16.03.2012 Ябай халыҡ һаман исемен әйтеүҙән ҡурҡа
йәки Был аҙнала редакциябыҙға аноним шылтыратыуҙар күп булды
«Йәшлек»тең дежур телефоны ҡулыма килеп эләгеү менән кәйефем күтәрелде – 8 Март байрамы айҡанлы ҡотлауҙар ағылды ғына. Ике-өс көн дәртләнеп, ҡыуанып ултырҙым шулай. Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, байрам кәйефе бүләк иткәнегеҙ, иғтибарығыҙ өсөн.
Тик тәмле нәмә күп булмай шул – ҡалған шылтыратыуҙарҙың күбеһе аноним ялыуҙарға ҡайтып ҡалды. Кемдер бәғзе бер ауыл мәктәптәрендә уҡытыусыларҙың балаларҙы бүлеп ҡарауына әсенеп, икенселәр «Өфө-Арена»ла хоккей уйнаған ваҡытта килеп сыҡҡан техник етешһеҙлектәрҙең сәйәсәткә бәйләнгән булыуына ишара яһап шылтыратты. Башҡа аноним шылтыратыуҙар ҙа бик күп булды, хатта, артыҡ күп булды, тип әйтке килә. Шылтыратыусыларҙың исемдәрен атарға теләмәүенең сәбәбе төрлө, әлбиттә. Беҙ барыһын да аңлайбыҙ, хәлегеҙгә инергә тырышабыҙ. Әммә «Йәшлек» гәзите һәр ваҡыт факттарға ғына таянып эш итә. Тикшерелмәгән мәғлүмәттәр, имеш-мимеш хәбәрҙәр яҙыу халыҡ гәзитенең йүнәлеше түгел. Шуға ла, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, проблемаларығыҙҙың, ысынлап та, хәл ителеүен теләһәгеҙ, төптән уйлап, аныҡ һорауҙар менән шылтыратығыҙ. Был осраҡта уларҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалдырылмаясаҡ.
Хәҙер шылтыратыуҙарға күҙ һалайыҡ. Күгәрсен районының Саратовский ауылынан Әлиә СӘЛИХОВА, балалар пособиеһы нишләп аҙыраҡ артмай икән, тип аптырай.
Бер балаға беҙҙә 133 һум тирәһе пособие бирелә. Эйе, бик бәләкәй сумма ул, бер кило печенье алһаң, бөтә лә ҡуя! Ололарға бирелгән пенсия, бәғзеләргә эш хаҡы артып ҡына тора, ә бына балалар аҡсаһы саҡ ҡына ла күтәрелмәй.
Тик пособие күләмен арттырыу бер көндә генә хәл итерлек мәсьәлә түгел. Һуңғы ваҡытта был мәсьәлә төрлө кимәлдә күтәрелә башланы, беҙгә ыңғай үҙгәрештәргә өмөт итеп йәшәргә генә ҡала.
Хәйбулла районынан Римма, икенсе яҡҡа күсеп китеү сәбәпле, йортон һатырға мәжбүр. Проблема шунда – был йорт «әсәлек капиталы» ярҙамында алынған. «Ошондай йортто һатып буламы икән?» – тип һорай ул.
Һеҙ «әсәлек капиталы» ярҙамында ғаиләгеҙҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡанһығыҙ. Был күсемһеҙ милектең хужалары араһында балалар ҙа бар. Тимәк, йортоғоҙҙо урындағы опека һәм попечителлек бүлегенең ризалығы менән генә һата алаһығыҙ. Әлеге орган рөхсәтте яңы аласаҡ күсемһеҙ милкегеҙ быға тиклем булғанына ҡарағанда сифатлыраҡ, яҡшыраҡ булған осраҡта ғына бирә. Әлбиттә, бөтә шарттар ҙа документтар менән раҫланған булырға тейеш.
Һеҙгә, тәү сиратта, яңынан аласаҡ торлаҡты һайларға һәм уның документтары менән урындағы опека һәм попечителлек бүлегенә барырға кәрәк.
Салауат районынан Иҙрис исемле бер эшҡыуар, беҙҙең – журналистарҙың матди хәлен яҡшыртырға кәрәк, тип һанай. «Теге йәки был геройҙың исемен мәңгеләштереү өсөн ҡултамғалар йыяһығыҙ, күпме кешегә ярҙам итәһегеҙ. Үҙегеҙҙе кем ҡайғыртырға тейеш?! Әйҙәгеҙ, журналистарҙың эш хаҡын арттырыуҙы һорап, ҡултамғалар йыяйыҡ!» – тигән һүҙҙәрҙе ишетеү менән күңелдә төрлө уйҙар тыуҙы.
