең дөйөм бүлеге белгестәре менән бәйләнешкә индек. Улар, Данил Харисов беҙгә килһен, һорауҙарына яуап бирербеҙ, көтәбеҙ, тине.

…үпкәһен белдерә

Ауырғазы районының Үтәймулла ауылынан Вазифа апай “Юлдаш” каналында барған уйында отолоуына ҡарата үпкәһен белдерҙе: “Яуапты иң алда мин әйткәйнем бит. Алып барыусы “юҡ” тине лә ҡуйҙы…” Күңелен бушатҡас, Вазифа апай, тынысланып, трубканы һалып ҡуйҙы.

…белешә

Әбйәлил районынан 58 йәшлек ир кеше: “Ауыл хужалығы предприятиеһы тарҡалыу сәбәпле, эшһеҙ тороп ҡалдым. Эшкә урынлашам тиһәм, пенсия алды йәшендәге кеше кәрәкмәй, тиҙәр. Миңә Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә иҫәпкә торорға кәңәш иттеләр. “Ул саҡта һине 58 йәшеңдән үк пенсияға сығаралар”, − тинеләр. Был дөрөҫмө?” − тип һораны.
Өфө ҡалаһының Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры Николай Окунев мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе: “Әгәр ҙә хеҙмәткәр эштән ҡыҫҡартылһа йәки предприятие юҡҡа сығарылһа, пенсия алды йәшендәге кеше алдан хаҡлы ялға сыға ала. Мөрәжәғәт итеүсегә иң тәүҙә үҙ районындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә иҫәпкә торорға кәңәш итәм. Шунан справка алғас, Пенсия фонды бүлегенә пенсияға сығыу тураһында ғариза яҙһын, документтарын теүәлләһен”.

…хат яҙа

Һорауын беҙгә хат менән ебәреүсе Рәйфә СИТДИҡОВАға үҙ төбәгендәге Пенсия фонды бүлегенә барыу яҡшыраҡ булыр. Сөнки ундағы мәғлүмәттәр базаһына ҡарап ҡына уға тулы һәм дөрөҫ яуап биреләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға