13.03.2012 Еңгәйем, еңгәкәйем – 2
− Туҡ-туҡ-туҡ... Өйҙәләрме?.. Аһ-аһ, әллә береһе лә өйҙә юҡ инде... Фәүзиә еңгәй! Һин ҡайҙа?
− Киләм, киләм, кем унда? Аһ-аһ-аһ, әллә, Рәшиҙә, һин инде? Әйҙүк-әйҙүк, түрҙән уҙ! Атаҡ, ниндәй елдәр ташланы? Һаумы, бикәскенәм! ҡулдарың йылы ғына − өшөмәгәнһең, тимәк, кейәү алып килгәндер. Нишләп инмәй ул? ҡана, алып инәйем үҙен...
− Инә ул хәҙер, еңгәй. Машинаһын йәтешләп ҡуя, юғиһә юл тар бит.
− Ярар, әләйһәң, әйҙә, сисен, сәйемде шыжлатып ебәрәйем. Нисәмә йыл күргән юҡ ине үҙеңде! ҡайһылай яҡшы булды әле. ҡарасәле, иртәнән күҙ ҡабағым тартып, усым ҡысыта ине. Белгертә бит ул ҡунаҡ килерен... Әйҙәгеҙ, үтегеҙ, исмаһам, туйғансы бер һөйләшеп алырбыҙ. Балалар ни хәлдә? Өләсәй, ҡартатай булып бөткәнһегеҙҙер инде? Шулай булмай ни, һеҙҙе күрмәгәнгә лә ни заман – тиҫтә йылдан ашҡандыр инде?
− Инде һинең ейәнсәрең, Фәрғәтеңдең ҡыҙын әйтәм, бишенсе класта уҡып йөрөгәс, еңгәй, иҫәплә. Шунан бирле күрешкәнебеҙ юҡ шул.
− ҡуй инде, был ғүмер тигәнеңде, ҡайһы арала үтеп киткәндер? Инде һеҙ ейәнсәрҙәр үҫтергәс...
− Һе, еңгәй, хәҙер үҙеңдең бүлә-бүләсәрҙәрең бар бит. Шулай булһа ла бирешмәйһең әле, афарин!
− Эй, бикәскәйем, бирешмәйһең, тиһең. Инсульт кисерҙем бит, шул белгертә үҙен. Юғиһә әле һин дә мин йәшәп ята инем...
− Шуны ишеттем дә, килеп сығырға булдыҡ яныңа. Һин бит хәҙер беҙҙең туғандар араһынан иң өлкәндәрҙән һаналаһың. Һикһәнде үткәс, бик һәйбәт инде ул...
− Шулайын шулай ҙа ул, тик Хоҙай бабай әллә ниңә һаулығын йәлләңкерәне... Әйҙә, әйҙә, бына балан бәлешенә үрелегеҙ. Һеҙҙең килерҙе белгән кеүек, кисә кис кенә бешереп алғайным. Бына, муйыллы ҡорот та, ҡыҙыл эремсек тә һеҙҙе көткән икән. ҡана, матур ғына итеп тағы ла берҙе яһайым әле сәйҙе...
− Барыһына ла үрелеп ултырабыҙ, бөтә аш-һыуың да татлы, еңгәй, рәхмәт. Элек-электән аш-һыуға оҫта булдың инде ул. Ағыңдың бер тамсыһын әрәм-шәрәм итмәй, ҡатығын-ҡоротон эшләр инең. Ит аштары тиһеңме, ҡамыр аштарымы, ҡайнатмаларың, ҡағың – барыһына ла өлгөрҙөң. Өҫтәүенә, өлкәнәйә төшкәс, ҡортон да тоттоң бит әле...
− Эй, бикәс, бар ине шыпа ла шәп саҡтар, ҡулдан килгән бер эштән дә һис тә ял тартмаҫ инем. Ете бала өҫтөнә килептереп мал-тыуарҙы мул тотолдо, тәүҙә колхоз, аҙаҡ совхоз эшенә лә йөрөнөк. Заманында утау тигәнең йүнкетте бит – гектар-гектар сөгөлдөр утар инек. Ғаилә ишле булғас, майҙанын да күп итеп бирерҙәр ине. Балалар ҙа эшкә шәп булды бит беҙҙең – ҡулыма тәпке тигеҙмәҫтәр ине. Мәхмүт ағайың, бахыр, йәйен-ҡышын ферма эшенән ҡайтып инә алманы, меңәрләгән баш һарыҡ көтөрҙәр ине. Йәшләй генә вайран булды ла ҡуйҙы шул, бахырҡайым...
