16.03.2012 12 000 000 инвалид
Рәсәйҙә рәсми теркәлгән 12 миллиондан ашыу инвалид йәшәй.
Эскеселәр, шулай уҡ рәсми күрһәткестәр буйынса – дүрт миллион 580 мең кеше. ҡайһы бер электрон мәғлүмәт сығанаҡтары наркомандар, психик сирлеләр статистикаһы хаҡында ла яҙа. Тәүге төркөмгә ҡарағандарҙың ике миллиондан ашыуы рәсми теркәлһә, икенселәре лә аҙ түгел – бер миллионға яҡын.
Сирлеләрҙе иҫәпләгәндә, тағы ла туберкулез диагнозы ҡуйылған 890 мең кешене, 22 миллион да 400 мең гипертоникты билдәләргә мөмкин. Ә иҫәптә тороусы ВИЧ-инфекциялылар һаны – бер миллион 740 мең кеше. Эскесе, наркоман, ВИЧ-лыларҙың һаны ысынбарлыҡта әлеге күрһәткестәрҙән бер нисә тапҡырға артығыраҡ булыуын да оноторға ярамай. Илебеҙ, ахыры, сирлеләрҙән генә тора.
Kpe.ru сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.