Үҙең өсөн нимәлер һорау һәр ваҡыт ауыр. Власть менән халыҡ араһында күпер булған һөнәр эйәләренең лайыҡлы эш хаҡы алмауын ябай гәзит уҡыусылар ҙа белеп, уларға ярҙам итеү тураһында фекер йөрөтә башлаған икән, был мәсьәлә хаҡында иң кәмендә уйланырға, ә тағы ла дөрөҫөрәге, мәсьәләне хәл итергә кәрәктер.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Тағы ла бер үтенесебеҙ бар: «Йәшлек»тең дежур телефонының бурысын дөрөҫ аңлаһағыҙ ине. Яҙған хаттарығыҙҙың яҙмышын белеү өсөн – редакцияның хаттар бүлеге, ҡотлауҙар йәки башҡа ошондай мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн башҡа бүлектәр бар. Уларҙың һәр береһенең номеры гәзиттең һуңғы битендә күрһәтелгән. Дежур телефонға шылтыратыуҙарҙы «Йәшлек»тең ижади коллективы – хәбәрселәр ҡабул итә. Гәзит битендә ҡыуаныслы йә ғибрәтле хәбәр-ваҡиғаларығыҙ, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрегеҙ һәм биргән һорауҙарығыҙға яуаптар урын аласаҡ.
Беҙгә яуап килде
Ысынлап та,
пособие түләүҙә тотҡарлыҡ булған
«Йәшлек» гәзитенең 2012 йылдың 2 март (№17) һанында “Дежур телефон” рубрикаһында баҫылған Бөрйән районында уҡытыусыларға декрет аҡсаһының ваҡытында түләнмәүе тураһында “Исемебеҙҙе әйтмәйбеҙ. Эштән ҡыуып ҡуйһалар...” шылтыратыуы буйынса, Бөрйән муниципаль район хакимиәте башлығы Д. Әхмәтйәнов район мәғариф бүлеге начальнигы Ю. Садиҡовтан, РФ Социаль страховкалау фонды дәүләт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса 6-сы төбәк бүлегенең баш белгесе Т. Рәхмәтуллинанан, был мәсьәләне асыҡлап, аңлатма биреүҙәрен һораны.
Аңлатмаларҙан сығып, 2011 йылда пособиелар түләү буйынса тотҡарлыҡтар булыуы асыҡланды. Д. Әхмәтйәнов Бөрйән районы прокуроры Г. Хәкимоваға, был мәсьәләне тикшереүен һорап, яҙма мөрәжәғәт ебәрҙе. Гәзиттең киләһе һандарында тикшереү һөҙөмтәләре буйынса мәғлүмәт биреләсәк.
Р. Истәкова,
Бөрйән муниципаль район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт, кадрҙар һәм мәғлүмәт-аналитика секторының баш белгесе.
Редакциянан.
Беҙҙең дежур телефонға килгән шылтыратыу буйынса декрет ялындағы уҡытыусыларға пособие түләүҙең тотҡарланыу сәбәптәрен асыҡлау мәсьәләһен үҙ контроленә алғаны өсөн Бөрйән муниципаль район хакимиәте башлығы Динир Әсхәт улы Әхмәтйәновҡа рәхмәт белдерәбеҙ һәм, бынан һуң бөрйәндәр социаль түләүҙәрен ваҡытында ала башлар, тип ышанабыҙ.
Бөрйәндәрҙең күршеһе – Әбйәлил районы етәкселеге ҡолаҡҡа ҡатыраҡ икән. Әле һаман Асҡар ауылындағы «Көнсығыш – 1» биҫтәһендә йәшәүсе халыҡты утлы итеү мәсьәләһе буйынса ниндәй сара күрелеүе хаҡында бер ниндәй ҙә рәсми яуап килмәне. Беҙ был мәсьәләне контролдә тотабыҙ. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың шылтыратыуы буйынса район үҙәге Асҡарҙа митинг үтеүе, етәкселектең, бер нисә айҙан «Көнсығыш – 1» биҫтәһендә ут мәсьәләһе хәл ителәсәк, тип вәғәҙә биреүе хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Вәғәҙә – иман, тиҙәр. Көтәбеҙ.