− Эй, еңгәкәйем, Мәхмүт абзыйымды һағынырлығың бар шул – бигерәк һылыу, бигерәк баҫалҡы, ылдым кеше булды бит ул. Бер кешегә ҡаты һүҙ әйтеү түгел, ҡырын ҡараш та ташламаҫ ине. Мин ике абзыйым менән, беребеҙҙән беребеҙ ваҡ, каникул мәле етһә, биш саҡрым ерҙән тауҙар буйлап йәйәүләп һеҙгә килеп етер инек. Бер ҙә генә лә, үҙебеҙҙең балалар күмәк, өҫтәүенә, һеҙ йонсотаһығыҙ, тигән кеүегерәк һүҙ тешегеҙ араһынан да сыҡманы, рәхмәт инде һеҙгә. Ике-өс көн һеҙҙең балалар менән мәж килеп уйнап, ашап, урындыҡтың буйынан-буйына теҙелеп ятып йоҡлап, кис ҡырын ғына ҡайтып китер инек. Шул саҡтарҙы һағынып иҫкә алам...
− Мәхмүт абзыйың бигерәк бала йәнле булды. Балаларға әҙерәк ҡатырғанһаң да йәлләр ине уларҙы. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡаты булмаһа ла, малайҙары уны тыңлап ҡына торҙо.
− Миҙхәтең атаһына ныҡ оҡшаған, эйе бит, еңгәй. Төҫө менән дә, холҡо менән дә.
− Эйе шул. Ул да балаларын бер ҡатырғанмай үҫтерҙе. Шул уҡ ваҡытта үҙе белгән бар эшкә лә өйрәтте. Үҙе лә, балалары ла, бер ауылда булғас ни, “һә” тигәнсе килеп, эшемде эшләшеп китергә өлгөрәләр. Фәрғәтем дә ярҙамынан өҙмәй. Ауыл старостаһы, депутат булып, мир, йәмәғәт эшенән өҙөлмәһә лә, көн дә тиерлек килеп хәлемде белешеп сыға. Рәхмәт инде Хоҙайыма, уңдым мин малайҙарымдан.
− Еңгәй, балаларығыҙ үҙегеҙгә оҡшап уңған бит. Хәтеремдә, көнө буйы совхоз эшендә арманһыҙ булып ҡайтып, йорт-хужалыҡ эштәрен башҡара һалып, тегенеңә ултырыр инең. Элмәленән генә түгел, тирә-яҡ ауылдарҙан йәше-ҡарты килеп заказ бирерҙәр ине үҙеңә. Һәр береһенә килештереп күлдәген дә, юбка-салбарын да, түшәк кәрәк-яраҡтарын, тәҙрә-ишек ҡормаларын тегә һалып бирер инең. Ул фасондарҙы ҡайҙан алып, ҡайҙан белгәнһеңдер, аптырайым: әбейҙәргә күлдәкте итәген әберкәләп тә, бөрмәләп тегеп тә, иҙеүле, иҙеүһеҙ ҙә, оҙон да, ҡыҫҡа еңле лә текһәң, йәштәргә йәштәрсә итеп – кәйелтепме, кипсәлтепме тегеп бирер инең. Нисек өлгөргәнһеңдер, аптырайым. Үҙең дә, ҡулың оҫта булғас, сынъяһау итеп кейендең. Ғаиләң бюджетына ҡәҙимге аҡса килтереүсе ул теген машинаң иҫәнме?
− Ултыра, ана, мөйөштә. Хәҙер теккән юҡ инде ул – магазинда, баҙарҙа ни теләйһең, шул бар бит хәҙер. Тегенселәрҙең бәҫе төштө әле. Үҙем дә һатып алып кейәм. ҡуй инде, замананың матурлығын. Иртә тыуып ҡына әрәм булғанбыҙ...
− Баш бала булғас, Фәнисәң дә эшкә шәп булып үҫте. Бәләкәстән генә мейес тултырып икмәк һалыр ине. Миҙхәт менән Рифҡәт тынсышмаһа, кәрәктәрен биреп ултыртып ҡуйыр ине. Рәүзәт менән Фәрғәткә, ул саҡта бик бәләкәй булғас, беҙҙең яҡтан бик иғтибар булманы – уларҙан ситкә ҡасып китеп уйнай торғайныҡ. Тик улар барыбер арттан килеп таба ине... Мин, еңгәй, ҡәҙриәңде генә бик белеп етмәйем – ул беҙ буйтым ҙурайғас тыуғайны бит.
− Белмәһәң белмәйһеңдер шул. Мәктәпте бөтөп таралышҡас, һирәк килдегеҙ бит. Бик уңды тормош иптәшенән ҡәҙриәм. Ырымбур өлкәһенең бер ауылында йәшәйҙәр. Йыш килеп торалар. Фәнисәм, үҙең беләһең, Сәғит ауылында. Рәүзәтем – Байышта. Рифҡәтем генә иртә әрәм булды...
− Рифҡәтең төҫө менән торғаны үҙең була торғайны, еңгәй, эйеме?!. Ярай, ауыр тупрағы еңел булһын. ҡалған балаларың һау булһын.
− ҡалайтаһың, үлгән артынан үлеп булмай шул. Рифҡәтемдән һуң күпме ғүмер йәшәлде инде...
− Еңгәй, эй, ҡорамаларың йыйылып китер ине, эйе бит? Ул ҡорап тегеп һалған түр юрғандарың, күҙҙең яуын алып, баҙлап ятыр ине – ныҡ күҙем ҡыҙа торғайны шуларға. Фәнисә менән беҙгә лә йәлләмәҫ инең ул ҡорамаларыңды, ҡурсаҡтарыбыҙға ваҡ-төйәк тегеп мәж килер инек уның менән. Хәйер, дебет шәлдең дә ҡонон ҡойҙоң бит инде. Иң матур дебетле кәзәләр һиндә булды...
− Эйе шул, тоҡомон яҡшыртып алыуға өлгәшкәйнем. Әйткәндәй, һинең әнейеңә лә күпереп торған дебетле бер нисә баш бәрәс биргәйнем. Минең малдарҙан таралған дебет кәзәләре аҙаҡ бөтә тирә-яҡҡа тулды инде ул.
− Еңгәй, һинең уңғанлығыңды дәлилләгән тағы ла бер миҫал иҫтә: Элмәлелә беренселәрҙән булып өйөңә төкәтмә яһап ҙурайтып, ҡыуандыҡтың бер оҫта урыҫын яллап, бар йортоңдо таҡтанан көпләтеп, ялтлатып ултыртып ҡуйғайның. Шунан китте лә инде ауылда ярышлашып өйҙө көпләп, сағыу итеп буяй башлауҙар. Баҙар-магазиндарҙа төҙөлөш материалдарының да, буяу-лактарҙың да, хатта оҫталарҙың да ҡытлыҡ заманында ирҙәр эшләмәгәнде башҡарғайның...
− Эшләнде инде, бикәс. Шәл бәйләгән аҡсаға яллағайным. Аҡса түгелһә лә, уның ҡарауы, йыл да өй һылау тигән мәшәҡәттән ҡотолондо. Ана бит, өйөм һаман да шул көйө.
− Хәҙер нисек көн үткәрәһең һуң, еңгәй? Һаман да шул шәлме?
− Һирәгерәк ҡулға тотола ул шәл хәҙер. Элек иште ишкә ялғайым тигән әмәл ине бит инде ул дебет менән булышыу. Хәҙер ни, бына, телевизор ҡарайым, концерт тыңлайым. Әхирәттәр менән бер-беребеҙгә инешеп, донъя хәлдәрен һөйләшеп ултырабыҙ, үткәндәрҙе һағынышып иҫкә алабыҙ. Матур заманалар килһә лә, һаман да ауыл халҡына еңел түгел. Бигерәк тә бынау мәктәптәрҙе, фельдшерлыҡ пункттарын ябып, бик насар эшләнеләр. Балаларҙы сит ауылға йөрөтөп уҡытыу килешкән эшме ни? Шунан йәштәр нишләп ауылда ҡалһын? Эшһеҙлек мәсьәләһе лә йонсотто халыҡты. Ярай әле, элмәлеләр, эш юҡ, тип, ҡул ҡаушырып ултырмай. Ишле итеп малын да аҫрайҙар, ағас-таш эше менән дә булалар, үҙ эштәрен асҡандар ҙа бар. Егәрле халыҡ йәшәй беҙҙә, дәүләткә генә ышанып ултырмайҙар.
− Ярай, еңгәй, килдек, хәлеңде белдек. Шөкөр, иҫән-һау йәшәп ятаһың. Беҙ ҡайтыр юлға сығайыҡ инде – яҡын ара түгел бит. 130 саҡрымды үткәнсе, ҡараңғы ла төшөр. Мырҙаларыма, килендәргә, балаларына күптән-күп сәләмдәремде тапшырырһың. Иҫән-һау, бәхетле булһындар. Үҙең, еңгәй, бирешмә, шулай гел шәп, сәләмәт бул. Һау булып тор!
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.